НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » Күсемһеҙ милек йәрминкәһе

Күсемһеҙ милек йәрминкәһе


Өфөлә «Аҡбуҙат» ипподромының төп трибунаһында ойошторолған «Күсемһеҙ милек. Көҙ – 2010» XV күргәҙмә-йәрминкәһе быйыл да халыҡты байтаҡ йыйҙы. Унда ҡатнашыусыларҙың да, күргәҙмәне күрергә килеүселәрҙең дә күп булыуы аңлашыла – йәрминкә мәртәбәле һәм ул төрлө мәсьәләләрҙе хәл итергә ярҙам итә. Был сарала ҡаланың эре төҙөлөш компаниялары, күсемһеҙ милек өлкәһе эксперттары, банкылар, страховкалау һәм инвестиция компаниялары вәкилдәре ҡатнашты.
Шуныһы ла бар – «Күсемһеҙ милек. Көҙ – 2010» XV күргәҙмә-йәрминкәһе төрлө экспозициялар менән генә сығыш яһамай. Унда «Финанс йәрминкәһе», «Файҙаланылмаған майҙандар йәрминкәһе», «Сит илдәге күсемһеҙ милек салоны», «Шәхси иғландар стенды» кеүек проекттар ҙа тормошҡа ашырыла. Ә иң мөһиме – күсемһеҙ милек тармағын ҡыҙыҡһындырған, көнүҙәк булған мәсьәләләрҙе ҡараусы семинарҙар, «түңәрәк өҫтәл»дәр ҙә уҙғарылды.
– Күргәҙмә бөтә граждандар өсөн дә төҙөлөш ойошмалары тураһындағы мәғлүмәтте асыуы менән көнүҙәк, – тине «Күсемһеҙ милек. Көҙ – 2010» XV күргәҙмә-йәрминкәһен тантаналы асыуҙа ҡатнашыусы Башҡортостан Республикаһының ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры Юлай Ильясов. – Бында республикала ошо өлкәлә күрһәтелгән хеҙмәттәр, торлаҡ баҙарының тәҡдимдәре менән танышырға, төҙөүселәргә туранан-тура мөрәжәғәт итергә мөмкин.
«Күсемһеҙ милек. Көҙ – 2010» XV күргәҙмә-йәрминкәһенең эшлекле программаһы ла бик бай булды. Иң тәүҙә унда «Башҡортостан Республикаһында аҙ ҡатлы йорттар төҙөү» темаһына «түңәрәк өҫтәл» ойошторолдо. Унда был йорттар­ҙы төҙөүҙең перспективалары, ҡайҙа урынлашасағы, кемдәр йәшәйәсәге кеүек ҡыҙыҡлы мәсьәләләр тикшерелде.
Шулай уҡ семинарҙарҙа, «түңәрәк өҫтәл»дәрҙә күсемһеҙ милек тармағында хәүефһеҙ килешеүҙәр төҙөү, сит илдәрҙә йорттар һатып алыуҙың юлдары, перспективалары, ҡулланыусыларҙың хоҡуҡтарын яҡлау проблемалары ла ҡаралды. Ипотека, торлаҡҡа эйә булыу­ҙың юлдары, йорт төҙөү өсөн ер алыу мәсьәләләре лә ситтә ҡалманы.
«Күсемһеҙ милек. Көҙ – 2010» XV күргәҙмә-йәрминкәһен асыуҙа ҡатнашыусы Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы урынбаҫары Рәмил Дилмөхәмәтов экспоненттарҙың күп төрлө булыуына баҫым яһаны. Күргәҙмәлә күрһәтелгән архитектура проекттары тотош республикаға ла, айырым төҙөүселәргә лә иҫәпләнгән.
Яҡын киләсәктә ошондай уҡ күргәҙмә-йәрминкәләрҙе республиканың башҡа ҡалаларында ла ойошторорға ниәтләйҙәр.

Лилиә СИРАЕВА.
Юлай КӘРИМОВ фотолары.

Сығыу ваҡыты 26-10-2010, 14:32 | Ҡаранылар: 1024
|
  • Ит йәрминкәләре башланды
  • Өс һөйләм менән
  • Күсемһеҙ милек баҙары
  • ИТ ЙӘРМИНКӘЛӘРЕ ДАУАМ ИТӘ
  • Өфөлә йәрминкәләр башлана
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Исемең матур, кемдәр ҡушҡан, Һине күреп кем туйған…
  • Дилә ИШБАЕВА.
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • “Уның үлемен теләп йәшәнем...”
  • Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?
  • Үҙҙәре «һауын»ға әйләнеп бара...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (3.11.2017)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (10.11.2017)
  • Донъяһына күрә түрәһе
  • Ләйсән Ҡаразбаева хәбәр итә:



  • Радио Юлдаш FM