RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » «Торлаҡ-коммуналь хужалығы – йәш эшҡыуарҙар өсөн үҙләштерелмәгән «сиҙәм» ул», –

17.09.2011 «Торлаҡ-коммуналь хужалығы – йәш эшҡыуарҙар өсөн үҙләштерелмәгән «сиҙәм» ул», –

ти редакциябыҙҙың бөгөнгө ҡунағы – Өфө ҡалаһының Дим биҫтәһендә бына алты йыл инде уңышлы эшләп килгән торлаҡ милекселәре ширҡәте (ТСЖ) рәйесе Илдус Сибәғәт улы ҡолһарин
«Торлаҡ-коммуналь хужалығы – йәш эшҡыуарҙар өсөн үҙләштерелмәгән «сиҙәм» ул», –
Торлаҡ-коммуналь хужалығын реформалаштырыу илебеҙҙәге киҫкен социаль проблемалар­ҙың һәм әлеге көндә Рәсәй субъ­екттарының социаль-иҡтисади үҫеше йүнәлештәренең береһе булып тора. Реформа механизмы әлегә тиклем бер ҡалыпҡа, көйгә һалынмаған һәм ике яҡта ла − торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр күрһәтеүселәрҙә лә, улар­ҙың хеҙмәте менән ҡулланыусыларҙа ла байтаҡ һорау тыуҙыра. Элек күп фатирлы ҡатлы йорттар­ҙа йәшәүселәргә торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәрҙе коммуналь хужалыҡ күрһәтһә, хәҙер ошо юҫыҡтағы закондарға үҙгәрештәр, өҫтәмәләр индереү арҡаһында ике яҡтың үҙ-ара мөнәсәбәте бер аҙ үҙгәрешкә дусар булды: күп кенә йорттар менән хәҙер ТСЖ (торлаҡ милекселәре ширҡәте), УК-лар (идара итеүсе компания) эш итә. Һәм, тормош күрһәтеүенсә, дөрөҫ, оҫта итеп ойошторолған бындай ойошмаларҙың эшмәкәрлегенән халыҡ, йәғни фатир хужалары − милекселәр бик риза.

− Илдус Сибәғәтович, Өфө ҡалаһының Дим районында иң беренселәрҙән булып һеҙ ойоштор­ған торлаҡ милекселәре ширҡәте бөгөн республикала күптәр өсөн өлгө булырҙай ойошма булып тора. Хөкүмәт тарафынан торлаҡ-коммуналь хужалығы реформаларын бойом­ға ашырыуға нимә мәжбүр итте икән?
− Торлаҡ-коммуналь хужалығы юҫығында үткәрелгән реформа иң элек күп ҡатлы йорттарҙағы фатир милекселәренә ҡағыла. Ни өсөн? Сөнки күп фатирлы йорттарға оҙаҡ йылдар буйы ремонт эшләнмәне, һәм уларҙа йәшәүсе халыҡ түләгән аҡса уларҙың үҙҙәренә сифатлы хеҙмәтләндереү төрөндә кире әйләнеп ҡайтманы. Шуға ла күп кенә йорттар, уларҙың һыу үткәргес, йылылыҡ һәм канализация системаһы бөгөн авария хәлендә. Ә бына газ системаһы һәйбәт хәлдә һәм уның тирәләй бер ниндәй ығы-зығы, ҡәнәғәтһеҙлек күренештәре юҡ. Сөнки газ системаһы иң ҡурҡыныс объект булып һанала һәм уға дәүләт яғынан да, махсуслаштырылған предприятие тарафынан да даими иғтибар бирелгән, контролдә тотолған. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡҡа килгәндә, әлеге көндә 60 − 70 йыл буйы капиталь ремонт үткәрелмәгән йорттар байтаҡ. Ә инженер коммуникациялары тураһында һүҙ йөрөтһәк, унда быға тиклем ысын хужа булмаған. Һыу үткәргес йәки йылылыҡ системаларында берәй авария булған хәлдә, торбаларҙың шул урыны ғына ямалған йәки алмаштырылған. Тиҫтәләгән йылдар өҙлөк­һөҙ эшләп килгән системаны тулыһынса алмаштырырға ваҡыт та бит...
Реформа тап ана шул торлаҡ-коммуналь хужалығын яйға һалыу маҡсатында үткәрелә. Шунлыҡтан 1996 йылда «Торлаҡ милекселәре ширҡәте тураһында» федераль закон сыҡҡандан һуң иң тәүҙә ТСЖ-лар барлыҡҡа килде. Улар һәр йортта йәки бер биләмәләге күп ҡатлы йорттарҙа ойошторолдо. Уға тиклем йорт идаралыҡтары эшләп килеп, коммуналь хеҙмәттәр өсөн ҡайҙа, кемгә, ни өсөн түләгәнен дә белмәгән кешеләр башта был яңылыҡтан аптырап ҡалды. Ғөмүмән, һәр яңылыҡ та әҙәм балаһын икеләнеүҙәргә, шикләнеүҙәргә дусар итә − кешенең тәбиғәте шулай ҡоролған. Шуға ла ТСЖ хәрәкәте тик 2002 − 2003 йылдар­ҙа ғына әүҙемләшеп китте.

