RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Һөнәр оҫталары үҙ баһаһын алды

24.09.2011 Һөнәр оҫталары үҙ баһаһын алды

Һөнәр оҫталары үҙ баһаһын алды
Өфөнөң «Өфө-Арена» боҙ һарайы алдындағы майҙанда БР буйынса Эске эштәр министрлығы ойошторолоуға 92 йыл тулыуға ҡарата Өфө гарнизоны полицияһының традицион парады уҙғарылды. Майҙан буйлап хәрби оркестр көйө оҙатыуы аҫтында тантаналы марш менән патруль-пост хеҙмәте, ОМОН, Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы хеҙмәткәрҙәре, ЭЭМ-дың профессиональ әҙерлек үҙәге, 6795-се хәрби частың эске ғәскәрҙәре хәрбиҙәре, кинолог-полицейскийҙар, полиция кавалерияһы, Өфө мәктәптәренең профилле полиция синыфында белем алыусылар үтте. Парадта Башҡортостан полицияһының техник яҡтан әҙерлеген күрһәткән махсус бронетехника һәм авиатехника ла ҡатнашты.
Һөнәр оҫталары үҙ баһаһын алды
Почетлы ҡунаҡтарҙан РФ эске эштәр министры, армия генералы Рәшит Нурғәлиев­тың, БР Президенты Рөстәм Хәмитовтың, республиканың күп көс структуралары вәкилдәре килеүе тантананың мәртәбәһен тағы ла арттырып ебәрҙе. Рә­шит Нурғәлиев ҡыйыу­лыҡ һәм фиҙакәрлектәре өсөн эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәренә ведомство наградаларын тапшырҙы. «Хеҙ­мәттәге фиҙакәрлек өсөн» миҙалы менән полиция полковнигы Александр Си­монов, «Хәрби берҙәмлек өсөн» миҙалы менән полиция майоры Илгизәр Шәрәфетди­нов, полиция прапорщигы Алексей Петухов, «Идаралыҡ эшмәкәрлегендәге ҡаҙаныштары өсөн» миҙалы менән полиция полковнигы Айрат Исмаев бүләкләнде. БР Президенты Рөстәм Хәмитов ҡулынан бер төркөм полиция хеҙмәткәре Маҡтау ҡағыҙҙары алды. «Етди хоҡуҡ һаҡлау эшмәкәрлеге алып барылғанға күрә республикала ҡаты оператив контроль тәьмин ителгән, енәйәтселек кимәле, Волга буйы федераль округы менән сағыштырғанда, түбән. Был – һеҙҙең ҡаҙанышығыҙ», – тине ул, полиция хеҙмәткәрҙәренә мөрәжәғәт итеп. Эске эштәр ми­нистрлығы үткәргән сараларҙа үҙҙәренең уяулығы һәм иғтибарлы булыуы менән полиция хеҙмәткәрҙәренә ярҙам иткән граждан­дар­ҙы тәбрикләү, уларға юғалтҡан әйберҙәрен тапшырыу матур йолаға әүерелгән. Сираттағы сарала БР буйынса эске эштәр министры, полиция генерал-майоры Михаил Закомалдин Екатеринбургтан былтыр ҡыуып алып кителгән «Тойота – Камри» автомашинаһын хужаһына тапшырҙы. Кирилл Фарфоновтың автомашинаһын ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре таба, енәйәти эҙләү бүлеге хеҙмәткәрҙәре уның криминаль тарихын асыҡлай.
Һуңынан парад ҡунаҡтары Конгресс-холл бинаһына «ҡалҡан һәм ҡаурый ҡәләм» Бөтә Рәсәй конкурсында еңеүселәрҙе тәбрикләргә юлланды. Быйыл конкурсҡа 1064 ижади эш тәҡдим ителгән. Жюри уларҙың эшен 10 номинация буйынса баһалаған. ҡәләм оҫталарына иҫтәлекле статуэткалар һәм дипломдарҙы РФ эске эштәр министры Р. Нурғәлиев менән БР Президенты Р. Хәмитов тапшырҙы.
«Рәсәйҙең Эске эштәр министрлығының иң яҡшы мәғлүмәт һәм йәмәғәтселек менән бәйләнеш хеҙмәте» номинацияһында ун төбәктең матбуғат хеҙмәте иң яҡшылары тип баһаланды. Татарстан, Волгоград, Калуга, Кемерово, Төмән өлкәләре, Краснодар крайының Эске эштәр минис­трлыҡтары менән бергә, майор Максим Родионов етәкләгән БР буйынса Эске эштәр министрлығының мәғлүмәт һәм йәмәғәтселек менән бәйләнеш бүлеге коллективы ла лауреат исеменә лайыҡ булды. «02 биләмәһе» номинацияһы еңеүселәре исем­легендә «Криминаль спектр» тапшырыуы ла бар. «Российская газета»ның Өфө буйынса төбәк сығарылышы мөхәррире Т. Майо­рова, Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән Салауат Ғарипов та «ҡалҡан һәм ҡаурый ҡәләм»дең лауреаттары исеменә лайыҡ булды. Еңеүселәрҙе Башҡортостандың сәнғәт оҫталары тәбрикләне.

З. ЙӘҺҮҘИНА.
Ю. КӘРИМОВ фотолары.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”