RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Аҡыл һәм гүзәллек өлгөһө

12.11.2011 Аҡыл һәм гүзәллек өлгөһө

Утыҙын да тултырырға өлгөрмәгән Розалия Шәрәфуллина – иҡтисад фәндәре кандидаты
Аҡыл һәм гүзәллек өлгөһө
Талантлы кешеләр күп был донъяла, аҡыллы һәм матурҙар ҙа етерлек. Әммә бер үк кешелә әллә күпме матур сифат тупланған осраҡтар һирәгерәк, ундай кешеләр менән аралашыу үҙе бер тормош мәктәбенә тиң. Розалияны ла һирәк осрай торған, был донъяның бер генә үҙгәрешенә лә битараф ҡала алмаған һәм төрлө яҡлап үҫешкән шәхес тип билдәләргә була. ҡайҙа ғына күрмәҫһең был ҡыҙҙы − фәнни конференциялар­ҙың да, дискотекаларҙың да, төрлө хәйриә акцияларының да уртаһында ҡайнап ҡына түгел, уларҙы ойоштороп та йөрөй. Беҙҙең өсөн ысын дуҫ булһа, студенттары өсөн принципиаль уҡытыусы, әсәһе һәм тормош иптәше өсөн аҡыллы һәм иң яҡын кеше, йәмғиәтебеҙ өсөн әүҙем, тулы ҡанлы тормош алып барған йәш белгес.
Розалия Шәрәфуллина – иҡтисад фәндәре кандидаты. Әле ул Башҡорт дәүләт университетындағы иҡтисад факультеты деканының фән буйынса урынбаҫары булып эшләй, уҡыта. Йәш ғалимә үҙе лә ошо факультеттың инглиз телендә иҡтисад теорияһы бүлеген тамамлаған. Үҙ телеңдә лә аңлауы ауыр булған иҡтисад фәнен инглизсә өйрәнеү еңелдән түгел. Шуға ла Розалия, Америка ҡушма Штаттарына барып, стажировка үтеп ҡайтты. Хәҙер үҙе студенттарға инглиз телендә лекциялар уҡый.
− Хәҙер бер телде генә белеү аҙ, − ти Розалия, − мин башҡа сит телдәрҙе лә өйрәнергә ниәтләйем. Әле бына ҡыҙыҡ өсөн генә булһа ла француз теле курсына йөрөй башланым. Тик бөтә нәмәгә лә өлгөрөргә ваҡыт ҡына етеңкерәмәй. Тормош иптәшем Илдус та фән юлын һайлаған кеше, ул БДУ-ның физика факультетында аспирантурала уҡый. Икебеҙ ҙә эшебеҙгә мөкиббән киткән булһаҡ та, театр-операларҙы, концерттарҙы ла ҡалдырмаҫҡа, рәхәтләнеп күңел асырға дискотекаларға барырға ла, экскурсияларға йөрөргә лә ваҡыт табырға тырышабыҙ.
Розалияны БДУ-ның йәш ғалимдар советы рәйесе итеп тә һайланылар. Үҙе әйтеүенсә, был эш тә күңеленә хуш килгән һәм ул ҙур яуаплылыҡ талап итә. Ә шулай ҙа иң күңеллеһе − студенттар менән аралашыу.
− Мине талапсан уҡытыусы тип һанай­ҙар. Зачет, имтихандар ваҡытында иң мөһиме ғәҙел булырға тырышам. Тик бына дәрескә йүнләп йөрөмәгәндәрҙе яратмайым. Хәҙер заман әүҙем һәм мобиль кешеләрҙе, ваҡытын дөрөҫ бүлә белгәндәрҙе үҙ итә. Шуға ла дәрестәргә лә йүнләп йөрөмәй, ҡайҙалыр юҡты-бушҡа ауҙарып ваҡыт әрәм иткәндәрҙе зачеттар ваҡытында «йонсотоп» алыуҙан башҡа сара юҡ.
Розалияның тормош ауырлыҡтарына бирешмәүе, бер генә минут та төшөнкөлөккә бирелмәүе һоҡландыра. Әсәһе ҡазаға осрап, тулыһынса кеше көнөнә ҡалғанда, ул, мәктәп уҡыусыһы ғына булһа ла, бөтә ауырлыҡты, иң яҡын кешеһен ҡарауҙы үҙ өҫтөнә алды. Хәмиҙә апай әле лә ауыр хәлдә, ул үҙе лә, ҡыҙы ла кешегә яҡты сырайлы, ярҙамсыл булғас, бөгөн уларҙың өйөнән кеше өҙөлмәй. Розалия үҙенең алсаҡлығы, уңғанлығы менән – әсәһе, әсәһе тормошто ярата белеүе менән ҡыҙы өсөн бер-береһенә маяҡ булып торалар.
Розалия Шәрәфуллинаның бар булмышына аҡыл һәм гүзәллек тупланған. Республиканың йәш ғалимәләренең береһе булараҡ, ул фән өлкәһендә үҙенең һүҙен әйтәсәк әле тип һис икеләнеүһеҙ раҫлай алабыҙ. Сөнки әллә ҡасандан уҡ билдәле бер хәҡиҡәт бар − уңыш уңғандарға йылмая.

Лилиә СИРАЕВА.
Юлай КӘРИМОВ фотоһы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”