− Үҙгәрештәр ҡайҙа һәм ниндәй генә өлкәлә булмаһын, кеше уны ауырлыҡ, икеләнеүҙәр менән ҡабул итә. ТСЖ-ның ыңғай яҡтарына иң тәүҙә һеҙҙең үҙегеҙгә инанырға тура килгәндер бит? Ғөмүмән, яңы эште нимәнән башланығыҙ?
− ТСЖ төҙөү өсөн закон буйынса иң тәүҙә йорттарҙа йәшәүселәр менән осрашырға, уларға был ойошманың асылын, функцияларын, ике яҡтың да бурыстарын һәм хоҡуҡтарын аңлатып биреү талап ителә. Халыҡты ойоштороп, йыйып алып, ТСЖ-ның нимәнән ғибәрәт булыуын аңлатҡандан һуң икенсе мөһим аҙым − идара ағзаларын һайлау. Әммә халыҡты йыйып алыуы башҡарылған эштәрҙең иң ауыры булғандыр. Тәүҙә улар, нимә тәҡдим итәләр икән, тип кенә ҡыҙыҡһынып килде. Әммә аңлатма эше алып барыу үҙ һөҙөмтәһен бирҙе һәм бирә: һәйбәт йәшәргә теләгән кеше дөйөм йыйылыштарҙы инҡар итмәй. Нәҡ шунда барлыҡ мөһим мәсьәләләр хәл ителә лә инде. Сөнки дөйөм йыйылыш − милекселәрҙең иң юғары органы. Хәйер, халыҡтың иғтибарын яҡшы һөҙөмтә менән генә йәлеп итеп була. Бөгөн мин үҙебеҙҙең ТСЖ тураһында нәҡ шулай тип әйтә алам: яҡшы һөҙөмтәләр халыҡтың ышанысын яулап алды. Әйтәйек, урамдарҙа аунап ятҡан ағастар, ҡолаған ҡоймалар урынына яңыларын ултыртыу һәм ҡуйыу, сәскә түтәлдәре барлыҡҡа килеүе, бәләкәй архитектура формаларын урынлаштырыу кеүек иң тәүге эштәребеҙҙе күргәс, халыҡ үҙе үк беҙгә ҡушылды. Хәҙер йыйылыштарға ла әүҙем йөрөйҙәр, үҙ тәҡдимдәрен әйтәләр, дәғүәләрен белдерәләр.

