НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » Эштәре донъя кимәлендә таныла

Эштәре донъя кимәлендә таныла


Эштәре донъя кимәлендә танылаРежиссер Гөлназ Ғәлимул­линаның Германия күгендәге Баш­ҡортостан бала­ла­ры менән булған авиаһәләкәткә арналған «Күл янындағы йорт» («Дом у озера») доку­менталь фильмы Нью-Йорк фес­ти­ва­лендә еңеү яу­лаған биш проект иҫәбенә инде. Бү­ләкләү тантанаһы Лас-Вегаста үтте.
Фильм Боден күле өҫтөндә 2002 йылдың июлендә булған фажиғәле ваҡиғаларға нигеҙләнгән. Ул Башҡортостанда һәм Гер­манияла ла төшөрөлгән.
Халыҡ-ара фестиваль жюрийы фекеренсә, Башҡор­тостан ре­жис­серы Гөлназ Ғәлимул­лина­ның эше көслө, эмоциональ һәм юғары профессиональ кимәлдә башҡарылған. Бәйгелә Рәсәй телеканалдары – НТВ һәм Russia Today журналистары ҡатнашҡан.
Шуны ла билдәләп үтәйек, Нью-Йорк фестивале – радио, телевидение һәм реклама өлкәһендәге тәүге халыҡ-ара конкурстарҙың береһе. Ул 1957 йылдан үткәрелә.
Әйткәндәй, был йәш режиссерҙың абруйлы премияларға лайыҡ булған тәүге эше генә түгел. Афарин, Гөлназ!
З. ХӘСӘНОВА.

Сығыу ваҡыты 19-04-2013, 10:42 | Ҡаранылар: 838
|
  • 2014 йылдың иң яҡшы журналистары билдәләнде
  • “Аҡбуҙат”ҡа яҡты киләсәк теләйек!
  • «Тамыр» телеканалы халыҡ-ара кимәлдә танылды
  • «Евразия тауышы» яңғыраны
  • Милли мәҙәниәттәр байрамы
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Балағыҙҙы артыҡ ҡурсаламағыҙ
  • “Бәйләнештә булайыҡ”
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (26.01.2018)
  • Азалия МЫРҘАҒӘЛИНА
  • Йондоҙнамә (29 ғинуар – 4 февраль)
  • БАЛУ (хикәйә)
  • Телебеҙ йәшәһен, үҫһен!
  • Ғаилә йылының эмблемаһы билдәле булд
  • Ер менән күк араһында
  • Нәзифә АҠҠУЖИНА



  • Радио Юлдаш FM