RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » “Уҡытыусы ла, тәрбиәсе лә, атай ҙа булды беҙҙең өсөн”, –

29.01.2013 “Уҡытыусы ла, тәрбиәсе лә, атай ҙа булды беҙҙең өсөн”, –

“Уҡытыусы ла, тәрбиәсе лә, атай ҙа булды беҙҙең өсөн”, –
тиҙәр Әлфир Ғайсин тураһында элекке уҡыусылары
Белешмә
Әлфир Сулпан улы Ғайсин Күгәрсен районында тыуған. Хеҙмәт юлын, БДУ-ны тамамлағас, тарих уҡытыусыһы булып башлаған. Райондың Мораҡ ауылында гимназия директоры урынбаҫары, директор булып эшләгән. 2004 йылдан − Рәми Ғарипов исемендәге республика башҡорт гимназия-интернаты директоры. РФ мәғарифының почетлы хеҙмәткәре, ат­ҡаҙанған фән һәм мәғариф хеҙмәткәре, БР-ҙың мәғариф алдынғыһы.
Балалар аңы, аҡылы, уйҙары, фекере ҡатмарлы һәм мауыҡтырғыс. Улар күңеленә бөтә кеше туп-тура юлды оҫта табыу һәләтенә лә эйә булмай әле. Бала күңеле менән яманды һиҙә, тип өлкәндәр юҡҡа әйтмәйҙер. Бөгөнгө заман балаларының уғата үҙенсәлекле булыуын да иҫәпкә алһаҡ, уҡытыусыларға, педагогтар һәм, ғөмүмән, балалар менән тығыҙ бәйләнештә эшләүселәргә, көнөнөң күп ваҡытын үткәреүселәргә Аллаһ ярҙам бирһен, тип әйтеү ҙә урынлы. Йыш ҡына шулай килеп сыға – уҡытыусы ғаиләһендә тыуып үҫкән бала ла ошо һөнәрҙе һайлай. Тимәк, был ғаиләлә тап шул һөнәрҙең “иң-иң” булыуына инаныс барлыҡҡа килгән, уҡыусылар менән эшләүҙең өҫтөнлөктәренә баҫым яһалған, бер һүҙ менән әйткәндә, уҡытыусы ата йә әсә үҙ һөнәренән ҡәнәғәтлек тапҡанын балаларына һеңдергән, тәжрибә биргән.
Был мәҡәләнең геройы – Рәми Ғарипов исемендәге республика башҡорт гимназия-интернаты директоры Әлфир Ғайсин да тап шундай ғаиләлә үҫкән. Атаһы Сулпан Абдулхаҡ улын да күптәр юғары педагогик белемгә эйә булып, һөнәренең яуаплылығын, бурысын үҙ иңендә яҡшы татыған кеше булараҡ беләлер. Күгәрсен районының мәғариф бүлеген етәкләгән, мәктәп директоры вазифаһын башҡарған, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре, БР-ҙың мәғариф алдынғыһы булған атай, моғайын да, балаларына уҡытыусы, педагог, етәксе тормошон һәйбәт төшөндөргәндер.
Әгәр уның янынан, “ҡанаты аҫтынан” сығыусылар, был кеше тураһында йылы һүҙҙәр менән иҫләй икән, тимәк, ысынлап та, кешелекле, кеселекле, тик яҡшылыҡтары менән генә күңелдә уйылып ҡалған шәхес булғаны аңлашыла. Уҡытыусыларын, унан да бигерәк, директорын, маҡтау түгел, исем-шәрифтәрен тиҙ генә онотоусылар ҙа етерлек тә баһа бөгөн. Әлфир Ғайсин иһә элекке уҡыусыларының күбеһе өсөн хатта атай кеүек булыуы, уны тап ошо һүҙгә бәйләп һөйләүҙәре юҡҡа түгелдер.
Түбәндә педагог һәм етәксе ҙур тормош юлына сығырға ярҙам итеүсе бер төркөм йәштәр фекере, һоҡланыуы һәм өлгө алырға ынтылыу­ҙарын белдереүе менән тулы хат юлдары.