− Үҙ ойошмағыҙҙы буш урында башламағанһығыҙҙыр бит: ниндәй­ҙер матди-техник базағыҙ, физик ресурстарығыҙ булғандыр бит?
− Беҙ ойошторған ТСЖ-ға ҡараған йорттар тәүҙә «Өфөнефть» НГДУ-һыныҡы ине. Йорттарҙы торлаҡ-эксплуатациялау участкаһы хеҙмәтләндергән. Мин, иҡтисадсы булараҡ, бөтә хеҙмәтләндереү эшмәкәрлегенә анализ яһағас, халыҡ түләгән аҡсаның уларға хеҙмәтләндереү сифаты булып кире ҡайтмауы күренде. Бына ошоно ғәмәлдә күрһәтергә һәм раҫларға кәрәк ине лә. Альтернатива төрөндә бөгөнгө ТСЖ-ны тәҡдим иттем. Уны төҙөп, уставын эшләнек, банкыла иҫәп астыҡ, персонал йыйҙыҡ һәм, халыҡ түләгән аҡсаны үҙ ҡулыбыҙға алып, бөтә хеҙмәтләндереүҙе үҙебеҙ башланыҡ. Аҡсаның ҡайҙа китеүе, нимәгә тотонолоуы үтә күренеп торһон өсөн ЕРКЦ (берҙәм иҫәп-хисап-касса үҙәге) менән килешеү төҙөнөк. Ул халыҡтан килгән аҡсаны йылылыҡ, һыу, газ биргән, лифтты хеҙмәтләндергән, канализацияны һурған, сүп-сарҙы ситкә сығарып түккән һәм башҡа хеҙмәт күрһәтеүселәргә бүлеп түләй. Ә йорттарҙы тәртиптә тотоу аҡсаһы ошо үҙәк аша беҙгә кире ҡайта һәм ихаталарҙы йыйыштырыу, подъездарҙы йыуыу, уларҙағы электр яҡтылығы өсөн түләү сифатында халыҡҡа кире ҡайта.
Халыҡтың коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләгән аҡсаһы ЖЭУ-ларҙа (торлаҡты эксплуатациялау идаралыҡтары) һәм күбеһенсә УК-ларҙа идара итеү компанияларында тороп ҡалһа, хеҙмәтләндереү сифаты түбән, түләнгән аҡсаның ҡайҙа китеүе билдәһеҙ булыуы арҡаһында йорттар һәм уларҙың инженер коммуникациялары туҙып, авария хәлендә ҡалһа, һөҙөмтәлә халыҡ араһында ҡәнәғәт­һеҙлек тыуһа, әле беҙ түләнгән аҡсаны тулыһынса яҡшы хеҙмәтләндереү төрөндә кире ҡайтарабыҙ. Беҙҙең хеҙмәтләндереү сифатын кешеләр хәҙер үҙҙәре лә асыҡтан-асыҡ таный: «Элек ихаталарҙы йыйыштырманылар, подъездарҙы йыуһалар­ − йыуҙылар, йыумаһалар − юҡ, һыу, йылы биреү ойошмалары алдында бурыстар күбәйә ине, ә хәҙер, шөкөр, барыһы ла үҙ яйы менән бара», − тиҙәр. Эйе, беҙҙең ихаталарҙа, подъездарҙа хәҙер таҙалыҡ һәм тәртип, балалар майҙансыҡтары ялт итеп тора, ағастар шаулап үҫә, сәскә түтәлдәре күҙ яуын алып ултыра.

− Торлаҡ милекселәрен нисек итеп үҙ яйығыҙға көйләп, тәртипкә һалдығыҙ? Күҙаллауымса, өҙлөкһөҙ аңлатма эше алып барғанһығыҙҙыр?
− Беләһегеҙме, миңә ошо «халыҡ менән эшләү» тигән һүҙ бик оҡшап етмәй. Сөнки халыҡ − ул дөйөм төшөнсә: уның йөҙө лә, шәхсәнлек тигән бик мөһим сағылышы ла юҡ. Халыҡтың уй-теләген белеүе ҡыйын, ә айырым кешенеке асыҡтан-асыҡ күренеп тора. Беҙ халыҡ менән түгел, ә һәр фатирға инеп, һәр кеше менән айырым эш алып барҙыҡ һәм әле лә шулай. Сөнки һәр кешенең талабы, һорауы, көйө-йыры, проблемалары, шулай уҡ холоҡ-ҡылығы, фиғеле үҙенсә. Әйтәйек, береһенә балалар уйнай торған урын кәрәк, икенсеһе өсөн кисен урамдарҙа яҡтылыҡ булыуы мөһим. Кемгәлер подъездағы лампочканың төнө буйы яныуы кәрәк, ә икенсеһенә, киреһенсә, кәрәкмәй. Лифт менән дә шулай уҡ: кем өсөндөр уның иртәнге сәғәт 6-нан киске сәғәт 11-гә тиклем генә эшләүе яҡшы, ә икенсе берәү өсөн − киреһенсә. Беҙгә бөтә ошо проблемаларҙы дөйөмләштереп, алтын урталыҡты табырға тура килә.

