НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » Мин нисек комсомолға индем?

Мин нисек комсомолға индем?


Сабир ҒӨБӘЙҘУЛЛИН, 43 йәш:
– Мәктәптә әллә ни яҡшы уҡый алманым. Шулай ҙа класта барыһы менән бергә комсомол булыу бәхете тейҙе. Иллә-мәгәр комсоргтан йыш ҡына эләгә торғайны. Шуныһы ҡыҙыҡ: бөтөнләй көтмәгәндә инеп киттем комсомол сафына. Уставты ятларға бирҙеләр, ятлай алмайым да ҡуям. Минең өсөн бик ауыр нәмәләр яҙылған кеүек тойола ине унда. Партия етәкселәренең исемдәрен белергә ҡуштылар. Өлкән ағайым, эй, ыҙаланды миңә шуларҙың фамилияларын ятлатып. Ахыры ҡул һелтәне. Алмаһалар, алмаҫтар, уҡыуҙан ҡыуып ҡуйһалар ҙа иламаҫмын, тип барҙым шул көндө мәктәпкә. Ҡыҙара бүртеп килеп баҫтым һорау алыусылар алдына. Баҡһаң, миңә нимә тылҡығандар – барыһы ла иҫемдә ҡалған булған. Хатта уставтан мәғәнәһен бөтөнләй аңламаған һөйләмде лә әйттем дә бирҙем. Әллә ни әүҙем комсомол булдым, тип әйтә алмайым, әммә эсеү-тартыуҙан, тәртип боҙоп йөрөүҙән алыҫ булдым.

Радик ВАФИН, 46 йәш:
– Ул саҡта комсомол булыу «текәлек» ине. Беҙҙең бер туғаныбыҙҙы мәктәптә уҡығанда комсомолға алмағандар. Һөнәрселек училищеһына ингәс кенә, әллә 20 йәшендә, Устав ятлап йөрөгәнен хәтерләйем. Бик кәм тоя ине үҙен. Мин иһә пионер саҡта уҡ һәйбәт барабансы булдым, шуға кластан тәүгеләрҙән комсомолға алындым. Бик шаян инем. Комиссияла ултырған уҡытыусының: «Ни өсөн комсомол ойошмаһына инәһең?» – тигән һорауына ла шуҡлығымдан сығып, саҡ: «Класташтарҙан ҡалышырға ярамай бит», – тип яуап бирмәнем. Юҡһа, күрер инем комсомол билетын! Был һорауға яуапты комсомол булған һәр кем иҫләй торғандыр. Әсәйем ВЛКСМ ағзаһы булыуымды байрам һымаҡ ҡабул итте һәм тәмле бәлештәр бешереп ҡаршыланы. Бер күңел­һеҙ ваҡиға иҫтә – комсомол билетымды юғалтҡан өсөн ҡаты киҫәтеү алдым. Мине яуапһыҙлыҡта ғәйепләнеләр.

Ғәлиә СӘЛИМЙӘНОВА, 54 йәш:
– 14 йәшемдән комсомол булып киттем. Мәктәп йылдарындағы иң сағыу ваҡиға, тип иҫәпләйем ошо ойошма сафына алыныуымды. Ул көндө көтөп алдым, комиссия ултырған бүлмәгә инер алдынан ныҡ тулҡынландым. Алмай ҡуйһалар, тип хәүефләндем. Былай бер ҙә кире ҡағырға сәбәптәре юҡ, тип үҙемде ҡат-ҡат тынысландыра-тынысландыра саҡ сиратымды көтөп еткерҙем.
Уставты нисек яҡшы ятлағанымды белһәгеҙ! Оҙаҡ йылдар һәр һүҙен хәтерҙә тоттом. Шулай ҙа комиссия артыҡ һорау биреп йонсотманы. Сөнки мин алдынғы уҡыусы, пионер-активистка, етмәһә, спортсы инем. Бер аҙ үпкәләнем дә хатта – исмаһам, башҡаларға биргән: «Ни өсөн комсомол сафына инергә теләйһең?» – тигән һорауҙы ла бирмәнеләр. Ә был бик мөһим ине. Комсомол – өлгөлө кеше, тип өйрәтә ине атай-әсәйҙәр. Шуға ынтылдыҡ та инде.

Сығыу ваҡыты 26-10-2010, 14:29 | Ҡаранылар: 1267
|
  • Комсомол – ул беҙҙең йәшлек
  • Иҫтәлекле ваҡиға
  • «Комсомол беҙҙең бөтә ғүмеребеҙ ине»
  • «Алға!» – тип оран ташлау етә ине...»
  • Йәшлегем һин – комсомол!
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Исемең матур, кемдәр ҡушҡан, Һине күреп кем туйған…
  • Дилә ИШБАЕВА.
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Үҙҙәре «һауын»ға әйләнеп бара...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (3.11.2017)
  • Донъяһына күрә түрәһе
  • Ләйсән Ҡаразбаева хәбәр итә:
  • Бала тәрбиәләүсе ғаиләләр өсөн ташламалар һәм пособиелар
  • Кешегә исем бүләк итәләр
  • Иҙел бит ул...



  • Радио Юлдаш FM