НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » Сәсегеҙҙе тәрбиәләй беләһегеҙме?

Сәсегеҙҙе тәрбиәләй беләһегеҙме?


Cәстең тиҙ майланыуынан нисек ҡотолорға?

Сәстең майлылығын кәметеү өсөн әсегән һөт ҡулланалар. Уны болғатып күпертәләр, баш тиреһенә һылайҙар һәм бер сәғәт тоталар. Аҙаҡтан яҡшылап йыуғас, әсегән һөттө ҡабат баш тиреһенә һөртөргә. Был юлы биш кенә минут тоталар ҙа һыу менән сайҡаталар.

Ҡауаҡтан арынырға теләһәгеҙ

Сәсегеҙҙең төптәренә ышҡый-ышҡый вазелин һөртөгөҙ. 45 минуттан сәсегеҙҙе ябай ысул менән йыуығыҙ. Ләкин йомшаҡ һыу һәм балалар һабыны йә бор-этил матдәләре ҡушылған һабын менән йыуырға кәрәк. Бер ҙә булмаһа, өс литр һабынлы һыуға 1 йомортҡа һарыһы, 1 – 2 балғалаҡ бор кислотаһы һалынған иретмә менән сайҡағыҙ.

Сәс ҡойолоуҙы нисек туҡтатырға?

Сәс ҡойолоуға, ғәҙәттә, йә йәрәхәт, йә ҡыҫыҡ баш кейеме кейеү, күп осраҡта витаминдар етешмәү, нервы тынысһыҙлығы сәбәпсе була. Бындай саҡта һауала ялан баш йөрөү файҙалы. Башҡа эҫе йә һалҡындан зыян килергә тейеш түгел, әлбиттә.
Сәс үҫһен өсөн кәрәкле витаминдар тураһында ла ҡайғыртырға кәрәк. Бигерәк тә йәшелсә аштары, арыш икмәге файҙалы.
Сәс ҡойолоуҙы туҡтатыуҙың борондан килгән иң һөҙөмтәле, киң таралған ысулы – йыуғандан һуң баш тиреһенә кесерткән төнәтмәһе һөртөү. Төнәтмә былай әҙерләнә: бер аш ҡалағы кипкән, ваҡланған кесерткән япрағына бер стакан ҡайнаған һыу ҡойоп, бер сәғәт томалап тоторға. Аҙнаһына 1 – 2 тапҡыр баш тиреһенә һөртөргә.

Рәмилә ТАЙСЫНОВА әҙерләне.

Сығыу ваҡыты 14-08-2010, 14:26 | Ҡаранылар: 1494
|
  • Авитаминоздан Нисек ҡотолорға?
  • Тире – организмдың көҙгөһө
  • Витаминдар ҡайҙа үҫә?
  • Булғанда – бүреләй, булмағанда…
  • Сәскәйҙәрең толом-толом...
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Хужабикәгә кәңәш (15.12.2017)
  • Бисмилла көсө
  • "Ғашиҡ булдым еҙнәйемә"
  • Ҡыҙҙарҙың һылыуҙарын, уңғандарын билдәләнек, “Йәшлек” гүзәле – 2017” конкурсын тамамланыҡ!
  • Яңы йыл ҡаласыҡтары, боҙ һындары... Аҡъяр биҙәге
  • Ҡыш бабай бүләге (хикәйә)
  • Ҡәйнәмә түҙер әмәлем ҡалманы
  • Яңы йылға бүләкле булдылар
  • Иғтибар! Өр-яңы әҙәби конкурс! Ҡәләмеңде ал ҡулыңа! 50 мең һумлыҡ бүләк һине көтә!
  • Йондоҙнамә (8-14 ғинуар)



  • Радио Юлдаш FM