RSS-подписка Вконтакте Вконтакте

17.08.2010 Беренсе ярҙам

Уйламағанда: өйҙә, эштә, урамда, ял ваҡытында кешенең кинәт ауырып китеүе йә бәхетһеҙлеккә осрауы (имгәнеүе, ағыуланыуы, бешеүе һ.б.) мөмкин. Һәр осраҡта ла, билдәле, ашығыс медицина ярҙамы саҡырырға кәрәк. Бынан тыш, йыш ҡына табип килгәнсе, бәләгә тарыусыға беренсе ярҙам күрһәтеү талап ителә. Был саҡта иң мөһиме – нимә эшләргә белмәй, аптырап ҡалырға ярамай, һәр кем ярҙам күрһәтә белергә тейеш, тип иҫәпләй белгестәр. Махсус биттең бөгөнгө темаһы нәҡ шул турала.

Һуштан яҙыу

ҡыҫҡа ваҡытҡа аңды юғалтыу баш мейеһе киҫкен рәүештә ҡан менән тейешенсә тәьмин ителмәгәндә була. Ул ҡан тамырҙары тонусының үҙәк нервылары эшмәкәрлеге боҙолоуҙан һәм ҡандың эске органдар тамырҙарында һәм аяҡтарҙа тупланыуынан килеп сыға. Арыу, борсолоу, тулҡынланыу, ҡурҡыу, тынсыу бүлмәлә оҙаҡ ултырыу, ҡайһы ваҡыт ятҡан ерҙән ҡапыл һикереп тороу ҙа һушты юғалтыуға сәбәп була ала. Аҙ ҡанлылыҡ, йоғошло ауырыу кисереүҙең дә ошо хәлгә этәреүе мөмкин. Был саҡта ауырыуҙың башы әйләнә, күңеле бағана, күҙ алды ҡараңғылана һәм ул аңын юғалта. Кеше ағарына, һалҡын тир бәреп сыға, аяҡ-ҡулдар һыуына, пульс көсһөҙ, әммә бик йыш. Еңелерәк осраҡта приступ 20 – 40 секундҡа һуҙыла, оҙаҡ та үтмәй, кеше тулыһынса аңына килә.

Ярҙам
Ауырыуҙы тигеҙ урынға ятҡыралар, аяҡтарын өҫкәрәк күтәрәләр. Тәҙрәне асып, күкрәк, муйын тирәһендәге төймәләрҙе ысҡындыралар. Артабан битенә һәм күкрәгенә һалҡын һыу бөркәләр, мамыҡ киҫәген нишатыр спиртына манып еҫкәтәләр.
Кинәт аң юғалғанда, һулыш туҡтап, хатта эре ҡан тамыр­ҙарында, мәҫәлән, муйын тамырҙарында пульс беленмәһә һәм күҙ алмалары ҙурайһа, кеше клиник үлемгә дусар була. Клиник үлем йөрәк мускулы фибрилляцияларының ҡыҫҡарыуы йә туҡтауы сәбәпле йөрәк ҡапыл туҡтағандан булыуы ихтимал. Ул йөрәктең ишемия ауырыуы ваҡытында, ныҡ итеп ағыуланғанда, имгәнгәндә, ток һуҡҡанда күҙәтелә. Әгәр организм туҡымаларында, бигерәк тә үҙәк нервы системаһында, ҡан менән тәьмин итеүгә бәйле, элекке хәлгә ҡайтарып булмаҫтай үҙгәрештәр башланғансы, беренсе минуттарҙа уҡ ауырыуға ярҙам күрһәтелһә, күп осраҡта йөрәк эшмәкәрлеген һәм тын алыуҙы кире ҡайтарып була. Хәйер, заман медицинаһында кешене ҡотҡарып алып ҡалыусы ышаныслы юлдар күп. Реанимация, электрик дефибрилляция, йөрәкте электр менән стимуллаштырыу, яһалма һулыш алдырыу, ҡан әйләнеше аппараттары – шулар иҫәбендә. Ләкин был сараларҙың файҙаһы һанаулы минуттар уҙғанда ғына тейә. Был ваҡыт реанимацияның яһалма тын алдырыу һәм йөрәк тирәһенә массаж яһау менән организмдың әҙ генә булһа ла йәшәүен тәьмин иткән беренсе этабы иҫәбенә һуҙыла ала.

