НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » Конкурс быйыл да дауам итәсәк

Конкурс быйыл да дауам итәсәк


Конкурс быйыл да дауам итәсәк Республикала “Айыҡ ауыл − 2013” конкурсы старт алды. БР Хөкү­мәтендә республика конкурсына әҙерлек һәм уны үткәреү буйынса ойоштороу комитетының ултырышы үтте. Унда төрлө минис­трлыҡтар һәм ведомстволар, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты һәм йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре ҡатнашты.
Конкурс Башҡортостанда икенсе тапҡыр үткәрелә. Бөгөнгә илле ауыл ҡатнашырға теләк белдергән. 2011 йылда 41 райондан 99 ауыл ҡатнаш­ҡайны. Уларҙың утыҙҙан ашыуы финалға үтте, ә 15 ауыл төрлө номинацияларҙа билдәләнде. Өс ауыл (Салауат районының Күсәпәй ауылы, Әбйәлил районының Ҡырҙас ауылы, Йылайыр районының Ишбулды ауылы) еңеүсе тип танылды һәм “Айыҡ ауыл” исеменә лайыҡ булды. Халыҡ араһында айыҡлыҡты пропагандалаған әүҙем кешеләр ҙә бүләктәр алды.
“Айыҡлыҡ өсөн хәрәкәтте республиканың йәмәғәт ойошмалары дәррәү күтәреп алды. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты был йүнәлештә ҙур эш алып бара, – тине, кәңәшмәне асып, БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова. – Проект федераль кимәлдә лә танылыу алырға тейеш. Сөнки йәмәғәт ойошмаларының, власть органдарының, сәләмәт тормоштоң республика һәм, ғөмүмән, бөтә донъя өсөн ҡотҡарыу ысулы булыуын аңлағандарҙың уртаҡ тырышлығы менән генә ниндәйҙер һөҙөмтәләргә өлгәшергә мөмкин”.
БР спорт һәм йәштәр сәйәсәте министры Андрей Иванюта конкурс­ты ойоштороу һәм үткәреү планы менән таныштырҙы. Ул айыҡ һәм сәләмәт тормошҡа өндәгән саралар үткәреү, был эшкә йәштәр һәм балалар ойошмаларын ылыҡтырыу, айыҡ байрамдарҙы пропагандалау буйынса ныҡлап эшләргә кәрәклеген билдәләне.
2013 йылда конкурс республикабыҙҙың резерв фондынан финанс­ланасаҡ, уны үткәреүгә бер миллион һум аҡса бүленгән. Еңеүселәр биш номинация буйынса билдәләнәсәк: “Ғаилә институтын һаҡлау буйынса эшмәкәрлектең иң яҡшы һөҙөмтәләре”, “Граждандарҙың әүҙемлеген арттырыу буйынса иң яҡшы тәжрибә”, “Милли-мәҙәни эшмәкәрлектә һәм ауыл традицияларын үҫтереүҙә иң яҡшы ҡаҙаныштар”, “Айыҡ (сәләмәт) йәшәү рәүешен пропагандалау буйынса иң яҡшы тәжрибә”, “Ауыл тураһында иң яҡшы фотовидеорепортаж”.
Ултырыш барышында Лилиә Ғүмәрова йәштәрҙең ялын алкоголле эсемлектәрһеҙ ойоштороу маҡсатында ауыл клубтарында дискотекалар үткәреү буйынса проект башлап ебәрергә тәҡдим итте. Сарала ҡатнашыусылар уны хупланы.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары Вәлиәхмәт Бәҙрет­динов сығышында “Айыҡ ауыл” проекты эшенең әүҙемерәк барыуын, уға республика интеллигенцияһы ла ҡушылһын ине, тигән теләген белдерҙе. Айыҡ тормошто популярлаштырыу өсөн урындарҙа осрашыуҙар, саралар, автоуҙыштар ойошторорға кәрәклеген билдәләне.
“Айыҡ Башҡортостан” ойошмаһы рәйесе Роберт Дәүләтшин эскелеккә ҡаршы көрәш һәм айыҡ тормошто пропагандалау юлдары тураһында һөйләне, бик күп тәҡдим менән сығыш яһаны.
Сәләмәт йәшәү рәүеше өсөн көрәштә йәш ғаиләләргә лә ҙур иғтибар бүленә. Шуға күрә айыҡ туйҙар үткәреүгә булышлыҡ итеү, ЗАГС бүлектәрендә сәләмәт тормошто хуплаған дискылар таратыу­ҙы ойоштороу тураһында ҡарар ҡабул ителде.
Кәңәшмәлә “Айыҡ туй” конкурсы ойоштороу фекере яңғыраны. Шулай уҡ “Айыҡ ауыл” исемен “Айыҡ Башҡортостан”ға үҙгәртеп, конкурсты киңерәк масштабта үткәреү хаҡында һүҙ булды.
Лилиә Ғүмәрова билдәләүенсә, айыҡлыҡ өсөн көрәштә иғтибарҙы сәләмәт йәшәү рәүешенә әйҙәгән халыҡтарҙың традицияларына йүнәлтергә кәрәк. Бынан тыш, йәштәрҙе йәлеп итеү өсөн төрлө интернет-ресурстар, социаль селтәрҙәр кеүек заманса мәғлүмәт таратыу сараларын ҡулланыу ҙа зарур.

Гүзәл БИКМӘТОВА.

Сығыу ваҡыты 19-04-2013, 10:38 | Ҡаранылар: 845
|
  • Беҙ сәләмәт тормош яҡлы!
  • Ҡайһы ауыл иң айығы булыр
  • Кемдең ауылы айығыраҡ?
  • «Айыҡ ауыл» конкурсына баймаҡтар ҙа ҡушылды
  • Рәсәйҙә Урындағы үҙидара көнө билдәләнде
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Еҙем-Ҡарандарға оят!
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Ҡырау төшөүе ихтимал
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM