RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » «Онотолмаҫ тәьҫораттар алдыҡ»

20.09.2011 «Онотолмаҫ тәьҫораттар алдыҡ»

«Онотолмаҫ тәьҫораттар алдыҡ»
Үҙ «ҡаҙаның»да ғына ҡай­нап, камиллыҡҡа өлгәшермен тимә. Һәр һөнәр вәкиленә хеҙмәттәштәре менән аралашыу, тәжрибә уртаҡлашыу – фарыз күренеш. Был үҙ эшмәкәрлегеңә сит күҙлектән бағыу, анализлау һәм киләсәккә пландар билдәләү мөмкинлеге лә.
Киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәре ара­һында бындай осрашыу­ҙар йыш була. Ә бына уҙған аҙна аҙағында йәш журналистарҙың VIII республика фестивале үтте. Уны, сират буйынса, «Йәш­лек» гәзите редакцияһы ойошторҙо. Сараға республика, ҡала-район баҫмаларынан илленән ашыу журналист килгәйне.
Тәүҙә йәш ҡәләм оҫталары «Баш­информ» мәғлүмәт агентлығының ултырыштар залында БР элемтә һәм киң коммуникациялар министры Борис Мел­коедов менән осрашты. Унда шулай уҡ БР Журналистар союзы рәйесе Артур Дәүләтбәков, БР Элемтә һәм киң коммуникациялар министрлығының бүлек начальнигы Ольга Горюнова, БР йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры урынбаҫары Руслан Ғиззәтуллин, «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының баш мөхәррире Шамил Вәлиев, сатирик Марсель Сәлимов ҡатнашты.
Борис Николаевич Мелкоедов республика журналистары араһындағы бәйләнеште нығытыу зарурлығын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Шулай уҡ ҡала-район гәзиттәре хеҙмәткәрҙәренә Өфөлә стажировка үтеү мөмкинлеге хаҡында хәбәр итте.
Осрашыуҙа йәш журналистар клубы ойоштороу мәсьәләһе күтәрелде. Артур Хәсән улы әйтеүенсә, был йәш хәбәрселәрҙең артабанғы профессиональ үҫешенә ыңғай йоғонто яһаясаҡ. Ысынлап та, клуб журналистикаға яңы ғына аяҡ баҫыу­сыларҙың проблемаларын уртаға һалып һөйләшеү, кәңәшләшеү, тәжрибә уртаҡлашыу өсөн бик ҡулай булмаҡсы.
Бер кемгә лә сер түгел: нәҡ киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре теге йәки был күренешкә халыҡтың ҡарашын формалаштырыусы орган. Бөгөнгө Рәсәй журналистикаһы, үкенескә күрә, коммерция нигеҙенә ҡоролған. Үткер һүҙле, дөрөҫлөктән ҡурҡмаған хәбәрселәр сафын билдәле бер суммаға лаф өргән “коммерсант журналистар” алмаштыра. Ә бына был йәһәттән башҡорт матбуғаты үҙ асылына тоғро ҡала. Марсель Сәлимов ошондай мәсьәләләрҙе күтәреп, йәш дуҫтарын ҡыйыу, уҡыусылары алдында һәр ваҡыт таҙа намыҫлы булырға өндәне.
Ғөмүмән, аралашыу бик йәнле барҙы. Һәр кем үҙен борсоған һорауға яуап алды, тәҡдимдәр менән сығыш яһа­ны. Артабан Шәһит Хоҙайбирҙиндың Мат­бу­ғат йорто алдындағы һәйкәленә сәскә һалыу тантанаһы булды. Шу­нан йәш ҡәләм эйәләре республика гәзиттәре редакциялары ме­нән танышты.
Алдан уҡ журналистар араһында ижади бәйгеләр иғлан ителгәйне. Милли һәм урыҫ телендә яҙыусылар айы­рым билдәләнде. «Йәш булыуы еңелме?» конкурсында беренсе урынды «Уфимские ни­вы» гәзитенең башҡорт телендәге сығарылышы мөхәррире Лилиә Хәлитова менән «Родник» гәзитенән Ольга Никифорова алһа, «Һаҡмар» гәзите хәбәрсеһе Айгөл Иҙелбаева (Баймаҡ районы) менән «Янаульские зори» баҫмаһынан Илдар Шәрипов – икенсе, «Таң»дан Миләүшә ҡасимова (Бөрйән районы) менән «Тәтешле хәбәрҙәре» гәзитенән Айһылыу Ғәзизова өсөнсө урындарға лайыҡ булды. «Үткер ҡәләм» конкурсында Гөлшат Хажина («Дыуан хәбәрҙәре»), «Молодежная газета» Айҙар Ишмаҡов, Ирина Вахонина («Восход» гәзите), Әлиә Вафина («Өмет» гәзите), Сәриә Рамаҙанова (Әбйәлил районының «Осҡон» гәзите), Земфира Ғәҙелшина­ларҙың («Баймакский вестник») эштәре яҡшы тип табылды. «Хәйерле иртә менән, йәштәр!» тематик бәйгеһендә «Ейәнсура таңдары» гәзитенән Әнисә Бикташеваға етеүсе булманы. Еңеүселәр Почет грамоталары, бүләктәр менән билдәләнде.