− Хәҙер һеҙ ошо эш-ғәмәлдәрегеҙ, һөҙөмтәләрегеҙ менән кешеләр­ҙең ышанысына инеп алдығыҙ инде, шулаймы?
− Кешеләрҙең ышанысына инеп алыу мөмкин түгелдер ул. Сөнки әҙәм балаһының фатирына алтын унитаз ҡуйһаң да, ҡәнәғәт булмаҫ ул. Донъя шулай бит инде: кемгәлер ҡояш яҡтырта, ә кемгәлер − юҡ. Йәғни һәр кемдең үҙ эгоизмы тигән нәмә бар. Шуларҙы дөйөмләштереп эш итәбеҙ ҙә инде.
Дөйөм алғанда, кешеләрҙең биргән ғаризаларын 15 – 30 минутта үтәп сығабыҙ. Шул уҡ ваҡытта беҙҙең системала эшләгән ҡайһы бер ойошмаларҙың халыҡ һорауын үтәүе айҙар­ға һуҙылыуы ла ихтимал. Эшмәкәрлегебеҙҙең ошо рәүешле ҡоролоуында, әлбиттә, иң тәүҙә урындағы муниципаль район етәкселегенең роле ҙур. Бигерәк тә хакимиәт башлығының беренсе урынбаҫары Роберт Зәбир улы Ахуновтың ярҙамын билдәләп үтергә кәрәк. Ул торлаҡ мәсьәләһенә, шулай уҡ ихаталарҙың төҙөкләндерелеүенә, балалар майҙансыҡтарының төҙөк һәм хәүефһеҙ булыуына, урамдарҙың, ихаталарҙың, подъезд алдарының асфальтланыуына ныҡ иғтибар бүлә. Бындай мөнәсәбәтте халыҡ та күрә, шуға күрә улар ҙа тырыша: унда боҙмаҫҡа, бында һындырмаҫҡа тигән мөнәсәбәт барлыҡҡа килде. Ғөмүмән, беҙҙең Дим районында етәкселек менән халыҡ араһында үҙ-ара аңлашыу, үҙ-ара ышаныс һәм берҙәмлек тигән нәмә бар. Торлаҡтарға, подъездарға, ихаталар­ға һәм башҡаларға ҡарата «беҙҙеке» тип кенә түгел, ә «минеке» тигән ҡараш йәшәй. Шуғалыр ҙа инде беҙҙең район Өфөнөң башҡа райондарынан үҙенең таҙалығы, төҙөклөгө, матурлығы менән айырылып тора.
Әле һәр ерҙә лә ҡышҡылыҡҡа әҙерлек эштәре бара. Район штабында йыйылғанда бер кемгә ҡарата ла: «Һиңә шундай-шундай эш ҡушылғайны, шуны үтәмәгәнһең йәки теүәл башҡармағанһың», – тигән дәғүә йәки шелтәне ишеткәнем юҡ: һәр кем үҙенә ҡушылған эште, үҙ бурысын ваҡытында һәм теүәл үтәргә тырыша.

