RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Почтальондар беҙҙә ҡунаҡта

14.12.2012 Почтальондар беҙҙә ҡунаҡта

Почтальондар беҙҙә ҡунаҡтаГәзитебеҙҙең үткән һанында ҡырмыҫҡалы һәм Архангел райондарының почта хеҙмәткәрҙәрен редакцияға саҡырыуыбыҙ тураһында яҙғайныҡ. Был юлы беҙҙә ҡунаҡта Иглин һәм Нуриман райондары почтальондары булды.
Көн һыуыҡ тороуға ҡарамаҫтан, улар беҙ­гә дәртләнеп килеп етте. Осрашып, уртаҡ мәсьәләләр тураһында һөйләшеп алыу барыбыҙға ла кәрәк бит. Сөнки эшебеҙ, маҡсатыбыҙ асыл­да уртаҡ – уҡыусыға ваҡытында гәзитте еткереү.
Почтальондар беҙҙә ҡунаҡта
Әммә баш ҡалабыҙға са­ҡыр­ғас, почта хеҙмәткәрҙәрен Өфөнөң иҫтәлекле урындары менән таныштырып сыҡмау яҙыҡ булыр ине. Шуға күрә лә ҡунаҡтарыбыҙ өсөн бәләкәй генә экскурсия ойошторорға булдыҡ. Почтальондарыбыҙ ме­нән бергә республика Хәрби дан һәм 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы музей­ҙарын күрҙек, “Ләлә” мәсетенә инеп сыҡтыҡ. Музейҙа ҡунаҡтарҙың әлегә булғаны юҡ икән. Улай тиһәң, Өфөлә йәшәүселәр үҙҙәре лә унда инеп сығырға ваҡыт тапмай. Ә күпме тарихи ҡомартҡы, хәтер хазинаһы һаҡлана унда. Өҫтәүенә, экспонаттар көндән-көн байып, тулыланып тора. Шуға күрә лә музей­ға барыу үҙебеҙ өсөн дә асыш булды, күңелдә һаҡланған ҡәҙер-хөрмәт яңырып, хистәр нескәреп ҡалғандай тойолдо. Кисен ҡунаҡтарыбыҙ “Нефт­се” мәҙәниәт һарайына концертҡа барып, Стәрлетамаҡ драма театры артистарының сығышын күреп ҡайтты.
Почтальондар беҙҙә ҡунаҡта
Гәзиттең халыҡҡа ваҡытында килеп етеүе мөһим. Әммә йыш ҡына баҫма уҡыусы ҡулына һуңлап ҡына барып етә. Бындай хәл бигерәк тә һуңғы осорҙа ҡырҡыулашып китте. Шундай осраҡта беҙ, ғәҙәттә, почтальондарға ғәйеп таш­лар­ға ашығабыҙ. Әммә, тәрәнерәк уйлап ҡарағанда, ябай почта хеҙмәткәрҙәренең бер ғәйебе лә юҡ. Барыһы ла әлеге лә баяғы илдәге иҡтисади үҙгәрештәргә, оптималләштереүгә бәйле. ҡулай­лаштырыу еле почта һәм элемтә өлкәһенә лә килеп етте. Хәҙер күп кенә ра­йондар­ҙа почта бүлексәләре берләштерелә, хеҙмәткәр­ҙәр­ҙең байтағы эштән бушатыла. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, почтальондар үҙ эшен яуаплы итеп башҡарырға ты­рыша. Иглин, Нуриман ра­йон­дарында ла эш күбәйһә лә, ырамлы бара. “Мин дүрт ауылды хеҙмәтләндерәм, − ти Нуриман почтальоны Фида­лиә Мөхәмәтйәнова. – Бәлә­кәй Теңкәш менән Ҙур Теңкәш ауылдарын бер көндә урап сығам, Һарығаяз менән ҡуш­күлде аҙна дауамында хеҙмәтләндерәм. Ауылдар бер-береһенән алыҫ урынлашҡан. 14 саҡрым арауыҡта ятҡан ауылдар ҙа бар. Уларҙы йәйәү йөрөп сығырға тура килә. Транспортта йөрөйөм тиһәң, уныһын үҙең хәстәрләргә бурыслыһың”.
Почтальондар эш планын да үтәргә бурыслы. Эш хаҡы, гәзиткә яҙҙыртыу планынан тыш, тауар һатыу күләменә лә бәйле. Халыҡ гәзит менән бергә йөкмәп йөрөгән тауарыңды алмаһа, хеҙмәтең, түккән көсөң дә бушҡа буласаҡ, тимәк. “Конверт, открыткалар ғына түгел, аҙыҡ-түлек, хатта йорт йыһазы ла һатырға тура килә, − ти Иглин почта бүлексәһенең страховка участкаһы начальнигы Гөл­нара Ғөбәй­ҙуллина. – Эш ауыр булғанға күрә кадрҙар мәсьәләһе лә ҡырҡыу тора. Күбеһе оҙаҡ эшләмәй, Өфөгә китеүҙе хуп күрә”. Нуриман районында ла шул хәл. Байгилде почта бүлексәһенә 11 ауыл тура килә, уларҙы дүрт кенә почтальон хеҙмәтләндерә.
“Йәшлек” гәзитен Нуриман­да, ғәҙәттә, ике йөҙгә яҡын дана алдырһалар, Иглинда − йөҙ тирәһе. Һуңғы осорҙа унда ла гәзит алдырыусылар һанын арттырыу ҡыйынға тура килә. Күбеһе аҡса етмәүенә зарлана. Йөкмәткеле гәзит-журналдарҙы уҡыусылар кәмей. Үкенескә күрә, йәштәр баҫмаларын бында әҙ алдыралар. – Халыҡ нишләптер ҡайһы осраҡта рекламалар баҫтыр­ған гәзиттәрҙе генә һорай. Барыһын да донъя проблемалары баҫҡанмы әллә, тип уйлап ҡуяһың, − тип фекерҙәре менән уртаҡлаша ҡы­ҙылъяр ауылы почтальоны Ираида ҡобағошова.
− Ғөмү­мән, башҡорт матбуғатын алдырыусылар күп түгел. Ғәҙәттә, башҡорт теле уҡытыу­сылары даими алдырып тора. Яҙылыуға район хакимиәте булышлыҡ итә. Был йәһәттән эште йәнләндереп ебәрергә кәрәк, әлбиттә, − тип һүҙгә ҡушыла Байгилде почта бүлексәһе начальнигы Рәйхана Хәбибуллина.
Баш мөхәрриребеҙ бүлмәһендә сәй табыны артында йәнле аралашыу һә тигәнсе тамамланды. Иглин һәм Ну­риман райондарынан килгән хат ташыусыларға гәзитебеҙҙең киләһе йылға төҫлө календарын, логотиплы кө­рөш­кә бүләк иткәндән һуң, үҙҙәре менән тағы ла осра­шыр­ға яҙыуын теләп, улар менән йылы хушлаштыҡ...
“Йәшлек” гәзите төрлө райондарҙа эшләп йөрөгән почта хеҙмәткәрҙәрен редакциябыҙға ҡунаҡҡа саҡырыуҙы дауам итәсәк. Был акция барышында ҡунаҡтарыбыҙ Өфөлә үткән төрлө мәҙәни сараларҙа ҡатнашасаҡ, баш ҡаланың үҙенсәлекле урындары менән танышасаҡ. Баш­ланғысыбыҙ почта менән хеҙмәттәшлегебеҙҙе йәнләндереүгә, гәзит уҡыусыларыбыҙҙың артыуына булышлыҡ итер, тип ышанабыҙ.

М. ИҡСАНОВ.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”