RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » һаман һине генә яратам!

30.04.2013 һаман һине генә яратам!

һаман һине генә яратам!15 йәш. Күңелем­дең иләҫ-миләҫ сағы. Ауылы­быҙ­ға, концерт ҡуйырға тип, оҙон буйлы, сибәр, талантлы йәш йырсы килеп төштө. Уның иҫ киткес моңо шулай тәьҫир иттеме – белмәйем. Бер күреүҙән ғашиҡ булдым да ҡуйҙым. Үҙе минән 10 йәшкә өлкән дә бит әле. Ниңә күңел тик уға тартылғандыр? Ашым – аш, йоҡом йоҡо түгел, уға арнап шиғыр, нәҫерҙәр ижад итәм, күҙ алдына килтереп, портреттарын төшөрәм. Ул йәшен тиҙлеге менән билдәлелек яулап, йәштәрҙең яратҡан кумирына әйләнде. Хоҙай Тәғәлә тарафынан бирелгән ҙур талантҡа эйә ине шул.
11-се синыфты уңышлы тамамлап, баш ҡалаға уҡырға йүнәлдем. Юғары уҡыу йортона инергә тип, имтихан тапшырып йөрөгәндә «Йәшлек» гәзите редакцияһы «Кумирыма хат» тигән ҡыҙыҡлы конкурс иғлан итте. Ваҡыт тығыҙ булыуға ҡарамаҫтан, унда мин дә ҡатнаштым һәм еңдем. Конкурс шарты буйынса еңеүсегә яратҡан кумирҙары менән осрашыу мөмкинлеге бар ине. Ни сәбәптәндер миңә осрашыу форсаты яҙманы. Ниһайәт, уҡырға индем. Күңелле студент тормошо, шау-шыулы йәшлек йылдары һәүетемсә дауам итте. Ә йырсым Өфөлә генә түгел, сит өлкәләрҙә лә концерттар менән сығыш яһап, тағы ла ҙурыраҡ популярлыҡ яуланы. Бер нисә тапҡыр концерттан һуң уның янына килеп, автограф яҙҙыртып алғаным, открыткаға шиғырҙарымды яҙып, сәскә гөлләмәләре бүләк иткәнем булды. Тик ул миңә әллә ни иғтибар итмәне. Минең кеүек башын ҡатырыусылар аҙ булмағандыр, күрәһең.
Өйләнеп, атай булыуы хаҡында ишеткәс тә, өмөтөм өҙөлмәне. Бер генә тапҡыр күрешергә, серләшергә ине, тигән хыял йәшәне күңелемдә.
Бишенсе курсты тамамлап, тыуған ауылыма ҡайтып киттем. Шундуҡ эшкә урынлаштым. Дуҫлашып йөрөгән егетем булһа ла, кейәүгә сығыр­ға ашыҡмайым. Теге йырсы «ағайым» онотолмай ҙа ҡуя. Бер көн эштән ҡайтып килһәм, мәҙәниәт йорто янында афиша эленеп тора. Унда минең йырсымдың килеүе ха­ҡында хәбәр ителгән икән. Барыр­ғамы, юҡмы? Хәҙер инде хистәр ҙә һүрелгәндәй. Ни тиһәң дә, ун йыл ваҡыт уҙып та киткән. Әхирәтемде эйәртеп, шулай ҙа тәүәккәлләнем. Әлбиттә, башта килешле прическа эшләттем, матур күлдәк кейҙем.
Бына ул сәхнәлә. Тамаша­сы­ларҙы үҙенә арбап, моңло тауышы менән йыр һуҙа. Бер аҙ олпатланған, шул уҡ өтөп алырлыҡ ҡараш, килешле буй-һын…
Концерт та­мам­ланғас, мин – бер яҡҡа, әхирәтем икенсе яҡҡа ҡайтып киттек.
Яңғыҙ атлайым. Ерҙә төн хакимлыҡ итеп, ҡара пәрҙәһен япҡан. Ә күктә серле ай йылмайып, йондоҙҙар емелдәшә. Илаһи тынлыҡты боҙоп, шул саҡ эргәмә машина килеп туҡтаны. Уның алғы тәҙрәһен генә асып:
– Ҡайһы яҡҡа юл тоттоң, һылыу? Илтеп ҡуйырға рөхсәт ит, – тине яғымлы, матур тауышлы ир. Ә мин уның тауышын йөҙҙәр, меңдәр араһынан айырам. Был бит – ул! Әллә төшмө тиһәм, әле генә уның концертынан сыҡтым. Юҡ, был өн, ысынбарлыҡ!
Мин гипноз хәлендә инем шикелле, аяҡтарым үҙҙәренән-үҙҙәре машинаға табан атланы. Бына беҙ икәүҙән-икәү генәбеҙ. Кумирымдың машинаһында елдерәбеҙ.

– Өйөң ҡайһы яҡтараҡ? – тип һорай шул саҡ. Ә мин уның күҙҙәренә баҡҡанмын да, сикһеҙ даръяға сумғандай, өнһөҙ ҡалғанмын.
– Ҡайҙа йәшәйһең? – тип ҡабат-ҡабат һорай артист.
– Ә... юҡ, мин бына ошонда ғына төшөп ҡалам да ҡуям.
Ул минең турала нимә уйлағандыр. Өйөм янына килеп еткәс, яҡынданыраҡ танышырға булдымы, ҡайҙа эшләүемде, нимәләр менән ҡыҙыҡһыныуым тураһында һорашты. Ниһайәт, серләштек, таңға тиклем. Дөрөҫөрәге, ул күберәк һөйләне, мин тыңланым.
Хушлашҡанда ҡулдарымдан тотоп, һаҡ ҡына ҡосағына алды, ирендәремә үрелде.
Өйөмә атлап түгел, әйтерһең, осоп ҡайтып индем.
Яҙмышыма ошо минуттар өсөн генә булһа ла сикһеҙ рәхмәтле инем. Кейәүгә сыҡтым, улым тыуҙы, ә «йондоҙом» һаман онотолмай. Һаман уны ғына һөйәм.
Мәҡәләмде уға арналған шиғыр юлдары менән тамамлағым килә.
Сәнғәт өсөн, донъя өсөн
шулай,
Арып-талып гелән янырһың.
Минең өсөн күңел көмбәҙендә
Яҡты йондоҙ булып
балҡырһың.

Гөлнәзирә.

(Исемемде шартлы рәүештә үҙгәрттем).










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”