− Һеҙҙең ТСЖ ҡарамағында нисә йорт, күпме халыҡ иҫәпләнә?
− Беҙҙең ҡарамаҡта дүрт: өс ун ҡатлы, бер туғыҙ ҡатлы йорт. Уларҙа 471 фатир, йәғни 25600 квадрат метр торлаҡ майҙаны, һәм уларҙа 987 кеше йәшәй.
Беҙ эшмәкәрлегебеҙҙе башлап ебәргәндә хоккей ҡумтаһы емерек хәлдә ине. Нефтселәр идаралығына ярҙам һорап мөрәжәғәт иттек. Ул саҡта идаралыҡ етәкселеге беҙҙе аңларға теләмәгәс, һеҙҙең предприятиеларҙың хеҙмәт етештереүсәнлеге беҙҙең ишек төбөнән башлана, тип, йөрәгенә тура юл таба алдыҡ һәм берҙәм көс ярҙамы менән шул майҙансыҡты рәткә һалдыҡ.

− Торлаҡ-коммуналь хужалығындағы реформалаштырыу, башлыса, ошо өлкәлә эшҡыуарлыҡты үҫтереп, ошо эшҡыуарҙар араһында дәғүәселекте булдырыуға йүнәлтелгән дә инде. Ә конкуренция булған ерҙә сифатҡа баҫым яһала. Үҙегеҙ менән бер рәттән эшләүсе башҡа ТСЖ-лар менән ниндәй мөнәсәбәттәһегеҙ? Уңышлы ғына эшләп килгәнегеҙҙе күргән халыҡ һеҙҙең ТСЖ-ға эләгергә теләк белдермәйме һуң?
− Беҙҙең районда тағы ла «Капиталстрой», «Промтех», «ЖЭУ» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттәре − идара итеүсе компаниялар бар. Иң мөһиме − беҙҙең арала үҙ-ара аңлашыу булырға тейеш. Әйтеп үтеүемсә, әле һәр йома һайын ҡышҡылыҡҡа әҙерлек мәсьәләләрен бергәләп хәл итергә тырышабыҙ, бер-беребеҙгә ярҙам итәбеҙ, тәжрибә уртаҡлашабыҙ. Икенсе яҡтан, беҙгә ҡушылырға теләгән милекселәр булһа ла, был мәсьәлә бит милекселәрҙең дөйөм йыйылышында хәл ителергә тейеш. Ә уларҙы йыйып алыуы бик ҡыйын. Әлеге лә баяғы, халыҡ закондарҙы, хоҡуҡи-норматив акттарҙы, үҙ хоҡуҡтарын, шул уҡ ваҡытта бурыстарын да бик белеп етмәй. Минең өсөн кем дә булһа берәү эшләр, хәл итер әле, тигән ҡараш әле булһа киң таралған.
Әлбиттә, уңышлы эшләп килгән эшҡыуар үҙ производствоһын киңәйтергә тырыша. Беҙҙең дә ундай теләк юҡ түгел. Тик, дәғүәселектән тыш, етәксе этикаһы тигән нимә лә булыр­ға тейеш бит: үҙең менән бер ерлектә, бер рәттән эшләп йөрөгән етәкселәр араһында үҙ-ара килешеп йәшәү, яҡшы мөнәсәбәт тә булырға тейешлеген оноторға ярамай.