Интернат – икенсе өй, икенсе ғаилә…

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында атай-әсәйһеҙ ҡалған балалар өсөн интернат булараҡ асылған мәктәп бөгөн дә йөҙәрләгән уҡыусыһын белемле, аҡыллы, тәрбиәле итеп ҙур тормошҡа сығара. Рәми Ғарипов исемендәге республика башҡорт гимназия-интернаты тураһында һүҙ. Ул көндән-көн яңы милли кадрҙар әҙерләй тиһәк тә була. Уны тамамлаусыларҙың 98 проценты юғары уҡыу йортона инә. Мәскәү, Санкт-Петербург кеүек ҙур ҡалаларҙа ла ошо гимназия йәштәре һөнәр ала. Күптәре үҙ һөнәре буйынса етәксе лә булып китә. Иң мөһиме, гимназиянан рухлы, әҙәпле егет һәм ҡыҙҙар сыға.
Әлбиттә, юғары күрһәткестәр еңел бирелмәй. Барлыҡ һөҙөмтәләр – уҡыу йортоноң хеҙмәткәрҙәре тырышлығы. Интернат улар өсөн − икенсе өй, ә уҡыусылар үҙ балалары кеүек тиһәк тә, бер ҙә арттырыу булмаҫ, моғайын. ҡайҙа ғына булһаң да, алдынғы, намыҫлы, кешелекле булырға өйрәтә улар. Белем биреүҙән тыш, әүҙем булыу сифаттарына ла баҫым яһала. ҡыҫҡаһы, балалар мәктәпте ҙур тормош юлына әҙер булып тамамлай.
Гимназияның уңыштарында уны етәкләүсе Әлфир Ғайсиндың туранан-тура өлөшө бар. Директор йөгөн ышаныслы тартыусы тураһында һөйләгәндә, беҙҙең Әлфир Сулпан улы, тип әйтке килә, сөнки ул күптәр өсөн атайҙарса хәстәрлекле лә, талапсан да, өлгө лә булып тора. Балаларҙы яратырға, уларға ярҙам итергә генә тыуған кеше.
Уҡыусылар иртәнге зарядкаға сыҡҡанда мәктәпкә килә лә, ҡараңғы төшөп, “отбой” иғлан ителгән ваҡытта ғына эштән ҡайтырға сыға. Линейкалар, мәҙәни саралар, дәрестәр, фәнни ултырыштар, спорт ярыштары, интернат тәртибен һаҡлау − Әлфир Сулпан улының бөтә ваҡыты, хатта шәхси тормошона тәғәйен сәғәт-минуттары ла гимназия көнитмешенә барып тоташа.
Тормош шундай – һәр ваҡыт бер төрлө йәшәмәй кеше. Бала, үҫмер саҡта төрлө осраҡтар ҙа йыш килеп тыуыусан. Ә балаларҙы һәр саҡ маҡтап, яғымлы һүҙҙәр менән генә тәрбиәләү ҙә мөмкин түгел. Шулай ҙа, сетерекле күренеш була ҡалһа, директор алдына тик әрләү һүҙе ишетергә килеп баҫмай уҡыусыһы. Тәжрибәле, етди, кешелекле педагог балаға индивидуаль кәңәш бирергә тырыша, иҫкәртеүҙәре лә шул юҫыҡҡа ҡорола. Был Әлфир Ғайсиндың оҫта психолог булыуына ла бәйлелер. Сөнки үҫмерҙең күңеленә кәрәкле кәңәштәр менән инеү өсөн дә ярайһы тырышлыҡ талап ителә.