Йөрәккә массаж
Ауырыуҙы мөмкин тиклем тиҙерәк ҡаты урынға (иҙән, өҫтәл) салҡан ятҡырырға, ҡыҫып торған кейемдәрен сисеп, массаж яһай башларға кәрәк. Ярҙам күрһәтеүсе, ауырыуҙың һул яғына баҫып, ус төбөн бер-береһе өҫтөнә ҡуйып, күкрәк ситлеге 4 – 5 сантиметрға төшөрлөк итеп көслө хәрәкәттәр менән, күкрәк ситлегенең түбәнге өлөшөнә тотош кәүҙә ауырлығын төшөрөп баҫҡылай. Хәрәкәтте минутына сама менән 60 тапҡыр яһайҙар. Күкрәк ситлегенә баҫҡанда йөрәк күкрәк һөйәге менән умыртҡа араһында ҡыҫыла һәм ҡан эре тамырҙарға ағып сыға. ҡулдарҙы алғанда күкрәк ситлеге турая һәм йөрәк яңынан ҡан менән тула. Ошо рәүешле, яһалма юл менән йөрәк эшмәкәрлеге яңыртыла, ә бер аҙҙан уның үҙ аллы эшләй башлауы мөмкин. Әгәр йөрәккә массаж яһауҙың файҙаһы булһа, ике-өс минуттан тамырҙарҙа пульс һуға башлай, күҙ ҡабаҡтары хәрәкәткә килә, тире аллана. Әммә быға үпкәгә кәрәкле кислород индереүҙе тәьмин итеүсе ауыҙҙы – ауыҙға йәки ауыҙҙы танауға ҡуйып яһалма тын алдырыу эшләгәндә генә ирешергә мөмкин. Бының өсөн ауырыуҙың ауыҙын асып (тештәре алынмалы булһа – алырға), муйыны аҫтына валик ҡыҫтырып, башын мөмкин тиклем артҡа ташлатып ятҡыралар. Артабан бер ҡул менән ауырыуҙың танауын ҡыҫып һәм тәрән итеп һулыш алып, ирендәрҙе иренгә ҡуйып тиҙ һәм көслө итеп һулап сығарырға кәрәк. Ауырыуҙың танау-ауыҙына марля, бинт йәки ҡулъяулыҡ ябырға мөмкин. Был мәлдә тын юлдарына 1 – 1,5 литр самаһы һауа инә. Ауыҙын асып булмаһа, ошо уҡ юл менән ауыҙҙан танауға һулыш алдырырға кәрәк. Күкрәккә дүрт баҫыуға бер тапҡыр, йәғни бер минутҡа 12 – 14 һулыш алдырыла. Реанимацияны ике кеше башҡарыу уңайлыраҡ. Ярҙамды яңғыҙ күрһәткәндә, күкрәккә ун тапҡыр баҫҡан һайын һулыш алдырырға кәңәш ителә.
Ошондай ябай ғына саралар менән ҡан әйләнешен көйләргә, тын алдырырға һәм махсус ярҙам килгәнсе организмдың эшмәкәрлеген һаҡларға мөмкин. ҡайһы саҡта был ауырыуҙы терелтеү өсөн дә етә.
Йөрәк башҡа сәбәптәрҙән: һыуға батыуҙан, быуылыуҙан, газ менән ағыуланыуҙан, ток һуғыуҙан, эҫе алдырыуҙан, ҡан юғалтыуҙан, бешеүҙән һәм туңыуҙан туҡтағанда ла ошо уҡ саралар күрелә.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”