RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » «Башҡортостанға һүҙ бирегеҙ әле!»

26.04.2013 «Башҡортостанға һүҙ бирегеҙ әле!»

«Башҡортостанға һүҙ бирегеҙ әле!»12 йәшлек малай «Артек»та башҡортса йырлап, республиканың данын күтәрә
Мәһәҙи Ишмөхәмәт улы Фәтҡуллин 1948 йылдың 15 декабрендә Бөрйән районының Әбдел­мәмбәт ауылында тыуа. Ғаиләлә оҙаҡ көтөп алған бала була ул. Әсәһе, атаһы, ике өләсәһе ҡулдарынан төшөрмәй ҡарай. Әсә­һенең әсәһе – өләсәһе сәсән Сабирйән Мөхәмәтҡоловтың ҡатыны була. Сәсән ҡыҙы булғанғалыр, әсәһе лә һикһән йәшенә еткәндә лә поэмаларҙы яттан һөйләй, һораһалар, бер нисә куплет шиғыр ҙа яҙа һалып ҡуя. Ә атаһы Сабирйәнде йыш ҡына былай тип хәтерләне: «Урманға барғанда ла шиғыр яҙа, уларҙы онотмаҫ өсөн ағасҡа булһа ла уйып яҙып китә ине». Әле лә ул ағастар һаҡланған. «Мисәт» тигән шиғыры өсөн сәсән репрессияға эләгә һәм шунда һәләк була. Күп шиғыры яндырыла, бик аҙы ғына һаҡланып ҡала.
Мәһәҙи ҙә олатаһына оҡшап, бәләкәйҙән сос, тиктормаҫ, зирәк бала була. Мәктәптә яҡшы уҡый. Шиғырҙар ҙа яҙғылай. Икенселә генә уҡығанда дүртенсе кластағы уҡыусыларҙың мәсьәләләрен сисә ала. Алтынсы класта яҡшы уҡығаны өсөн Бөрйән районынан бер үҙен «Артек»ка ял итергә ебәрәләр. Лагерҙа урыҫса белмәгән малайға башҡалар менән аралашып китеүе ҡыйын була. Ә бер көн концерт ҡарарға бара. Унда төрлө илдәрҙән килгән балалар сығыш яһай. Ул уйға ҡала: «Ә ниңә Башҡортостандан берәү ҙә юҡ? Булмаҫ шул −– бер үҙе лә һуң... Нимә эшләргә?» Мәктәп сәхнәһендә дуҫтары менән бейей торғайны ла, гармунда башҡортса кем уйнар? Йырлағаны ла юҡ, йырҙар ҙа белмәй. «Ҡара тауыҡ»ты йырламаһам», –− тип уйлап тора бирә лә, ҙур таш артына йүгерә. Ҡат-ҡат үҙ алдына йырлап ҡарағас, концертты алып барыусының микрофонын алып, баш­­ҡортсалап: «Баш­ҡор­тос­танға ла һүҙ бирегеҙ әле!» – ти. Ойош­тороусылар аптырап ҡала. Сөнки концерт программаһына инмәгән бит. Шулай ҙа малайға микрофонды һоналар. Ул күңелле генә итеп «Ҡара тауыҡ»ты башлап ебәрә. Йырлап бөтөүгә бөтәһе лә шаулашып ҡул саба. Шул көндән уны ла программаға индереп, күрше лагер­ҙарҙа ла концерт ҡуйып йөрөйҙәр. Уның сираты етһә: «Һүҙ Баш­ҡортостанға!» – тип иғлан итәләр. Шул саҡта уның ғорурлығының сиге булмай. 12 йәшлек бала үҙ иленең вәкиле булһын әле.
Урта мәктәпте тамамлағас, Өфөләге авиация институтына (хәҙер университет) уҡырға инә. Унда бокс менән мауыға. Тренеры – педагогия фәндәре докторы, профессор, ПАНИ академигы Геннадий Иванович Мокеев уның яҡын дуҫы ла. Яҙған китаптарында Мәһәҙи Фәтҡуллинды (1966 – 1974 йылдар) Башҡортостандың алдынғы спортсылары исемлегенә индерә.
«Башҡортостанға һүҙ бирегеҙ әле!»1972 йылда Бөрйән егете Ҡыр­ғыҙстандың Фрунзе ҡалаһында Баш­ҡортостан ғорурлығы өсөн бокс ярышында ҡатнаша. Бында инде балалыҡ хисе менән түгел, ә инде аяғында ныҡ баҫып торған спортсы була. һәр кем үҙ илендә көслө, тигәндәй, еңеү уның яғында булһа ла, беренсе урынды ҡырғыҙ бокссыһына бирәләр. Унда ул «спорт мастерлығына кандидат» исемен алып ҡайта.
Институтты тамамлап, Өфө мотор­ҙар эшләү заводында эшләгәндә лә күп ярышта ҡатнаша. Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, билдәле тренер Николай Иванович Митькинға бик рәхмәтле була. Унан ике йыл армияла офицер булып Куйбышев яғында хеҙмәт итеп алды. Бында беҙ ғаилә менән бергә булдыҡ. Мәһәҙи хеҙмәттән ҡайтып, үҙе ойошторған бокс түңәрәгенә йүгерә. «Башҡор­тостандан килгән һалдаттарҙы йыйып алдым. Бахыр булып туҡмалып йөрөмәһендәр. Часта һәр кем, «Башҡортостан егеттәре», тип торһон», – тип һөйләргә ярата ине. Күнекмәгә йөрөгән һалдаттар ҙа тиҙ арала уны яратып өлгөрә. Ҡайҙа күрһәләр ҙә, атай кеүек күреп, ҡыуанышып янына килеп етәләр ине. Ял көндәре бергәләп Волга буйына балыҡҡа баралар, һыу инәләр. Мин дә бала менән улар ыңғайына эйәреп йөрөйөм.
Хеҙмәт итеп ҡайтҡас, ниңәлер ҡала түгел, ә ауыл уны үҙенә тартты. Бөрйән районына ҡайтып, Ҡурғаш­лы ауылында сельхозтехника ойошмаһында һигеҙ йыл идарасы булып эшләне. Унда ике ҡатлы гараж һалдырҙы, балалар баҡсаһы, ашхана, ҡунаҡхана төҙөттө. Ә хәҙер шул гөрләп торған хужалыҡтың бер нәмәһе лә ҡалмаған – «кәкре ҡулдар» таратып алып бөткән.
Хәҙер уйлайым да, Мәһәҙи ҡайҙа ғына йөрөһә лә, тыуған яғын – Башҡортостанды байраҡ урынына алдан йөрөттө, ғорурланды, башҡаларҙан да шуны талап итте. Минең һәм улдары, ейән-ейәнсәрҙәре хә­те­рендә ул һәр саҡ шулай һаҡланыр.
Берәүҙәр тыуған яғына, халҡына һөйөүен шиғыр аша белдерһә, икенселәр һүҙ, хәрәкәт, ярыш, көс менән белдерә. Мәһәҙи Фәтҡуллин да олатаһынан күскән был сифаттарын ошо икенсе юл менән дауам итеүсе кеүек. Йәшәү дәрте ташып торһа ла, эш урынында бурҙар тарафынан ғүмере өҙөлә.
Беҙҙең бала-сағала ла тыуған илгә һөйөү шулай дауам итер, тип ышанғы килә.

Фәйрүзә ФӘТҠУЛЛИНА.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”