RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Байрам нисек үтә?

08.03.2013 Байрам нисек үтә?

Шәп байрам инде бөгөн, бик шәп! Моғайын, күп ир-егет, таң менән тороп, гүзәлдәренә сюрприздар эшләгән, инде әллә ҡасандан бүләктәр ҙә һатып алып ҡуйғандыр.
Һәр йорттоң, һәр кемдең үҙ йолаһы, үҙ ҡыҙыҡтары бар. Шуға ла “Байрам һеҙҙә нисек үтә?” тигән һорау менән бер нисә гәзит уҡыусыбыҙға мөрәжәғәт иттек.

Әлиә АЛЛАҒОЛОВА, “Газпром трансгаз Өфө” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә кадрҙар буйынса инспектор:
– Гүзәл байрамды дуҫтарым менән тәбиғәт ҡосағында үткәрергә күнеккәнмен. Үтеп барған ҡыштың бурандарында, көрттәрендә саңғыла, тюбингта шыуыу ҡыш менән хушлашыу, яҙҙы ҡаршылау байрамына ла оҡшап китә. Шешлек әҙерләйбеҙ. Беҙ, ҡыҙҙар, теҙгенде егеттәргә тапшырып, улар әҙерләгән байрам күстәнәстәренән ауыҙ итеп, бүләктәр алып рәхәтләнеп кенә йөрөйбөҙ.
Шулай ҙа быйылғы 8 Март байрамын айырыуса ҙур елкенеү менән көтәм. Ниндәйҙер бер мөғжизә булырға тейеш – күңел һиҙә…

Рөстәм МӘХМҮТОВ, табип:
– Әсәйем был көндө үҙенә бик шәп бүләк эшләгән – мине – беренсе балаһын тапҡан. Был байрамда тыуған көнөм булғас, ул нисектер ҡыҙыҡ ҡына үтеп китә. Әле яңыраҡ өйләндем, кәләшем менән шундай план ҡорҙоҡ – төшкә тиклем мине ҡотлайҙар, төштән һуң 8 Март башлана.
Тороу менән миңә романтик иртәнге аш буласаҡ, бүләк тә көтәсәк. Ә инде кисен ресторанға барырға йыйынабыҙ. Шулай, ҡатын-ҡыҙҙар үҙҙәренең байрамын торғоҙоп ҡалдырмай. Әсәйемә иң рәхәте – 8 Мартты донъялағы иң ҙур байрам кеүек билдәләй, уҡытыусы ла булғас, уны был байрам менән ҡотлаусылар айырыуса күп.
Бөгөнгөләй иҫемдә – үҫмер саҡта дуҫлашып йөрөгән ҡыҙыма тыуған көнөмдөң тап 8 Мартҡа тура килеүе һис оҡшамай ине. Үпкәләшеп, әрләшеп тә ала инек.

Лилиә ХӘСӘНОВА, биш бала әсәһе:
– Минең өс улым һәм ике ҡыҙым бар. Ирем шәп – йыл һайын улдарым менән бергәләп берәй сюрприз әҙерләп ҡотлайҙар. Былтыр, мәҫәлән, һәр беребеҙ өсөн ағастан ҡош оялары эшләп, унда исемдәребеҙҙе яҙып, ағастарға элеп ҡуйҙылар. Улары эй матур инде, төрлө төҫкә буяғандар! Тик сыйырсыҡтар яман булып сыҡты – беҙҙең ояларҙы урап уҙҙы, әллә аллы-гөллө булыу­ҙары күңелдәренә ятманы инде… Ярай, беҙгә барыбер оҡшаны, әле һаман эленеп торалар әле, бәлки, быйыл ҡоштар килер.

Артур ӘХМӘТОВ, эшҡыуар:
– Мин был байрамды бөтөнләй билдәләмәйем һәм бер кемде лә ҡотламайым. ҡатыным һәм ҡыҙым да шулай уҡ. Беҙ мосолман ҡанундары буйынса йәшәйбеҙ.

Лилиә СИРАЕВА яҙып алды.












Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”