RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Төрмәлә туй буламы?

24.07.2012 Төрмәлә туй буламы?

Төрмәлә туй буламы?
…“Сыҡ миңә кейәүгә” – Дамир иртәнән бирле ошо һүҙҙәрҙе эстән генә ҡабатланы ла ҡабатланы. Уның бер ҡасан да тәҡдим яһағаны юҡ. Бындай күренеште кинола бер-ике күргәне бар-барлығын, әммә кем белгән ошондай шарттарҙа уны әйтергә тура килерен?
Тулҡынланған ир һөйгәнен күкрәгенә ҡыҫты ла, ҡулдарын усына алып:
– Вероника, миңә кейәүгә сыҡ…
– Мин риза.
– Тик әлегә яныңда була алмайым.
– Дамир, көтөргә әҙермен.

Мөхәббәткә юҡ кәртә

Кәбисә йылы, тип ырым-хөрәфәттәргә ышанып тормай, быйыл өйләнешеүселәрҙең күп булыуы ҡыуандыра. Юғиһә ун өс һаны, ҡара бесәй, буш биҙрәләрҙән дер ҡалтырап торабыҙ бит. Туй туй инде, кейәү менән кәләш, улар­ҙың ата-әсәләре, яҡындары өсөн ҡыуаныслы ла, тулҡынландырғыс илаһи ваҡиға ул.
Ошо көндәрҙә ғәҙәти булмаған туйҙа булырға тура килде. Өфө ҡалаһының Шаҡша ҡасабаһындағы ҡаты режимлы колонияла дүрт парҙың никахы законлы теркәлде. Иректән мәхрүм ителеү урындарында ла өйләнергә буламы ни, тип аптырарһығыҙ. Эйе, ЗАГС бүлеге хеҙмәткәрҙәре урынға сығып та никахтар­ҙы теркәй.
Колония биләмәһенә анһат ҡына инермен тимә. ҡат-ҡат тикшереү үтеп, сәғәттән ашыу рөхсәт биреүҙәрен көткәс, ниһайәт, сымдар менән уратылған бейек кәртәнең “теге” яғына атланыҡ. Түштәрендә исем-шәрифе яҙылған, ҡап-ҡара кейемле ир-егеттәр ары-бире үтә, рәшәткәле тәҙрәләрҙән ҡыҙыҡһыныулы ҡараштар салына. Шул саҡ өс-дүрт йәштәр самаһындағы малай етәкләгән аҡ күлдәкле ҡатын-ҡыҙға тап булдыҡ. “Никахығыҙ менән ҡотлайбыҙ!” – тигәс, ул бәхетле йылмайҙы ла: “Ә был минең улым”, – тине. 26 йәшлек Вероника – Өфө ҡыҙы.
Һөйгәне менән нисек танышыуын һорашҡас, алсаҡ ҡатын-ҡыҙ инәлтмәне: “Тәүге ирем менән бик үк яҡшы йәшәмәнек, бер-беребеҙҙе аңлай алмағас, айырылышырға мәжбүр булдыҡ. Дамирҙы тәүге тапҡыр экранда күрҙем. Бер мәл ире күптән түгел төрмәнән ҡайтҡан әхирәтемдә ҡунаҡта булғайным. Шунда колонияла төшөрөлгән бер нисә йыр клибын ҡарап ултырғанда, уны күреп ҡалдым да оҡшаттым”.
Вероника әхирәтенең иренән Дамирҙың адресын ала ла, фотоһы менән хат ебәрә. Тиҙҙән яуап килә, ике йөрәк араһын йылы хаттар, шылтыратыуҙар тағы ла нығыта.
37 йәшлек Дамир Ғәлләмов та һүҙгә әүәҫ булып сыҡты. “Верониканан хат алғас, бик шатландым, шул уҡ ваҡытта ныҡ борсолдом. Ғәҙәттә, беҙҙең кеүек кешеләрҙән ситләшәләр, ә уны әлеге торошом ҡурҡытманы. Майҙа беҙгә өс тәүлек осрашыуға рөхсәт бирҙеләр (был ваҡытта хөкөм ителеүсе һәм уның ҡунағы төрмә биләмәһендәге махсус йортта өс тәүлек буйына бергә була ала – авт.). Уны тәү күргәс тә ныҡ оҡшаттым. Осрашыуы­быҙҙың өсөнсө көнөнә тәҡдим яһарға булдым. Ысынын әйткәндә, был һүҙҙәр­ҙе әйтеүе еңел булманы, эстән генә бер нисә тапҡыр ҡабатлағас, саҡ батырсылыҡ иттем. Ни тиһәң дә, бер ҡасан да өйләнгәнем юҡ ине бит”, – тине ул.
Дамирҙан бында эләгеү сәбәбен һораш­ҡас, ир шаярып, һүҙҙе икенсегә борҙо: “Элек төрмә ҡаршыһында йәшәй инем, хәҙер үҙенә күстем” (уның тыуған йорто, ысынлап та, колонияға яҡын ғына урынлашҡан – авт.) Ул 18 йылға хөкөм ителгән, тағы ла 6 йыл да 6 айҙан иреккә сығасаҡ.
Дамирҙың әсәһе Нәзирә апай туй шартына еткерелеп үтһен өсөн ихлас тырышҡан. Бүләктәрен дә, бал-майын да, табикмәген дә, хатта ялтыр фужерҙарын да алып килгән. “Тик бында шампан шарабы эсергә ярамай, уның ҡарауы, күп итеп емеш һуты килтерҙем. Туйҙың хәмерһеҙ булыуы яҡшыраҡ та ул, – тип үҙен йыуатты әсә кеше. – Балаҡайҙар бәхетле, һау-сәләмәт булһын! Бер-береһен аңлап, матур йәшәһендәр”.
Никах теркәлгән саҡта яңы ғына ҡәйнә булған Нәзирә ханымдың күҙҙәрендә йәштәр күренде. “Ни өсөн илай­һығыҙ?” – тип һорағас, “Был шатлыҡ йәштәре. Улым өсөн ҡыуанам ”, – тине ул.
Эйе, әсәнең теләктәре ысынбарлыҡҡа ашһын ине. Вероника менән Дамирҙың ғаиләһе ныҡлы булһын. “Хәҙер маҡсаттарым барлыҡҡа килде. Иректә мине ҡатыным һәм улым көтә”, – тине ир, бәхетле йылмайып.


