RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » «Ресурстар етерлек, эшләргә теләүселәр кәрәк»

20.03.2012 «Ресурстар етерлек, эшләргә теләүселәр кәрәк»

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов ошо көндәрҙә эш сәфәре менән Архангел районында булды. Республика етәксеһе унда Иҫке Ырныҡшы ауылында йорт ҡуяндарын үрсетеү буйынса инвестиция проектын тормошҡа ашырыу барышы менән танышты.
Өс йыл эсендә эшҡыуарҙар ферма, бесән һаҡлау урынын төҙөүгә 12 миллион һум аҡса йүнәлткән. Артабан производствоны үҫтереү планлаштырыла. Әле бында 800 йорт ҡуяны бар. Ферма етәкселәре һүҙҙәренсә, киләсәктә уларҙың һанын биш меңгә еткерергә уйлай­ҙар. Башҡортостан Президенты билдәләүенсә, был ферма нигеҙендә заманса эре предприятие булдырыу зарур.
Максим Горький ауылында республика башлығы оло йәштәгеләр һәм инвалидтар өсөн «Мәрхә­мәтлек» йорт-интернатында булды. Рөстәм Хәмитов пациенттар, социаль үҙәк хеҙмәткәрҙәре менән аралашты, учреждение менән танышты һәм йорт-интернат китапханаһына «Китап» нәшриәтендә баҫтырылған китаптар бүләк итте.
Максим Горький ауылында республика башлығы 2003 йылда реконструкциялана башлаған, әммә финанс мәсьәләһе арҡаһында туҡтатылған мәҙәниәт йорто төҙөлөшөн үҙ контроленә алды. Объектты төҙөп бөтөүгә яҡынса 25 миллион һум аҡса кәрәк буласаҡ.
Валентиновка ауылында Рөстәм Хәмитов ағас эшкәртеү буйынса махсуслашҡан «Биотоп» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең етештереү майҙансыҡтарын ҡараны.
Предприятие эргәһендә 2007 йылда банкротлыҡҡа дусар булған ауыл хужалығы предприятиеһының ташландыҡ биналары урынлашҡан. Бында 700 кеше эшләгән. Хәҙер буш биналар муниципалитет ҡарамағында. Рөстәм Хәмитов урындағы етәкселәргә Валентиновкала яңы эш урындарын булдырыу мәсьә­ләһен системалы рәүештә хәл итергә ҡушты.
Ошо уҡ ауылда республика башлығы дөйөм практика табибы офисында булды. «Вся Уфа» телеканалында ойошторолған «тура бәйләнеш» барышында Башҡортостан Президентына Тамара Скрябина әлеге офистың эшен тергеҙеүҙә ярҙам һорап мөрәжәғәт иткәйне. Бында 2005 йылға тиклем дауахана булған, шулай уҡ хирургия һәм бала табыу бүлектәре, лаборатория эшләгән. 2009 йылда капиталь ремонт үткәрелгән, уға 25 миллион һум аҡса тотонолған. Әлеге ваҡытта офиста фельдшер һәм акушер ғына эшләй. Иң мөһиме – бында табип юҡ. Шуға күрә күпселек осраҡта халыҡҡа медицина ярҙамы алыу өсөн район үҙәгенә йөрөргә тура килә.
– Шундай ҙур бинаның буш тороуына аптырайым, – тине Рөстәм Хәмитов һәм кадрҙар проблемаһын, ғөмүмән, дөйөм практика табибы офисы эшмәкәрлеген ойоштороу мәсьәләһен хәл итергә ҡушты.
Быйыл «Земство табибы» федераль проекты сиктәрендә Архангел районына йәш табиптарҙы йәлеп итеү планлаштырыла.
Приураловка ауылында Рөстәм Хәмитов урындағы халыҡ менән осрашты. Улар республика етәксеһенә күп фатирлы йорттарҙың иҫкереүе хаҡында һөйләне. Башҡортостан Президенты торлаҡ фондында тиҙ арала тәртип булдырырға ҡушты. Бынан тыш, Рөстәм Хәмитов яҡында урынлашҡан фельдшер-акушерлыҡ пунктында булды. Ул эшкә яраҡлы булмаған бинала урынлашҡан.
– Урындағы чиновниктар тәртип булдырыу өсөн тәғәйенләнгән. Бында тиҙ арала тәртип булдырылырға тейеш. Әгәр ауыл биләмәһе проблемалары хәл ителмәһә, һеҙгә башлыҡты ҡайтанан һайларға кәңәш итәм, – тип ауыл халҡына мөрәжәғәт итте Рөстәм Хәмитов.
Район үҙәгендә Президент Архангел районын социаль-иҡтисади йәһәттән үҫтереү мәсьәләләре буйынса кәңәшмә үткәрҙе. Унда рекреация зоналарын, шул иҫәптән тау саңғыһы комплексын булдырыу, шулай уҡ ауыл хужалығын үҫтереү мәсьәләләре тикшерелде.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”