RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Тыуған ерен яҡлаған, ир намыҫын һатмаған!

04.09.2012 Тыуған ерен яҡлаған, ир намыҫын һатмаған!

Тыуған ерен яҡлаған, ир намыҫын һатмаған!
Яңыраҡ Салауат районының Мәхмүт ауылында ҡаһарман яҡташыбыҙ, 112-се легендар Башҡорт кавалерия дивизияһының политбүлек начальнигы, генерал Миңлеғәле Шайморатовтың уң ҡанаты Әхмәҙулла Абдуллиндың 100 йыллығына арнап ҙур тантана үтте һәм иҫтәлекле таҡтаташ асылды.
Тантаналы митингыны Мәхмүт ауылының аҡһаҡалы, Әх­мәҙулла Абдуллин тураһында партия өлкә комитеты архивында оҙаҡ йылдар сер булып һаҡланған тарихи материалдарҙы өйрәнеп, беренсе булып халыҡҡа еткереүсе уҡытыусы-ветеран, тарихсы Искәндәр Миһранов асып ебәрҙе. Ауыл мәҙәниәт йортонда үҙәктәрҙе өҙөп ҡурай моңланды.
– Бөгөнгө тарихи ваҡиға иҫ киткес юғары әхлаҡлы, легендар командир һәм етәксе, еренә һәм халҡына йәнен аямай фиҙакәр хеҙмәт иткән айырым шәхескә һәм Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы башҡа ауылдаштарыбыҙға арнала, – тине Искәндәр Абрар улы.
Искәндәр ағай шулай уҡ батырҙың тормош һәм хеҙмәт биографияһы менән дә ентекләп таныштырып үтте.
Артабан мемориаль таҡтаташ асыу тантанаһы башланды. Унда батыр комиссарҙың һүрәте, уның тураһындағы ҡыҫҡаса мәғлүмәт, Мәхмүт ауылынан һуғышта ҡорбан булған һәм Еңеү менән әйләнеп ҡайтҡандар исемлеге сүкеп яҙылған. Улар иҫтәлегенә сәскәләр һалынды, уҡыусылар бер-бер артлы сығып, ҡаһарман яугирҙарға арнап шиғырҙар һөйләне.
Митинг дауам итте. Ошо сараны ойоштороусы, уртаһында ҡайнап йөрөүсе Арҡауыл ауыл биләмәһе башлығы Луиза Хәйретдинова сығыш яһап, был таҡтаташты асыу өсөн күп көс һалған Искәндәр Миһрановҡа, Ғәтиәт Садиҡовҡа, ауыл старостаһы Нажиә Сит­диҡоваға, ярҙамы өсөн район хакимәтенә халыҡ исеменән ҙур рәхмәт белдерҙе.
– Данлыҡлы шәхестәр күп беҙҙең районда. Йыл һайын бер батырҙың исеме асылып тора, – тине район хакимиәте башлығы урынбаҫары Владислав Килдейәров. – Һеҙҙең ауылдан Искәндәр һәм Ғәтиәт ағай­ҙарға район хакимиәте исеменән бик ҙур рәхмәт әйтеп, һаулыҡ, таҙалыҡ, тағы ла тарихи асыштар теләге килә.
Әйткәндәй, байрамға Өфөнән бик оло ҡунаҡ, Әхмәҙулла Абдуллиндың ҡыҙы Альбина апай ҙа килгәйне. Ул ныҡ тулҡынланып, күҙҙәренә төйөлгән шатлыҡ йәштәре менән ошо күптән көтөлгән ҡыуаныслы көндө тәбрикләне:
– Һеҙгә ата-бабаларыбыҙҙың нимә өсөн ғәзиз ғүмерҙәрен фиҙа ҡылғанын хәтерҙә тотҡанығыҙ, онотмағанығыҙ өсөн рәхмәт. Тыныс тормош өсөн ғүмерҙәрен аямаған ир-аттарға рәхмәт.
Йәнә Өфөнән килгән ҡунаҡтар, Дим биҫтәһендә бына һигеҙ йыл инде эшләп килгән 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы музейы хеҙмәткәрҙәре Диана Мостафина менән Ирина ҡәйүмова Салауат районынан бик күп тарихи материал килеп торғанын, яугирҙар исемдәренең әүҙем мәңгеләштерелгәнен әйтте. Улар шулай уҡ илебеҙгә 78 Советтар Союзы Геройын һәм биш тулы Дан ордены кавалерҙарын (шуларҙың береһе ошо Мәхмүттеке – Фәррух Харисов) биргән 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы командиры, генерал Миңлеғәле Шайморатовҡа Рәсәй Геройы исемен биреү бөгөнгәсә хәл ителмәүен һәм ҡултамғалар йыйыу акцияһының дауам ителеүе хаҡында ла хәбәр итте.
“Янғантау” шифаханаһы директоры урынбаҫары Ринат Әбдрәшитов һәм 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының разведдивизионы һуғышсыһы Иштимер Сафиндың улы, Салауат Юлаев музейының Әлкә филиалының ғилми хеҙмәткәре Вилмир ағай ҙа яҡташтарын тарихи тантана – иҫтәлекле таҡтаташ асылыуы менән тәбрикләне.
Өфөлә уҡығанда яҡташы Әхмәҙулла Ғатаулла улы менән яҡындан танышып, осрашып, аралашып йөрөгән уҡытыусы-ветеран Вәриҙә Бәйтуллина һәр кемдең эстән янып-һыҙланып йөрөгәнен бәйән итте:
– Беҙ был эште һәр ауылда күптән башҡара алыр инек бит, мөмкинлектәр булманы түгел. Бөгөн ауылыбыҙҙа, исмаһам, бер генә ветеран тере булып, түребеҙҙә ултырып, рәхмәт һүҙҙәрен әйтһә ине лә, юҡ шул… Минеңсә, район хакимиәте, хәрби комиссариат батыр яугирҙарҙың исемдәрен мәңгеләштереүҙе артабан да хәстәрләргә тейеш.
Легендар комиссар тураһында уның алыҫ туғандары, яҡындары, әүҙем йәмәғәтсе уҡытыусы-ветерандар ҙа һөйләп үтте. Беҙ был хаҡта шуны ғына хәбәр итәбеҙ: яҡын киләсәктә Ә. Абдуллин тураһында китап сығарып, шунда барыһының да был хаҡта күргән-белгәнен түкмәй-сәсмәй яҙырға ниәтләйбеҙ.
…Байрам матур концерт менән тамамланды. Ошо бөйөк эште бер ниндәй ҡаршылыҡтарға ҡарамай атҡарып сыҡҡан халыҡ вәкилдәренә баш эйеп, шуны әйтке килә. Халҡыбыҙ батыр һәм ғәййәр улдарын онотмай һәм мәңге хәтерҙә тотасаҡ, йәш быуынды ла улар өлгөһөндә илһөйәр итеп тәрбиәләй һәм тәрбиәләр ҙә.

Зәйтүнә ХАНОВА.
Салауат районы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”