RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Ауылда шәхси хужалыҡ тотоу килемлеме?

30.07.2011 Ауылда шәхси хужалыҡ тотоу килемлеме?

Хәҙерге баҙар иҡтисады заманында кешеләр килемле эштәр менән генә шөғөлләнергә тырыша. Ауыл хужалығын алып барыуҙың артыҡ сығымлы булыуын бәләкәй генә баҡсалар­ҙа ла, гектар-гектар баҫыуҙарҙа ла билдәләйҙәр. Шуға ла был аҙнала һөт-ҡатыҡты магазиндан алыу уңайлымы, әллә инде үҙең етештереү һәйбәтерәкме икәнлеген асыҡларға тырыштыҡ.

Альберт СӘЙФИЕВ, Өфө ҡалаһы, 32 йәш, табип:
– Ауылда йәшәгән ата-әсәйемә ныҡлы аңлаттым: йылына бер генә килгән отпускымды уларҙың баҡсаһында, йә булмаһа, яланда бесән әҙерләп үткәрергә йыйынмайым. Һөт-ҡаймаҡты, картуфты һатып алыу күпкә уңайлыраҡ. Әлбиттә, атайым беҙгә үпкәләп тә ҡараны, әммә үҙҙәре интеккән дә еткән – хәҙерге заманда мал аҫрау, күпләп баҡса үҫтереү – кәрәкмәгән сығым һәм физик көс талап иткән шөғөл.
Ауылдағы йәштәр ҙә йәйҙең йәмле көндәрен ҡара эш менән үткәрә, хәлдән таялар. Ауыл магазиндарында ла бөтә нәмә лә һатыла бит, бараһың да алаһың.

Фәймә СОЛТАНОВА, Нуриман районының Иҫке Күл ауылы, 82 йәш:
– Мал-тыуар аҫрау һәм баҡса тотоуҙан әллә ни килем көтөргә кәрәкмәйҙер. Шәхси хужалыҡта ғаиләң менән йыл буйы ашарлыҡ аҙыҡ етештерелһә, еткән. Һатып, килем алырлыҡ итеп мал аҫрау, баҡса үҫтереү техникаһы булмаған хужаларҙың ҡулынан килерлек эш түгел.
Хәҙер йәштәр, мал аҫрау үҙен аҡламай, сөнки бесән әҙерләү, килтереү ҡиммәткә төшә, тип бара. ҡиммәткә төшә инде, үҙҙәре техникаһыҙ ҡыл да ҡыбырлатмағас! Беҙ бесәнде айҙар буйы ҡул менән сабып, көндәр буйы кәбәндәр ҡойоп эшләнек. Колхоздан ат һорап тороу ғына теңкәгә тейә ине, сөнки аттар етмәне. Балаларымды, ейән-ейәнсәрҙәремде 10 йәшенән бесән сабырға өйрәттем. 65 йәшемдә 8 –12 йәшлек ейән һәм ейәнсәрем менән биш көн эсендә бер кәбәнлек бесән саптыҡ. Яланға йәйәү бара инек. Ниндәй сығым булһын! Барыһын да үҙ көсөбөҙ менән башҡарҙыҡ.
Ә хәҙер кешеләрҙе ялҡаулыҡ баҫты, әзмәүерҙәй ирҙәр, трактор көтөп, барлы-юҡлы аҡсаһын ҡырып-һепереп бесән саптырған өсөн түләп ята. Ауылда мал да аҫрамай йәшәп буламы икән ни?

Әминә ХОҘАЙҒОЛОВА, фермер:
– Әлбиттә, беҙ хужалығыбыҙҙан килем алып эшләйбеҙ. Былтыр ауырға тура килһә лә, быйылғы уңышҡа өмөт ҙур. Дөрөҫ, таң һарыһынан ҡара төнгә тиклем бөтә ғаиләбеҙ, беҙгә эшләгән кешеләр менән тир түгәбеҙ. Ләкин эшләмәй генә ашап буламы ни? Әле бына ирем, кешеләргә трактор менән бесән сабып, 250 мең һум аҡса эшләне, яҙын баҡса һөрөп, бесән ташып, тиреҫ түгеп «тере» аҡса ала.
ҡалала кем күпме аҡса эшләйҙер, әммә бына беҙ ҡыҙыбыҙға Өфөлә бер бүлмәле фатир һатып алыу өсөн аҡсаны тулыһынса үҙебеҙ бирҙек. Ә улыбыҙ, ғүмер буйы ипотека түләп, насар һауа һулап йәшәгәнсе, рәхәтләнеп эшләп, сифатлы аҙыҡ ашап, ауылда йәшәйем, тигән ҡарашта. Миңә ҡалһа, уңғандар ауылда көнө-төнө ҡайҙалыр сапҡан ҡала кешеләренән байыраҡ һәм рәхәтерәк йәшәй.

Сания АҪЫЛБӘКОВА, Ауырғазы районы, ҡорманай ауылы:
– ҡыҙҙарым уҡырға ҡалаға китеп, яңғыҙ ғына йәшәнем. Әммә, нисек кенә ҡыйын булмаһын, ҡош-ҡорт аҫрап, мал-тыуар тоттом. Студент балаҡайҙарым һәр аҙна ҡайтып, һөт-ҡаймаҡ алып китә, ит-картуфтан өҙөлгән булманы. Көҙөн ҡаҙ-өйрәк һуйыу үҙе бер байрамға әүерелә.
Ауылда хужалыҡ тотоуҙың килемен һанаған юҡ. Әммә үҙеңдең хужалығыңда етештерелгән аҙыҡ-түлеккә бер нәмә лә етмәй. Гектарлап баҡса тотоуҙың кәрәге юҡ, бер һыйыр, ҡош-ҡорт аҫрап йәшәү бер ғаиләне ҡыш буйы туйҙырырға мөмкинлек бирә. Шулай булғас, ауылда хужалыҡ тотоу килемле, тип әйтергә кәрәк.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”