Лилиә Хәлитова, “Уфимские нивы” гәзитенең сығарыусы мөхәррире:
«Онотолмаҫ тәьҫораттар алдыҡ»
– Был фестивалдә өсөнсө тапҡыр ҡатнашам. Үҙемә был сарала әллә күпме яҡын дуҫ таптым. Йылдан-йыл яңы ҡатнашыусыларҙың күбәйеүен билдәләр инем. Был бер яҡтан ҡыуандырһа, икенсе яҡтан уйландыра ла. Сөнки күп кенә йәш кеше был һөнәргә килеп эш башлай һәм, күп тә үтмәй, хеҙмәт хаҡы түбән булыу сәбәпле, икенсе эшкә күсеү яғын ҡарай. Бигерәк тә ир-егеттәргә хас был күренеш. Шулай ҙа был һөнәргә иң тоғролар бер ниндәй ауырлыҡтарға бирешмәй һәм уңышлы ғына эшләп килә.
Фестивалде уҙғарыу буйынса бер тәҡдим дә бар – йылы миҙгелдә тәбиғәт ҡосағында осрашҡанда бигерәк шәп булыр ине: палаткалар ҡороп, рәхәтләнеп спорт уйындарында ҡатнашып, аралашһаҡ, күңелдәрҙә онотолмаҫлыҡ хәтирәләр ҡаласаҡ.

Алмас ҡУЖАБӘКОВ, Йылайыр районының “Ауыл уттары” гәзите хәбәрсеһе:
«Онотолмаҫ тәьҫораттар алдыҡ»
– Бындай кимәлдәге сараға тәүге тапҡыр килдем. Фестиваль миңә дәрт-илһам бирҙе, күңелемде тик ыңғай тәьҫораттар биләп алды. Етәкселәр, олпат журналистар менән аралашыу бик оҡшаны. Уларҙың кәңәштәре артабанғы эшемә ярҙам итер тип ышанам.

Азамат ҒӘҘЕЛШИН, Күгәрсен районының “Мораҙым” гәзите хәбәрсеһе:
«Онотолмаҫ тәьҫораттар алдыҡ»
– Ошондай осрашыуҙар йәш хәбәрселәргә бик кәрәк. Тәжрибә уртаҡлаштыҡ, башҡа район гәзиттәренең хәл-торошо менән таныштыҡ, аралашыу даирәбеҙ киңәйҙе. Практик саралар, мастер-кластар ойошторолһа, тағы ла һәйбәтерәк булыр ине.

Айгөл ИҘЕЛБАЕВА, Баймаҡ районының “Һаҡмар” гәзите хәбәрсеһе:
«Онотолмаҫ тәьҫораттар алдыҡ»
– Йәш журналистар семинарында икенсе тапҡыр ҡатнашам. Килгән һайын яратҡан һөнәремде камиллаштырыу серҙәрен тәрәнерәк асып, бай тәьҫораттар тейәп ҡайтам.
Әлеге фестивалдә республика матбуғатында стажировка үтеү, күпмелер ваҡытҡа редакциялар хәбәрселәрен алмаштырышыу фекере яңғыраны. Был бик ҡыҙыҡ та, фәһемле лә булыр ине.
Йәш журналистар клубы төҙөү идеяһы оҡшаны. Ул да оҫталыҡ мәктәбенең бер баҫҡысы буласаҡ. ҡәләмдәштәр менән осрашыу, танышыу, тәжрибә уртаҡлашыу мөмкинлеге биргәндәре өсөн семинарҙы ойоштороусыларға ҙур рәхмәт!


Гүзәл БИКМӘТОВА.
Юлай КӘРИМОВ фотолары.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”