RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Милләт әсәһе бул, башҡорт ҡатыны!

25.10.2011 Милләт әсәһе бул, башҡорт ҡатыны!

“Иң көслө ир-егет – ул ҡатын-ҡыҙ”.
Рәсүл Ғамзатов.
Милләт әсәһе бул, башҡорт ҡатыны!
ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе. Ул нәфис иңенә, бала бағыу, ғаилә мәшәҡәттәренән тыш, ил хәстәрен дә ала. Борондан уҡ башҡорт ҡатын-ҡыҙы милләткә афәт янаған саҡта ҡул ҡаушырып тик ултырмаған. Кәрәк икән, ҡорал алып, дошман­ға ҡаршы сапҡан. Ә бөгөн ул ниндәй уй-мәшәҡәттәр менән яна? Йән, күңел ҡәҙере ситләшкән, аҙғынлыҡ, матди донъя рухи байлыҡтан ҡиммәтерәк була барған заманда башҡорт ҡатын-ҡыҙы тыныс, ғәмһеҙ ҡала алмай.
Үткән йомала Өфө ҡалаһының Нефтселәр мәҙәниәт һарайында Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәтенең өсөнсө съезы үтте. Унда көнүҙәк мәсьәләләр күтәрелде, проблеманан сығыу юлдары асыҡланды. Мәртәбәле сарала республикабыҙҙың төрлө райондарынан, Силәбе, ҡурған, Һамар, Һарытау өлкәләренән, Пермь крайынан, Татарстандан делегаттар, йәмғеһе 450-нән ашыу кеше ҡатнашты.
Йыйын Аҡ инәйҙең сығышы менән асылды. СССР-ҙың халыҡ артисткаһы Гөлли Арыҫлан ҡыҙы Мөбәрәкова милләттәштәренә мөрәжәғәт итте:
Быуат-быуат башҡортто
Тапҡан, баҡҡан Изге йән!
ҡырылыуҙан, юғалыуҙан
ҡалҡан булған батыр йән!
Донъяла иң йомшаҡ күңел –
Яҡшы һүҙле Матур йән!
Башҡорт ҡатыны, сәләм минән!
Мең йәшлек Аҡ инәнән!
Тәүҙә сәләмләү һүҙе менән БР Дәүләт Йыйылышы − ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова сығыш яһаны.
− Бөгөн ҡатын-ҡыҙҙарҙың күп өлөшө һаулыҡ, мәғариф, мәҙәниәт өлкәләрендә эшләй. Шулай ҙа улар араһында эшһеҙлек актуаль булып ҡала. Әсәлекте, балалыҡты яҡлау буйынса дәүләт программалары, закондар ҡабул ителә. Әле өс бала йә инвалид сабый тәрбиәләүселәргә ер биреү, уллыҡҡа (ҡыҙлыҡҡа) бала алғандарға «әсәлек капиталы» түләү ҡарары тормошҡа ашырыла, − тине Лилиә Салауат ҡыҙы.
БР-ҙың хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова 90-сы йылдарҙан эшләп килгән был ҡатын-ҡыҙҙар йәмәғәт ойошмаһының республика тормошонда мөһим урын биләүен һыҙыҡ өҫтөнә алды.
“Сәхибъямал” татар ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте рәйесе Гөлйыһан Йәһүҙина, ике милли йәмғиәт бер-береһенә терәк-таяныс булған саҡта, маҡсаттарға өлгәшергә мөмкин, тип билдәләне.
Артабан Өфө ғилми үҙәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының баш ғилми хеҙмәткәре, филология фәндәре докторы Розалия Солтангәрәева “Бөгөнгө заманда башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының статусы һәм роле” темаһына доклад менән сығыш яһаны.
– Хәстәребеҙ тик ҡатын-ҡыҙҙар эше генә түгел, беҙ дәүләт һулышы менән йәшәйбеҙ. Маҡсаттарыбыҙ күп.
Үҙ хоҡуҡтарыбыҙҙы белмәү арҡаһында, йәшәйешебеҙҙә кире күренештәр менән йыш осрашабыҙ. Әле башҡорт телен уҡытыу тирәһендә сәйәси фон ҡуйырғандан-ҡуйыра. ҡайһы бер әҙәмдәр асыҡтан-асыҡ баҡсабыҙға таш ырғыта. Башҡорттарҙың иң изге тойғоларында уйнап, күңелдәрҙә шик уята. Беҙ, ҡатын-ҡыҙҙар, бындай эштәргә ҡырҡа ҡаршыбыҙ!
Киләсәк быуынды намыҫлы, илһөйәр итеп тәрбиәләү, гражданлыҡ принциптарын үҫтереү хаҡында ҡайғыртырға тейешбеҙ. Бөгөн интеллектуаль яҡтан үҫешкән, әммә әхлаҡи тәрбиә бирелмәгән балалар һаны арта. Улар йәмғиәткә ҡурҡыныс тыуҙыра. Уяу булайыҡ.
