НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Выборы 2018 Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » Биш аҡыл эйәһе хаҡында

Биш аҡыл эйәһе хаҡында


Биш аҡыл эйәһе урманда аҙаша. Беренсеһе, мин һул яҡҡа барам, йөрәгем шулай ҡуша, ти. Икенсеһе, ә мин – уң яҡҡа, ти, юҡҡа ғына уң һүҙе уңа тигәнде аңлатмай. Өсөнсөһө, ә мин кире артҡа китәм, беҙ бит ул яҡтан килдек, тимәк, мотлаҡ урмандан сығасаҡмын, тигән уйға килә. Дүртенсеһе: «Мин алға барасаҡмын, һәр ваҡыт алға барыр­ға кәрәк, ҡасандыр урман тамамланып, ниндәйҙер яңылыҡ асыласаҡ», – ти. Ә инде бишенселәре: «Һеҙ берегеҙ ҙә хаҡлы түгел. Иң яҡшы ысул бар. Көтөп тороғоҙ», – ти ҙә, иң бейек ағасты һайлап, башына менеп китә. Ул унда менеп еткәнсе башҡалары үҙ юлдары менән таралыша. Юғарынан ул урмандан нисек тә тиҙерәк сығыу өсөн ҡайһы яҡҡа барырға кәрәклеген күрә һәм башҡаларға дөрөҫ итеп юлды күрһәтә ала. Ағастың иң осона менгәс, шырлыҡтан сығыу өсөн иң ҡыҫҡа юлды аңғара. Үҙен, ошо ҡытыршылыҡтан сығыу мәсьәләһен теге дүртәүҙең араһынан иң яҡшы сисеүсемен, бөтә нәмәне дөрөҫ эшләнем, ә башҡалар мине тыңламаны һәм мин иң аҡыллыһымын, тип уйлай. Тик яңылыша.
Бөтәһе лә дөрөҫ эшләй. Һулға киткәне ҡот осҡос хәлгә осрай, аслыҡтан интегә, ҡырағай йәнлектәрҙән ҡаса. Әммә ул урманда йәшәргә өйрәнә, һәм башҡаларҙы ла быға өйрәтә аласағына төшөнә.
Уң яҡҡа киткәне юлбаҫарҙарға осрай. Улар уның бөтә нәмәһен тартып алып, үҙҙәре менән кешеләрҙе таларға бойора. Әммә бер аҙҙан ул юлбаҫарҙарҙа улар күптән онотҡан кешелек сифаттарын киренән ҡайтара. Уларҙың бөтәһе лә тиерлек, ҡылған эштәренә үкенеп, изге һәм намыҫлы юлға баҫа. Ҡайһылары теге аҡһаҡал һымаҡ аҡыл эйәһенә әйләнә.
Кире артҡа киткәне урман аша һуҡмаҡ һала. Күп тә үтмәй, һуҡмаҡ урман яратыусылар һәм, ғөмүмән, бөтә теләгәндәр өсөн аҙашыуҙан һаҡлаған ҙур юлға әүерелә.
Ә алға китеүсе аҡыл эйәһе беренсе юл ярыусы була. Ул бер кемдең дә аяғы баҫмаған ерҙәрҙә булып, кешеләр өсөн иҫ киткес яңы мөмкинлектәр барлыҡҡа килтерә. Бик күп шифалы үлән һәм берәү ҙә белмәгән, күрмәгән йәнлектәр хаҡында башҡаларға бәйән итә.
Ә инде ағас башына менгәне ҡыҫҡа юлдар ярыусы һөнәрен үҙләштерә. Кем тиҙ генә үҙ проблемаларының айышына төшөнөргә теләй, уға килгән.
Бына шулай бишеһе лә үҙҙәренең ниәтен башҡарып, кешеләргә тик яҡшылыҡ ҡына ҡыла.

Рәмилә ТАЙСЫНОВА тәржемәһе.

Сығыу ваҡыты 23-04-2013, 11:46 | Ҡаранылар: 890
|
  • Һуңғы өмөт
  • Уңыш хаҡында
  • Ҙур аҡылға эйә булыу
  • Ожмах ишеге
  • Хаталарын һанамай, алға ынтылғандар уңышҡа өлгәшә
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


    Борьба с коррупцией

    [/aviable]

  • Ҡолаҡ һал!
  • Организм нимә хаҡында иҫкәртә?
  • Монафиҡ (Хикәйә)
  • Тыуған ауылына рәхмәтле йырсы
  • Оҙаҡ йәшәүҙең туғыҙ сере
  • Үткәндәргә илаулап, бөгөнгөһөн юғалта күрмәгеҙ
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (3.08.2018)
  • Вниманию зарегестрированнх кандидатов, избирательных объединений, на выборах депутатов Государственного Собрания – Курултая Республики Башкортостан шестого созыва
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (20.07.2018)
  • Ҡартлыҡ бәхеттәре кемгә насип?



  • Радио Юлдаш FM