Уның тураһында − уҡыусылары

“Әлфир Сулпан улы үҙ эшенә бөтә оҫталығын һала, йөрәген бирә, гимназистарҙың һәр көнөн ҡыҙыҡлы һәм файҙалы итергә тырыша. Уның дәрестәре белем биреү менән генә сикләнмәй, ә темаға тура килтереп, йә башҡа формала аңлайышлы итеп тормошта дөрөҫ юл һайларға өйрәтә. Ниндәй генә проблемаң, үтенесең менән мөрәжәғәт итһәң дә, һәр саҡ кәрәкле һүҙҙәр табып йыуата һәм ярҙам итә белә. Изге күңелле кеше ул”, − тип яҡты йөҙ менән һөйләй уның элекке уҡыусыһы, хәҙер Мәскәү дәүләт аҙыҡ-түлек университеты студенты Дилара Кәримова.
Әйткәндәй, илдең баш ҡалаһында уҡыусы элекке гимназистар башҡаларҙан ихласлығы, тәрбиә кимәле һәм илһөйәрлеге менән айырылып торғандай. Бында йылдан-йыл артабыҙ, осрашабыҙ, интернатты һағынып иҫләйбеҙ. Әлбиттә, гимназиялағы ниндәй генә ваҡиғаны хәтерләмәйек (ә улар онотолмай ҙа, бер ҡасан да күңелдән дә сыҡмай), һәр кемебеҙ, тәү сиратта, Әлфир Сулпан улына һоҡланыу менән һүҙ башлай.
Уның йәнә бер уҡыусыһының әйткәне: “Гимназияны тамамлап сығыусыларҙың артабанғы тормошо ла уның өсөн барыбер түгел − әле лә хәстәрлеген тоябыҙ. Ул атайҙарса етди ҡарашлы ла, әсәйҙәрсә бөтә күңеле менән ярата белеүсе лә, ябай ҙа, дуҫ та”. Бөгөн Мәскәүҙең И. Губкин исемендәге Рәсәй дәүләт нефть һәм газ университетында белем алыусы Миләүшә Вәлиеваның һүҙҙәре был.
Гимназиялашым, 2007 йылғы сығарылыш уҡыусыһы Айбулат Йәнтүрин да директорыбыҙ, уҡытыусыбыҙ һәм тәрбиәсебеҙҙе яратып, гел йылы һүҙҙәр менән иҫкә төшөрә. Әлфир Ғайсин егетте һәр ваҡыт алға ынтылырға, ауырлыҡтарға бирешмәҫкә, көслө рухлы булырға өйрәтә. Бала һәм үҫмер сағы Рәми Ғарипов исемен йөрөткән гимназияла үткәнлектән, Айбулаттың шәхесе ошонда формалаша. тәрбиәлә һәм белем биреүҙә Әлфир Сулпан улы индергән яңы, креатив система лидерлыҡ сифаттарын көсәйтеүгә лә ныҡ ҡына булышлыҡ итә. “Мәскәү, Санкт-Петербургтың юғары уҡыу йорттарына инеү өсөн белемде һынап ҡарарға тип, һуңғы кластарға етер-етмәҫтән ынтылышты көсәйтә, тес­тарҙа ҡатнаштыра ине. Сығарылыш­тан һуң да беҙҙең һөҙөмтәләребеҙҙе үҙебеҙҙән бигерәк көтөп алыусы ул булғандыр. Мәскәүгә уҡырға инеп, дөйөм ятаҡҡа урынлашҡанда ла уның ярҙамын тойҙоҡ”, − ти Айбулат. Егет РФ Хөкүмәте ҡарамағындағы финанс университетын тамамлай. Ә уҡыу барышында күп уңыштарға өлгәшеп, Лондонда уҡырға һайлап алына. Бөгөн ул – “Britain Education Support Services” компанияһы етәксеһе. Һәр уңышында Әлфир Сулпан улының атайҙарса ярҙамын тойоуын һәм рәхмәтен белдерә Айбулат.
Педагогты тылсымлы әкиәттәге түгел, ә бөгөнгө заман геройы менән сағыштырам. Ысынлап та, ул – минең һәм башҡа бик күптәребеҙ өсөн тап шундай. 2009 йылда мәктәпте тамамлап, Мәскәү дәүләт университетына имтихан тоторға киткән сағым бөгөнгөләй күҙ алдымда ғына тора. Хәстәрлекле етәксебеҙҙең: “Флорида, һин юғары бейеклектәргә, изге эштәргә, маҡсаттарға ынтылырға тейешһең”, − тигән һүҙҙәр менән талапсан да, хәстәрлекле лә, борсолоулы ла рәүештә оҙатып ҡалғаны мәңге онотолмаҫ. Ошондай һүҙҙәрҙән һуң нисек инде тормош арбаһынан төшөп ҡалаһың да, кәртәләрҙе үтә алмай юғалаһың?! Һәр баланың киләсәге өсөн бар күңелен һалған кешенең йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтереү мөмкин түгел!
Ошо уҡ интернатты тамамлап, Рәсәй Халыҡтар дуҫлығы университетында һөнәр алыусы Алмас Хәтмуллин етенсе класта уҡығанда уҡ Әлфир Ғайсиндың дәртләндереп әйткән һүҙҙәрен әле булһа һағынып иҫләүен гелән һөйләй. Үҫмерҙе линейкала яҡшы уҡығаны өсөн ҡотлап: “Афарин, Алмас, уңыштар һиңә”, − тигәнен тәүге еңеүе тип һанаған, үҫкәс тә, егет булғас та, тап ошо һүҙҙәр һәр саҡ беренсе булырға саҡырып торған һәм торасаҡ.

Беҙ – уның йөрәгендә

Эйе, уҡытыусыбыҙ, тәрбиәсебеҙ, директорыбыҙ хыялында беҙ – Башҡортостан киләсәген үҫтереүсе милли кадрҙар, буласаҡ етәкселәр. Йөрәгендә иһә гимназияның шау-гөр килеп торған бала саҡ илендә йүгереп йөрөгән ҡолонсаҡтары булып һаҡланып ҡаласаҡбыҙ.
Әлфир Сулпан улы Ғайсин ғүмеренең “алтын” йәшенә етте. Әле йөҙәрләгән, меңәрләгән баланың күңеленә изгелек орлоғо һаласаҡ, бик күптәргә тормошта уң юл күрһәтәсәк һәм беҙ уға һоҡланған кеүек, һәр уҡыусыһының уңышын көтөп алып, ҡыуанасаҡ мәлдәре алда уның.

Флорида МИҺРАНОВА,
Мәскәү дәүләт университетының журналистика факультеты
студенты.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”