НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Выборы 2018 Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » «Сихырсынан ҡотҡарышығыҙ!»

«Сихырсынан ҡотҡарышығыҙ!»


Ауырғазы районының полиция хеҙмәткәр­ҙәренә, ҡарап тороуға сәйер генә ярҙам һорап, бер ханым бына инде икенсе тапҡыр мөрәжәғәт иткән. Баҡһаң, апайҙың йәш саҡтағы һөйгәне “ҡара магия”нан йонсой – ныҡ сихырланған икән. Былтыр, ханым тәүге мәртәбә мөрәжәғәт иткәндән һуң, хоҡуҡ һаҡлаусылар факттарҙы тикшергән.
Мөхәббәт тарихы бынан 25 йыл элек булған. Хәҙер икеһе лә ғаиләле. Әммә былтыр ҡатын “экс”-һөйгәнен төшөндә күргән дә, ниндәйҙер бер “үтә күреүсе”гә барған. Уныһы быға ана шул йәшлектә “ҡалған” ирҙең әле ғәләмәт яман сихырсы ауына эләккәнен әйткән. Элекке мөхәббәт булһа ни, кешене барыбер ҡотҡарырға кәрәк тә баһа!
Ир Талбазыла йәшәй икән, ҡатын уны эҙләп тапҡан, ҡотҡарырға теләген белдергән. Ә ир ғаиләһендә бәхетле булыуын, бер ниндәй ҙә сихырсы йоғонтоһон тоймауын әйткән. Баяғы ханым бик ныҡыш та икән – полициянан ярҙам һораған. Йәнәһе, кешене “законһыҙ рәүештә сихыр тылсымында тоталар”. Хәҙер полиция йәнә факттар тикшереү менән мәшғүл.
Айсын АҠБУЛАТОВА.

Сығыу ваҡыты 26-04-2013, 12:34 | Ҡаранылар: 1500
|
  • Мәҙәктәр
  • «Хәтер юғалтҡыс мөхәббәт»
  • Аферистарҙан һаҡ булайыҡ!
  • Олимпиада ханым – яҡшы көйәрмән
  • «Мине дауала әле, боҙомом бар…»
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


    Борьба с коррупцией

    [/aviable]

  • Ҡолаҡ һал!
  • Организм нимә хаҡында иҫкәртә?
  • Монафиҡ (Хикәйә)
  • Тыуған ауылына рәхмәтле йырсы
  • Оҙаҡ йәшәүҙең туғыҙ сере
  • Үткәндәргә илаулап, бөгөнгөһөн юғалта күрмәгеҙ
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (3.08.2018)
  • Вниманию зарегестрированнх кандидатов, избирательных объединений, на выборах депутатов Государственного Собрания – Курултая Республики Башкортостан шестого созыва
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (20.07.2018)
  • Ҡартлыҡ бәхеттәре кемгә насип?



  • Радио Юлдаш FM