RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » "Әгәр донъя бөтмәһә..."

18.12.2012 "Әгәр донъя бөтмәһә..."

Ашыҡма, Ахырызаман!

Тилермәгеҙ, кешеләр!
ҡиәмәт көтөп ятһағыҙ,
Эшегеҙҙе кем эшләр?
ҡайһы иҫәр таяҡ тыҡты
ҡырмыҫҡа иләүенә?
Беҙҙең ниндәй ҡыҫылыш бар
Майя ҡәбиләһенә?
Ул календарь шып туҡтарға
Берәй сәбәп булғандыр,
Йә күҙ терәп торған һуңғы
ҡәләмдәре һынғандыр.
Йә ҡағыҙы бөткәндер
Килтергәнсе ҡайҙандыр.
Йә «писар»ҙың яҙмаларын
ҡойма ямғыр сайғандыр,
Йә бисәһе малай табып,
Шуға туҡтап торғандыр.
Беҙҙең ирҙәр кеүек улын
Оҙағыраҡ «йыуғандыр».
Һис булмаһа, йәше етеп,
ҡартайғандыр, үлгәндер.
Йә булмаһа, майялар
наҙаныраҡ булғандыр.
Ә беҙ әйҙә тилерәбеҙ, ‒
ҡаңғырабыҙ, илайбыҙ.
ҡотолоу юлдары майшәм,
Шырпы, тоҙ, тип уйлайбыҙ.
Аҡылыңа кил, башҡортом!
Бер Аллаһыға һыйын.
Матур саф ҡышҡы иртәне
ҡаршы алырға йыйын.
Беҙҙең гонаһ-ғәйептәрҙе
Ғәфү ҡыл, Раббым, Мәүләм.
Ауыр ғазаплы уйҙарҙан
Арынһын инде бәндәм.
Тағы бер сабый донъяға:
«Мин тыуҙым!» – тип яр һалһын.
ҡарт ергә яуған аҡ ҡарға
Ғашиҡтарҙан эҙ ҡалһын!
Амин!

Таңһылыу ШӘРӘФЕТДИНОВА.
Баймаҡ районы.

«Йәшлек» һәм сәскәләрем менән ҡалам»
Донъя бөтә, ахырызаман етә, ти ҙә ҡурҡыталар. ҡурҡмайым. Бөтһә бөтә лә ҡуя инде. Бөтә донъя менән идара итеүсе илаһи көс бар икән, бер нәмә лә эшләп булмай. Бер һин генә иҫән ҡалырмын тимә. Иҫән ҡалып та, яңғыҙың нимә эшләрһең? Ни күрһәң дә, донъя менән бергә инде. Шомландыра, шулай ҙа оптимистик ҡараштамын.
Әгәр донъя бөтмәһә, өйөмдөң тирә-яғын, йылдағыса, гөл-сәскәгә күмәсәкмен. Элек-электән сәскәләр үҫтерергә яраттым. Баҡсам тулы сәскәләр. Ниндәйе генә юҡ унда! Ләлә, лилиә, хри­­­­-за­н­­­тема, роза, астра, георгин, пион, петуния, ҡытай розаһы, бәйғәмбәр тырнағы, аҡшамсафа, циния, аҡ һәм һары умырзая, үрмә гөл иртә яҙҙан ҡара көҙгә тиклем сәскә атып, күҙҙең яуын ала. Шул сәскәләрҙән гөлләмәләр яһап, балаларыма, туғандарыма, та­ныш­тарыма бүләк итергә яратам. Урам­дан уҙып барыу­сылар: «Сәс­кә­ләрҙең иң ма­турҙары һинең баҡсаңда икән, Мә­ҙинә апай», – тип һоҡланыуҙарын белдерә.
Районыбыҙҙа йыл һайын сәскә байрамы уҙғарыла. Сәскәләр гөлләмәһе йәки композиция менән шул байрамда ҡатнашып, үҙемә илһам алам, кешеләргә шатлыҡ өләшәм.
Әгәр донъя бөтмәһә, шөғөлөмдө дауам итәсәкмен, аллы-гөллө гөлләмәләрем менән дуҫтарымды, таныштарымды шатландырасаҡмын. Шулай уҡ яңынан-яңы гөлләмәләр, үҙенсәлекле ком­позициялар менән сәскә байрамында ҡатнашырға ла иҫәбем ҙур.
Яҙғандарымды дәлилләп, фотоһүрәтемде лә ебәрәм.
Ахырызаман етә, донъя бөтә, тип уйлап та бирмәнем, киләһе йылдың тәүге яртыһына әллә ҡасан уҡ яратҡан гәзитемә яҙылып та ҡуйғанмын.
Әгәр донъя бөтмәһә, һинең менән бергә булырбыҙ әле, «Йәшлек»!
Мәҙинә АБДУЛЛИНА.
Стәрлебаш районы,
Үрге Шәкәр ауылы.