− Ә һеҙҙең ТСЖ менән үрҙә һанап кителгән идара итеүсе компаниялар­ҙың коммуналь хаҡтарға тарифтарында айырма һиҙелерлекме? Икенсенән, халыҡтан торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә түләнгән аҡса күрһәтелгән хеҙмәт рәүешендә милекселәргә кире ҡайтарылғандан тыш, күпмелер өлөшө ТСЖ кассаһында килем йәки страховка фонды рәүешендә йыйылып ҡала аламы?
− Беҙҙең торлаҡтарҙы хеҙмәтләндереү хаҡы дөйөм ҡала тарифынан сығып билдәләнгән. Хеҙмәтлән­дергән йорттарыбыҙға иҫәп алып барған приборҙарҙы ҡуйғас, йылылыҡҡа, электр энергияһына тарифтар беҙҙә кәмерәк.
Беҙҙең финанс системаһы шулайтып ҡуйылған: бөгөн коммуналь хеҙмәттәрҙең 96 − 98 процентын халыҡ түләй. ҡайһы бер айҙарҙа был дәүмәл артып та китә. Әйтәйек, июндә − 100, августа 103 процент түләнеләр. Әйтергә кәрәк, халыҡтың түләү һәләтлеге бар. Шуныһы ла бар: беҙҙең ҡарамаҡтағы йорттар сағыштырмаса яңы − 1996, 2003 йылдарҙа төҙөлгән. Шунлыҡтан булған матди базаны емереклеккә, бөлгөнлөккә алып барып еткермәй, ваҡытында асыҡлап, ямап, йүнәтеп барырға ынтылабыҙ. Һәр өлкә белгестәребеҙ үҙҙәре күргән, асыҡлаған етешһеҙлек тураһында миңә йәки мастерға еткереп бара һәм беҙ шул сәғәтендә үк улар буйынса тейешле сара күрәбеҙ. Табиптар, ауырыуҙы дауалаған­ға ҡарағанда иҫкәртеүе еңелерәк, ти бит. Беҙҙә лә шундай уҡ принцип.
«Энергияны һаҡлау һәм энергетик йоғонтололоҡ тураһында» тигән федераль закон проекты РФ Дәүләт Думаһына тикшереүгә тәҡдим ителгәс тә, йорттарҙы ошо юҫыҡта әҙерләй башланыҡ − һәр йортҡа үлсәү приборҙарын ҡуя башланыҡ һәм был эште 2004 йылға тамамланыҡ. Был закон иһә 2009 йылдың ноябрендә ғәмәлгә инеүенә беҙҙең йорттар әҙер ине инде. Һыу каналы, йылылыҡ, электр селтәрҙәре менән иҫәп-хисапты ошо приборҙар күрһәтеүе аша башҡарабыҙ һәм, әҙ-мәҙ булһа ла, табышҡа өлгәшәбеҙ. Был табыш йылылыҡ аша халыҡҡа кире ҡайтарыла. Әлеге көндә йылы һыуҙың бер кубометры өсөн Өфө халҡы 16,66 һум түләһә, беҙҙең милекселәр өсөн хаҡ 12,66 һум тәшкил итә. Дөйөм йорт ихтыяжына ҡараған подъездарҙы яҡтыртыу хаҡы ла кәмене − 26 һумдан 22 һумға (һәр кеше өсөн) төштө.
Уйлап ҡараһаң, милекселәрҙең ҡайһыһылыр өсөн был хаҡтар айырмаһы һиҙелмәй ҙә, ә ҡайһы берәүҙәр, бигерәк тә һәр тинен иҫәпләгән пенсионерҙар өсөн ул һиҙелерлек. Бына шулар рәхмәтле лә инде беҙгә. Халыҡҡа нимә кәрәк инде? Ваҡытында йылылығын, йылы һыуын бирһәң, газын, электр энергияһын, һалҡын һыуын өҙмәһәң, шул еткән.

− 2007 йылдың апрелендә Владимир Путин, Президент булараҡ, Федераль Йыйылышҡа Мөрә­жәғәтнамәһендә торлаҡтарҙы капиталь ремонтлауға, емерек йорттар­ҙан кешеләрҙе яңыларына күсереү өсөн барлығы 240 миллиард һум аҡса бүленде, тип билдәләне. Ошо аҡса беҙгә килеп еттеме?
− Һеҙ 2007 йылдың июлендә сыҡҡан «Торлаҡ-коммуналь хужалығын реформалаштырыуға ярҙам итеү фонды» тураһындағы ҡарар тураһында һүҙ алып бараһығыҙ. Дәүләт бүлгән был аҡса халыҡҡа килеп етте: йорттарға, инженер коммуникацияларына капиталь ремонт яһалды, иҫәп приборҙары ҡуйылды. Был арыу ғына ярҙам булды. Ул аҡсаһыҙ беҙ, йәғни торлаҡтарҙы хеҙмәтләндереүселәр, әлеге көндә ул тиклем ремонт яһай алмаған булыр инек.