Мәрхәмәтлелек, ололарға ихтирамлы ҡараш, бәлә-ҡазаға тарығандарға матди ярҙам күрһәтеү ҙә ойошмабыҙҙың төп йүнәлештәренең береһе булып ҡала.
Башҡорт халҡының йолаларын, милли үҙенсәлектәрен һаҡлап ҡалыу зарур. ҡурай, сәсәнлек сәнғәте, боронғо йырҙар традициялары теүәл һәм тулы килеш киләсәк быуынға тапшырылырға тейеш. Юғиһә ҡайһы бер ижадсылар уларҙы аранжировкаға һалып үҙгәртә. Ул саҡта оҙон көйҙөң фәлсәфәһе үҙгәрә бит. Бейеү сәнғәтенә ят мәҙәниәт ҡушылды. Ул да үҙ йөҙөн юғалта башланы. Сәнғәт мәктәбен үҫтереүҙә ҡалышабыҙ. Телебеҙҙе һаҡлайыҡ тиһәк, милли матбуғатҡа иғтибарҙы кәметмәҫкә тейешбеҙ.
ҡатын-ҡыҙҙар – милләт әсәләре, еребеҙгә ят булмайыҡ. Яҡты өмөттәребеҙ ысынбарлыҡҡа булһын. Берҙәмлектә – беҙҙең көс!
РФ Дәүләт Думаһы депутаты, БР-ҙың атҡаҙанған табибы Сәлиә Мырҙабаева ҡатын-ҡыҙҙарҙың хоҡуҡтарын һәм мөмкинлектәрен тәьмин итеүҙә дәүләтебеҙҙең ниндәй йүнәлештә сәйәсәт алып барыуына туҡталды.
– Бөгөнгө ҡатын-ҡыҙҙарҙың күбеһенә карьера үҫтереүе, яҡшы түләнгән эшкә урынлашыуы еңелдән түгел. Улар йорт мәшәҡәттәренә күмелгән. Сәйәсәттә уларға ихтыяж юҡ, тип әйтергә була. Гүзәл заттар урындарҙа мөһим мәсьәләләрҙе уңышлы хәл итә. Шуға ла ҡатын-ҡыҙҙарҙың күбеһе муниципаль кимәлдә яуаплы вазифа атҡаралыр. Был уларҙың ауыр, ваҡ эштәрҙе сабыр атҡара алыуынан киләлер. ҡатын-ҡыҙҙар йәмғиәтенә, лидер ҡатын-ҡыҙҙарҙы асыҡлап, уларға даими ярҙам күрһәтеп торорға кәрәк.
Йәмғиәтебеҙ ғаиләлә көс ҡулланыуға ҡаршы эшмәкәрлеген дауам итһен ине, профилактика даими үткәрелергә тейеш, − тине Сәлиә Шәрифйән ҡыҙы.
Ысынлап та, иҫерек иренән, атаһынан яфа күргән гүзәл заттар, балалар аҙмы ни? Ғаилә, тәү сиратта, тыныслыҡ, именлек утрауы булыр­ға тейеш. Әгәр ҙә йәмғиәт вәкилдәре төрлө һөйләшеүҙәр алып барһа, был ғаилә тормошона ыңғай йоғонто яһамай ҡалмаҫ.
Республикабыҙҙа эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгән башҡорт гүзәл заттары бармаҡ менән генә һанарлыҡ. Шуларҙың береһе – “Ағиҙел” дәүләт унитар предприятиеһының генераль директоры Зөһрә Исмәғилева үҙенең өлгөһөндә маҡсаты булғандарҙың ниндәй ҡаҙаныштарға өлгәшә алыуын дәлилләне. Ул Өфө трикотаж фабрикаһы, башҡорт милли кейемдәрен теккән “Ағиҙел” предприятиеһы, милли аш-һыу тәҡдим иткән “Аҡбуҙат“ ойошмаһын уңышлы етәкләй. Эшлекле ханым үҙ эшселәре өсөн төрлө уңайлыҡтар тыуҙырған: балалар баҡсаһы, ятаҡ, медицина пункты булдырған. Уңған ҡатын-ҡыҙға, афарин, тип әйтергә ҡала.
РФ Дәүләт Думаһы депутаты ярҙамсыһы, филология фәндәре кандидаты Гөлнур ҡолһарина сығышында йәмәғәт ойошмалары үҫешендә йәштәрҙең ниндәй роль тотоуына туҡталды.
Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәтенең социаль сәйәсәт һәм һаулыҡ һаҡлау комиссияһы рәйесе, БР Йәмәғәт палатаһы ағзаһы, профессор Мәхмүзә Ғәйнуллинаның сығышы күптәрҙе уйға һалғандыр. Ул, ҡайһы бер дәүләт органдары халыҡтың проблемаларын хәл итеүҙән ситтә ҡала, тип белдерҙе. ҡайһы бер эштәрҙең отчет өсөн генә башҡарылыуына көйөндө.
– Демография арта, тип ҡыуанабыҙ. Әммә бөгөн кемдәр бала таба һуң? Кем патриот, кем ил киләсәге хаҡында хәстәрләй?! Эскесе, наркоман, түбән интеллектлы әсәләрҙән сабыйҙар күп тыуа. Физик һәм психик кәмселектәре булғандар арта. Киләсәк шулар ҡулына ҡаласаҡмы? Демография сифатлы булырға тейеш. Ошо мәсьәләне хәл итер өсөн түбәндәге тәҡдимдәрҙе индерәм:
– наркотик ҡулланған өсөн енәйәт яуаплылығын тергеҙергә;
– социаль яуаплы, сәләмәт тормош алып барған, өс һәм унан да күберәк бала үҫтереүселәргә сабыйҙарын тәрбиәләү ваҡытын эш стажына иҫәпләргә;
– бала тапҡан эшһеҙ ҡатын-ҡыҙҙарға ла декрет пособиеһын түләргә;
– ауырлы ҡатын-ҡыҙҙарға медицина үҙәктәренә бушлай барыу-ҡайтыу мөмкинлеге булдырырға;
– ауыл хужалығы өлкәһендә хеҙмәт итеүсе гүзәл заттарҙың эш шарттарын яҡшыртырға кәрәк.
Ижтимағи-сәйәси һәм хоҡуҡи тикшеренеүҙәр институты директоры урынбаҫары, тарих фәндәре кандидаты Гөлдәр Хилажева демографик һәм социаль үҫеш проблемалары хаҡында һөйләне. Гөлдәр Фәрит ҡыҙы әйтеүенсә, ауылдарҙа һаман да үлем кимәле юғары ҡала. “Суицид буйынса ауылдағылар “рекорд” ҡуя. Күберәк көслө заттар үҙ теләге менән донъянан китә икән. Һуңғы йылдарҙа ҡала халҡы арта. Һөҙөмтәлә башҡорт ҡатын-ҡыҙы, ҡала тормошона ҡулайлашып, быуындан-быуынға тапшырылып килгән йолаларҙы үтәүҙән туҡтай. Киләсәктә тамырҙарын, милли традицияларын белмәгәндәр артҡандан-артасаҡ бит”, − тине ул.
– Үҙ мөмкинлектәребеҙгә шикләнеп ҡарайбыҙ. Бала саҡтан уҡ өй ялтырап торһон, ир менән бала туҡ, өҫтәре таҙа булһын, тип өйрәнеп үҫәбеҙ, − тип һүҙ башланы Стәрлетамаҡ ҡалаһының башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары ойошмаһы рәйесе В. Баймырҙина. – ҡайһы саҡ гүзәл заттар иңенә ир бурысы ла төшә. Эскесе, тиран, ялҡау көслө заттарға “ҡол” булып йәшәүселәр ҙә аҙ түгел. Бөгөн йортта ғына ултырып, өй усағын һаҡлап булмай. Заман ҡатын-ҡыҙы сәйәси белемле, иҡтисади яҡтан үҫешкән булырға тейеш.
БР Мәғариф министрлығының бүлек мөдире Рәйсә Күзбәкова бала күңелен түбән кимәлдәге мәҙәниәт менән тәрбиәләргә маташыу­сылар­ға ҡаршы сыҡты. Ысынлап та, ләззәтле, матур тормошҡа әйҙәгән сағыу лозунгыларҙан алып асыҡтан-асыҡ фәхишәлеккә, аҙғынлыҡҡа, енәйәтселеккә саҡырған күренештәр арта. Бала күңеле сүп-сар менән тула. Уларҙың ниндәй кеше булып буй еткереүе хаҡында уйлаһаң, күңелдә шом уяна.
Рәйсә Абдрахман ҡыҙы мәғариф системаһындағы ҡайһы бер үҙгәрештәрҙең кире эҙемтәләренә лә туҡталды. “Йән башына ҡарап финанслау, оптималләштереү арҡаһында педагогтарҙың күбеһе эшһеҙ ҡалды, мәктәптәр­ҙә уҡытыу кимәле түбәнәйҙе”, − тип бошондо.
Сибай ҡалаһының башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте рәйесе Зифа Сөләймәнова таусылар төйәге халҡын борсоған актуаль мәсьәләләрҙе күтәрҙе. “Сибай халҡын эшһеҙлек һәм экология мәсьәләһе бик борсой”, − тип белдерҙе Зифа Ғәле ҡыҙы.
Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йыйынында халыҡ-ара спорт мастеры, шашка буйынса биш тапҡыр донъя чемпионы Тамара Танһыҡҡужина ла ҡатнашып, үҙенең тәҡдим-теләктәрен еткер­ҙе. Бала тәрбиәләүҙә шашканың ыңғай роле ҙур булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды ул.
“Айыҡ ауыл” республика акцияһын башлап ебәреүсе Әбйәлил районы вәкилдәре сығыштарында үҙ тәжрибәләре менән уртаҡлашты. Был район халҡы акцияға бик әүҙем ҡушылған. Әлшәй, Балаҡатай райондарының ҡатын-ҡыҙҙар ойошмалары вәкилдәре тормошобоҙҙоң теге йәки был проблемаларын һүрәтләне.
Сит тарафтарҙан килгән ҡунаҡтар, башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары, һулышығыҙҙы тойоп йәшәйбеҙ, артабан да берҙәм булайыҡ, тип белдерҙе.
Съезд ваҡытында йылына бер мәртәбә бирелә торған иң юғары премия быйыл филология фәндәре докторы, профессор Фирҙәүес Ғилметдин ҡыҙы Хисамитдиноваға тапшырылды.
Шулай уҡ эштәрендә яҡшы һөҙөмтәләргә ирешкән гүзәл заттарға төрлө учреждение-инстанциялар исеменән Маҡтау ҡағыҙҙары, Рәхмәт хаттары тапшырылды. Артабан БР Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте резолюцияһы ҡабул ителде, байрағы, совет идараһы ағзалары раҫланды. Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте рәйесе итеп ғалимә, сәсәниә Розалия Әсфәндиәр ҡыҙы Солтангәрәева һайланды.
Республикабыҙ ҡатын-ҡыҙҙары съездан дәрт-илһам алды, киләсәккә маҡсаттар билдәләне. Осрашыу Башҡортостандың сәнғәт оҫталарының концерты менән тамамланды.

Милләт әсәһе бул, башҡорт ҡатыны!
Нәсимә Әйүпова, Ишембай районының Этҡол ауылының ҡатын-ҡыҙҙар йәмғиәте рәйесе:
– Беҙ эскелеккә ҡар­шы эш йәйелдереп ебәр­ҙек. Көмөшкәселәргә ҡаршы көрәшәбеҙ. Бөгөн улар ауылыбыҙҙа юҡ кимәлендә. Эсергә яратҡан бер нисә егетте эш менән тәьмин иттек. Хәҙер уларҙың тормошо ыңғай яҡҡа үҙгәрә башланы. ҡатын-ҡыҙ эсһә, ҙур бәлә. Гүзәл заттар менән һөйләшеүҙәр алып барабыҙ, әҙерәк оялтыу, ыңғай өлгөләр күрһәтеү уларға яҡшы йоғонто яһай. Яңыраҡ ике айыҡ туй, шулай уҡ бәпес туйы үткәрҙек. Димселәр клубы яҡшы эшләй.

Фәнзирә Әхмәтова, ҡыйғы районының Дүшәмбикә ауыл биләмәһе башлығы:
Милләт әсәһе бул, башҡорт ҡатыны!
– Ауыл тормошонда ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы әүҙем ҡатнаша. Ниндәй генә саралар булһа ла, шуның уртаһында ҡайнайбыҙ. Ауыр хәлле ғаиләләрҙең көнкүрешен контролдә тотабыҙ, эскелеккә ҡаршы көрәшәбеҙ, эшһеҙҙәргә мөмкинлеккә ҡарап ярҙам итәбеҙ. Быуындар бәйләнешен нығытҡан, милли асылыбыҙҙы һаҡларға ярҙам иткән байрамдар ойошторабыҙ.

Рәйфә Ғәлиева, Стәрлебаш районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе:
Милләт әсәһе бул, башҡорт ҡатыны!
– Һуңғы йылдарҙа был йәмғиәттең йәнләнеүе ҡыуаныслы. Беҙҙең райондағы ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы мөһим мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә ярҙам итә, планға ярашлы эш алып бара. Бөгөнгө сараға килгәндә, үҙемә ыңғай тәьҫораттар тупланым, тәжрибә уртаҡлаштым. Съезд эшлекле шарттарҙа үтте. Сығыш яһаусылар үҙ төбәктәренең проблемаларын асыҡтан-асыҡ сағылдыра алды. Уй-ниәттәр тик һүҙҙәрҙә генә ҡалмаһын, тор­мош­ҡа ашырылһын ине. Яңы һайланған идара ағзалары власть органдары менән тығыҙ бәйләнештә булып, мәсьәләләрҙе хәл итә башлаһын ине. Яңы башланғыстарында улар­ға уңыштар ғына юлдаш булһын.

Гүзәл БИКМӘТОВА.
Юлай КӘРИМОВ фотолары.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”