НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Выборы 2018 Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » Насар һүҙле фельдшер хаҡында

Насар һүҙле фельдшер хаҡында


Дауаханала иртәнән алып кискә тиклем ауырыуҙарҙы табип менән фельдшер ир хеҙмәтләндергән. Фельдшерҙың теле шул тиклем әшәке булған, ул кемде лә булһа насар һүҙҙәр менән әрләмәйенсә тормаған. Ул хатта үҙенең бысраҡ һүҙҙәре менән Аллаһы Тәғәләгә лә ҡағылған.
Бер заман табипҡа бик алыҫтан дуҫы килеп төшә. Табип уны үҙе яһаған операцияны күҙәтергә саҡыра һәм унда фельдшер ҙа ҡатнаша. Ҡунаҡты операция өҫтәлендә ятҡан кешенең яраһынан ағып сыҡҡан насар еҫле ҡан ҡатыш эренде күреү тетрәндерә. Ә теге фельдшер һаман да шул үҙ холҡон ташламай: тағы ла йәмһеҙерәк, насарыраҡ һүҙҙәрҙе ҡабатлай. Шул саҡ табиптың дуҫы был тиклем дә бәйһеҙлеккә түҙмәйенсә:
– Һин нисек был кешенең ошондай насар һүҙҙәрен түҙеп тыңлап тораһың? – ти.
– Ҡәҙерле дуҫҡайым, – ти табип, – мин эренле яраларға өйрәнеп бөттөм инде. Уларҙан эрен ағырға тейеш. Әгәр ҙә эрен кешенең тәненә йыйыла икән, ул асыҡ яранан сыға. Ә инде эрен уның күңелендә икән, ауыҙынан ағасаҡ. Минең фельдшерым да ошо насар һүҙҙәре менән күңелендә йыйылған асыуын түгә һәм күңеленән уларҙы яранан сыҡҡан эрен һымаҡ итеп сығара.

Рәмилә ТАЙСЫНОВА
тәржемәһе.

Сығыу ваҡыты 26-02-2013, 13:02 | Ҡаранылар: 840
|
  • Фельдшер икәнһең - ауылда эшлә
  • Бер юлы ике шатлыҡ
  • Мин нисек итеп яңы йылды ҡаршыланым..
  • Табиптар фатирлы булды
  • Кеше һәм Алла
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


    Борьба с коррупцией

    [/aviable]

  • Аҡ күлдәк (Хикәйә)
  • Логотибы яман, шыр хаталы булһа ла «Башҡортостан гүзәле-2018» матурлыҡ конкурсы тамамланды
  • Радий Хәбиров бөгөн Башҡортостандың беренсе Президенты Мортаза Рәхимов менән осрашты
  • Мең дә бер кисәнән кәм түгел (Булған хәл)
  • Ҡолаҡ һал! Дарыу урынына – һуттар
  • Әлиә БАТРАЕВА, 19 йәш,
  • «Киндер - сюрприз» һораған Рамаҙанға — конструктор
  • Кәүсәриә
  • Ял итергә барһағыҙ
  • «Ғүмер буйы иремә рәнйеп йәшәйем»



  • Радио Юлдаш FM