− Капиталь ремонтҡа нимәләр инә? Һәм был аҡса тотонолоп бөткәс, артабанғы хәл-торош нисегерәк булыр икән?
− Уға биш төрлө эш − торлаҡтар­ҙың ҡыйығын, стеналарын, инженер коммуникацияларын, подъездарҙы һәм ихаталар юлдарын ремонтлау инде. Артабан был йорттарҙы хеҙмәтләндереү еңелерәк буласаҡ: иң ҙур эш эшләнгән, хәҙер уларҙы тикшереп ҡарап торорға ғына ҡала. Был беҙгә ҡағылһа, халыҡтан иһә ваҡытында ошо хеҙмәттәр өсөн түләп барыу талап ителә. Уңайлы тормошта йәшәгең килһә, түләйһең инде. Беҙҙең Дим районы халҡы был яҡтан бик тә тәртипле.
Әйткәндәй, республикабыҙҙа торлаҡ-коммуналь хужалығы, башҡа төбәктәргә ҡарағанда, асыҡтан-асыҡ бара. Нимә эшләнгәнен, нимә эшләнәсәген халыҡ күреп-белеп тора. Был йәһәттән 2010 йылдың сентябрендә тағы ла бер ҡарар – «Күп фатирлы йорттар менән идара итеү өлкәһендә эшмәкәрлек алып барыу­сы ойошмаларҙың мәғлүмәти асыҡлығы» тигән ҡарар сыҡҡайны. Ошо мәғлүмәтте беҙ яңы йылдан бирле халыҡҡа еткерә башланыҡ: беҙҙең стендтарҙа, сайтта бөтә мәғлү­мәттәр­ҙе лә табыр­ға мөмкин.
Бынан тыш, һәр йортҡа электрон паспорттар эшләнек. Республикала бындай эш менән әлегә бер кемдең дә шөғөлләнгәне юҡ.
Тәжрибәмдән сығып, шуны әйтә алам: ТСЖ халыҡты тупланы, ойоштор­ҙо. Ул барлыҡҡа килгәнгә тиклем бер йортта, хатта подъезда йәшәүселәр бер-береһен белмәй ине. Ихаталарҙа эскәмйәләр ҙә, балалар майҙансыҡтары ла булманы. Хәҙер кешеләр бер-береһен белә, аралаша. Тимәк, беҙ, ТСЖ хеҙ­мәткәр­ҙәре, йорттар милекселәрен туплауға − коллектив булдырыуға өлгәштек. Ә коллектив булған ерҙә теләһә ниндәй эште лә атҡарып сығып була.

− ҡала халҡы шул тиклем дә әҙергә өйрәнгән: подъезы ишеге боҙолоп, бер генә келә лә эленеп торһа ла, уны рәтләү буйынса ҡыл да ҡыбырлатмаясаҡ. Йәки подъезы алдындағы ҡарҙы аша атлап үтһә – үтә, ә көрәмәйәсәк. Һеҙҙең йорттарҙа йәшәгән һәм «минеке» тигән төшөнсәне үҙләштергән димдәр араһында ошондай күренеш күҙәтеләме?
− Мине лә нәҡ ошо битарафлыҡ йөҙәтә торғайны. Хәҙер иһә беҙҙең йорттарҙа йәшәүселәрҙең дөйөм милеккә мөнәсәбәте бөтөнләй үҙгәр­ҙе. Әйтәйек, ҡышын беҙ ишек алдына көрәк ҡуябыҙ. Һәм йорттарынан сыҡҡан ир-егеттәр, шул көрәкте ҡулдарына алып, ҡар көрәргә иренмәй. Сөнки иртә менән, ТСЖ-ның ҡар көрәүселәре килгәнгә тиклем, машинаңды сығарып, эшкә барырға кәрәк. Хәйер, ҡарҙы кемдеңдер көрәгәнен көтөп ултырғандары ла осрай.
Ғөмүмән, беҙ кешеләрҙең күңеленә дөрөҫ юл таптыҡ: өмәләргә сығалар, сәскә йәки ағас ултыртыусылар­ға ярҙам итәләр. 5 − 10 кеше сыға. Бергәләп эшләп йөрөүселәрҙе тәҙрәнән күреүселәрҙең йөрәге яна бит − улар ҙа килеп ҡушыла. Шулай итеп, беҙҙең ихаталар бөгөн сәскәләргә, ағастарға күмелеп, шаулап-гөрләп ултыра. Хатта беҙҙең «Йәшлек аллеяһы» ла бар.