Яшҡы эштәр эшләп, изгелектәр ҡылайык
Әгәр донъя бөтмәһә, ә ул әлегә бөтмәйәсәк, мин нисек итеп ошоға тиклем тырышып йәшәнем, артабан да шулай йә­шәйәсәкмен, Алла бирһә. Ә донъяның быйыл бөтөүенә ышан­майым да, был хаҡта уйлап та бирмәйем. Яңыраҡ һөйгән ҡыҙым менән өйләнештек, хәҙер инде, Алла бирһә, йорт мәсьәләһен хәл итергә, эш урынымда Германиянан ҡайтарылған яңы техниканы үҙләштерергә, ситтән тороп уҡыуымды яҡшы ғына итеп алып барып, киләсәктә ҡыҙыл дипломға тамамларға кәрәк. Эш­тәребеҙ, пландарыбыҙ күп. Туҙға яҙмаған буш хәбәрҙәргә ышанырға ваҡыт та, теләк тә юҡ. Ә ҡайһы бер кешеләр шул тиклем ҡыҙыҡ була ла инде ул, хатта ололары ла, кесе бала кеүек, юҡ-барға ышанып ҡына бара. Ә бына яҡшылыҡҡа тиһәң, ышаныс юҡ бит. Ни өсөн көнө-төнө һөйләп торған телевидениеға ышанабыҙ, ә бына ҡөрьән яҙыуҙарына ҡолаҡ та һалмайбыҙ? Береһе икенсеһенә һөйләгән хәбәрҙәрҙе күңелебеҙгә яҡын алабыҙ, ә яҡшылыҡҡа юрау, өндәүҙәрен ишетмәйбеҙ ҙә, ишетһәк тә, икенсе берәүгә һөйләмәйбеҙ. Ни өсөн шулай һуң? Бына ошондай кешеләр арабыҙҙа күбәйгән һайын ахырызаман да яҡынлашалыр ул.
Тик әлегә ахырызаман етмәҫ, сөнки арабыҙҙа яҡты, саф, күңелдәре иман менән тулған кешеләр бөтмәгән. Шуны әйтеп үткем килә, дуҫтар, яҡшы эштәр эшләп, изгелектәр ҡылайыҡ, атай-әсәйҙәребеҙҙе, туғандарыбыҙҙы онотмай, һәр береһенә ярҙам итеп торайыҡ, тырышып, ихлас күңел менән йәшәйек. Тик шул ваҡытта ғына тормошобоҙҙа барыһы ла яҡшы булыр, тик шул ваҡытта ғына Хоҙай кешелеккә артабан да бәхетле йәшәргә мөмкинлектәр бирер. Минән һеҙгә бәләкәй генә шиғыр.
Йылы нурҙар һибеп бар донъяға
Иртә таңдан ҡояш ҡалҡа.
Тимәк, йәшәйбеҙ әле, дуҫтар,
Тимәк, ғүмер туҡтамаған, алға
бара.
Ахырызаман етә, донъя бөтә инде,
Тигән һүҙҙәр һеҙҙе борсомаһын.
Эт һуғарып йөрөгән кеше һөйләй
уны,
Белем менән теркәлмәгән
хәбәрен.
Ысын күңел менән, яҡшылыҡҡа
юрап,
Тыныс һәм дуҫ йәшәйек донъяла.
Гел рәхмәтле булып Хоҙайыбыҙға,
Яҡты киләсәгебеҙгә атлайыҡ алға. Амин.

Һәр берегеҙгә изгелектәр теләп, Вадим ӘБСӘЛӘМОВ.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”