НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Выборы 2018 Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » Уңышты тонналап һанайбыҙ!

Уңышты тонналап һанайбыҙ!


17 авгусҡа Башҡортостан аграрийҙары 1 миллион тоннанан ашыу игенде бура­лар­ға һалды. Ошо уңайҙан Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте вице-премьеры, ауыл хужалығы министры Эрнст Исаев журналистар менән осрашты.
Бер яҡтан ҡараһаң, миллион тонна иген йыйыу ябай ғына күренеш кеүек. Әммә былтырғы ҡоролоҡтан һуң тап ошо көндәр­ҙә миллион тоннанан да кәм булмаған иген туплау бурысы торҙо. Хәҙер ауыл эшсәндәре саҡ ҡына булһа ла еңел һулап ҡуйҙы – көҙгө уңыш ярайһы, икмәккә ҡытлыҡ булмаясаҡ.
Беҙҙең республика йыл һайын дүрт миллион тоннанан да кәм уңыш алмай ине. 2010 йылда тәбиғәт көйһөҙлөктәре арҡаһында ни бары 800 тонна ғына уңыш йыйылды. Мал да аслы-туҡлы тормошҡа дусар ителә яҙҙы – бер шартлы баш малға 11 центнер аҙыҡ берәмеге тура килде. Һөҙөмтәлә ҙур фермалар ҙа, шәхси хужалыҡтар ҙа малдарын кәметергә мәжбүр булды. Ә ҡураларҙа малды тағы ла үрсетеп ебәреү өсөн ныҡ тырышырға тура киләсәк.
Иткә, ҡарабойҙайға, тары ярмаһына хаҡ күтәрелеүе арҡаһында килеп сыҡҡан проблемаларҙы һәр кем белә.
Эрнст Исаев аграрийҙарға күрһәтелгән дәүләт ярҙамы тураһында ла һөйләп үтте. Был ярҙамдан башҡа бөгөн уңыш шундай кимәлдә тупланмаҫ, эштәр шул тиклем көйлө бармаҫ ине. Әлеге мәлдә хужалыҡтарға күрһәтелгән дәүләт ярҙамы биш миллиард һумдан артты. 400 миллион һумдан ашыу аҡса ауыл хужалығы техникаһы хаҡын арзанайтыу өсөн бүленгән. Ошо аҡсаға МТС-тар, башҡа ойошмалар иген урыу комбайндарын һатып алды, сәскестәр, башҡа техника ла арттырылды. Дизель яғыулығы һәм минераль ашламалар һатып алыуға ла ҙур суммала субсидиялар бүленде.
Бөгөн баҫыуҙарҙа өлгөргән уңышты йыйыу кампанияһының иң ҡыҙған ваҡыты. Дөйөм майҙандың өстән бер өлөшөндә эш тамамланған да инде. Республика буйынса дөйөмләштереп алғанда, уңыш гектарынан 21 центнер тәшкил итә.
Урып-йыйыу эштәрендә республиканың Көйөргәҙе, Шаран, Дүртөйлө, Мәләүез, Саҡмағош, Стәрлетамаҡ, Ауырғазы, Баҡалы райондары башҡаларға өлгө булып тора. Күләм буйынса иң күп уңышты – 72 мең тонна игенде стәрлетамаҡтар тапшырған. Ә мәләүездәр уларҙан саҡ ҡына ҡалыша. Өфө районы хужалыҡтары республиканың иң уңдырышлы ерҙәрендә урынлашҡан, унда бер гектарҙан 30,8 центнер уңыш алалар.
Урып-йыйыу эштәре ауыл хеҙмәтсәндәре өсөн иң ауыр, иң мәшәҡәтле, әммә шул уҡ ваҡытта иң күңелле осор. Баҫыуҙарҙа тир түккән уңғандарға еңеллек һәм, әлбиттә, ҙур уңыштар теләйбеҙ!
Лилиә СИРАЕВА.

Сығыу ваҡыты 20-08-2011, 09:57 | Ҡаранылар: 21671
|
  • Өс һөйләм менән
  • Уңыш 1,6 миллион тоннанан ашты
  • Бураларға иген тула башланы
  • Игенде әлегә һатмай тороу яҡшыраҡ
  • БЫЙЫЛ ҮЛӘН ШӘП!
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


    Борьба с коррупцией

    [/aviable]

  • Ҡолаҡ һал!
  • Ҡорбанлыҡ урлыҡ менән килмәгәнме? Тикшерегеҙ
  • Организм нимә хаҡында иҫкәртә?
  • Һуңлап килгән аҡыл
  • Таңым нуры инең
  • Тәүге һөйөү шундай ҡыҫҡа булды
  • «Уҡыусың рәхмәтле булһын»
  • «Салауат Юлаев» - «Локомотив»! Кем-кемде?
  • Күп балалы бәхет
  • Тормош үҙе йәшәргә өйрәтә



  • Радио Юлдаш FM