− Дөйөм ҡулланылышта булған подвалдарҙы, ҡыйыҡтарҙы ҡуртымға биреү өсөн милекселәр менән килешәһегеҙме?
− ҡуртымға бирелгән подвалдарыбыҙ юҡ, сөнки унда инженер коммуникациялары үтә. Халыҡ менән килешеп, бер йорттоң мөйөшөн фотосалонға ҡуртымға бирҙек. Әлбиттә, ҡаршылыҡтар булды, әммә аңлаттыҡ. Унан килгән аҡса иҫәп аша үтә. «УфаНет», «Сталк» компанияларына ҡыйыҡтарыбыҙға үҙ ҡорамалдарын ҡуйырға рөхсәт иттек − улар­ҙан килгән аҡса ла дөйөм кассаға инә.
Дүрт йыл элек милекселәрҙең идараһы менән килешеп, 500 мең һум аҡсабыҙҙы банкының депозит иҫәбенә һалдыҡ. Ул бик йәтеш ысул булып сыҡты: капиталь, ағымдағы ремонт эшләргә кәрәк булһа, тотонабыҙ ҙа, тағы ла ҡайтанан йыйып һалып ҡуябыҙ. Өс йыл инде ул аҡсаға тейгәнебеҙ юҡ − страховка фонды рәүешендә банкыла ята. Шулай итеп, беҙ халыҡтан, коммуналь хеҙмәттәргә түләүҙән тыш, бер ниндәй ҙә аҡса йыймайбыҙ, үҙ көсөбөҙ менән хәлдән сығабыҙ.

− Ошоларҙы аңлап, рәхмәт әйтеүселәр бармы?
− Бер рәхмәт мең бәләнән ҡотҡара, тиҙәр. Беҙҙең йорттарҙа йәшәгән 987 кешенең берәүһе генә лә рәхмәтен әйтһә, тимәк, үҙ маҡсатыбыҙға ирешкәнбеҙ.
Илдус Сибәғәт улының торлаҡ-коммуналь хужалығы өлкәһендә эште яңыса ойошторорға теләүселәр менән уртаҡлашыр тәжрибәһе күп. Уға, ысынлап та, кәңәш һорап күп мөрәжәғәт итәләр. Уның әйтеүенсә, мәҫәлән, ошо йылдар­ҙа уға 120 кеше ТСЖ төҙөүҙә ярҙам итеүен һорап мөрәжәғәт иткән, тик шуның икәүһе генә әлеге көндә нәҡ ошо өлкәлә эшләп йөрөй. «Төп бәлә шунда − йәштәр эш һөҙөмтәһенә, йәғни бик тиҙ килем алыуға өлгәшергә теләй. Әммә бер ниндәй эшҡыуарлыҡ та тиҙ һөҙөмтә бирмәй бит. Тәүҙә көс-тырышлыҡ һалырға, бер аҙ билбауҙы ла ҡыҫырға, халыҡ менән өҙлөкһөҙ эшләргә тура килә. Ә беҙҙең өлкә − эшҡыуарҙар өсөн үҙләштерелмәгән эш фронты ул. Бында нәҡ йәштәр эшләргә тейеш тә бит...» − тигән үкенесен белдерҙе. Ошондай кәңәшселәр, үрнәк күрһәтеүселәр барҙа, ысынлап та, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендә лә үҙ эшен башлап ебәрергә теләүсе йәштәр табылыр тип ышанайыҡ.
Рәшиҙә МӘХИЙӘНОВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”