“ҡатыныма өйләнәм”

Джумал Амхадовтың тәүҙә үҙе хаҡында һөйләгеһе килмәне. “Ни өсөн өйләнергә булдығыҙ?” – тигәс, ҡәтғи тонда: “ҡатыныма өйләнәм”, – тине. Һорауҙар бирә башлағас, ир асылды. Ул һөйгән йәре менән күптән никахта йәшәүен әйтте, тик араларын законлы теркәмәгәндәр. Дүрт балаға ғүмер биргәндәр, бына-бына бишенсеһе донъяға килергә тора икән. Юридик проблемалар булыу арҡаһында никахтарын рәсмиләштерергә ҡарар иткәндәр. “Ислам ҡануны буйынса ҡатыным күптән минең ҡатыным һанала. Әммә ошо илдә йәшәгәс, уның талаптарын үтәргә кәрәк”, – тине. Милләте буйынса чечен ир мосолманға фарыз ғәмәлдәрҙе теүәл үтәүен белдерҙе. Джумал ярты йылдан иреккә сығасаҡ.
Уның ҡатыны туйға ҡыҙы менән килгәйне. Амхадовтар үҙҙәрен бик тыйнаҡ тотто. Ата кеше ҡыҙын яратып туйманы, уныһы ла ҡәҙерле кешеһенән бер тотам ҡалманы.
Ошо көндә өйләнеүсе тағы ла ике пар иһә журналистар күҙенә салынырға теләмәне.

Мендельсон гимны аҫтында…

Мендельсон гимны был стеналарҙа нисектер моңһоу яңғырағандай тойолдо. Шулай ҙа ЗАГС хеҙмәткәренең тантаналы һүҙҙәренән никахлашыусыларҙың йөҙҙәрендә нур балҡыны, ә уларҙың яҡындары күҙ йәштәрен тыйманы. Балдаҡтар менән алмашҡас, парҙар алҡыштар аҫтында залдан сығып китте. Тик уларға ”баллы” ай тәтемәҫ, бары өс көнлөк осрашыу бирелә.
Өфө ҡалаһының Калинин районы буйынса ЗАГС бүлегенең баш белгесе Наталья Богданова әйтеүенсә, һуңғы йылдарҙа иректән мәхрүм итеү урындарында никахтар күбәйгән. Ағымдағы йылда илленән ашыу пар өйләнешкән. Никах, беренсенән, хөкөм ителеүсегә ыңғай юлға баҫыуға этәргес көс бирә, икенсенән, осрашыуға рөхсәт алыу мөмкинлеге ул. Хөкөм ителеүсегә законлы тормош иптәше менән йылына өс мәртәбә өс көнлөк осрашыу бирелә.
Әйткәндәй, айырылышыу процесын да, суд йәки хөкөм ҡарары буйынса, ЗАГС бүлеге башҡара. Әгәр ҙә кеше өс йылдан ашыуыраҡ ваҡытҡа хөкөм ителһә, айырылышыу өсөн ҡатынының (иренең) ғаризаһы ла етә.
Иректән мәхрүм ителеү урынында барлыҡҡа килгән был ғаиләләр ныҡлы, ә уның ағзалары хәүеф-хәтәрҙән, ҡырын эштәрҙән азат булһын ине тигән теләктә ҡалабыҙ.

Гүзәл БИКМӘТОВА.
Автор фотоһы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”