RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Үткәндәре үкенерлек түгел

26.07.2011 Үткәндәре үкенерлек түгел

Ата-әсәйем исеменә кешеләрҙән рәхмәт ишетеү – беҙҙең өсөн оло ғорурлыҡ
Үткәндәре үкенерлек түгелМин үҙем Көйөргәҙе районында йәшәйем. Был районға килен булып төшкәнемә лә сирек быуат үтеп киткән. Эшләгән урыным, йәшәгән ерем яҡшы булһа ла, тыуған яҡ, тыуған ер көндән-көн нығыраҡ һағындыра, күберәк иҫкә төшә. Эйе, һәр кемгә лә бала сағы тороп ҡалған, йәшлек йылдары үткән ер ҡәҙерле. Шул бәхетле бала саҡтың һүнмәҫ ҡояшы – атай-әсәй. Алыҫ араларҙы яҡын итеп, улар янына ашҡынып ҡайтабыҙ. Тереләрҙе күреп, үлгәндәр рухына доғалар уҡытып китеү – изге бурыс. Туғандар, ауылдаштар менән осрашыу – оло ҡыуаныс, бәхет. Тыуған яҡтан йәшәүгә көс, дәрт алып китәбеҙ. Атай, әсәйем тураһында мәҡәлә яҙыу уйы әсәйем иҫән саҡта уҡ тыуғайны, хәҙер инде ул фани донъяла юҡ. Ләкин минең өсөн ул һаман тере, һаман ҡапҡа төбөндә ҡайтыуыбыҙҙы көтөп ултыралыр кеүек. Атайым да олоғайҙы инде. ҡасандыр донъя емертеп йөрөгән ир, арҡаланыр кешебеҙ, ныҡлы терәгебеҙ, бөгөн үҙе беҙҙең ярҙамға мохтаж. Яйлап һөйләшеп, иҫтәлектәрен тыңлап ултырырға һәр саҡ ваҡытыбыҙ тар. Ләкин йөрәк түрендәге рәхмәт һүҙҙәре, әйтелеп бөтмәгән иң наҙлы хистәр тыуған яҡҡа ҡайтып киткән, һағындырып иҫкә төшкән һайын, күңелде әрнетеп, үҙенән-үҙе ағыла башлай.
Беҙҙе ошо яҡты донъяға тыуҙырған, наҙлап үҫтергән, белем алыуға ярҙам иткән ҡәҙерлеләрҙән-ҡәҙерле әсәйем һәм атайым! Һеҙҙе аңлағанға ҡарағанда аңламаған саҡтарыбыҙ күберәк булғандыр. Йоҡоһоҙ төндәр, борсоулы мәлдәр − барыһы ла бала өсөн. Илле йәшкә яҡынлашып килгән ҡатын булараҡ, хәҙер былар­ҙы яҡшы аңлайым. Барыһы-барыһы өсөн дә ҙур рәхмәт һеҙгә!
Атайым Уразбай Фазыл улы һәм әсәйем Яңылбикә Вәлиулла ҡыҙы Алтыншиндар Бөрйән районының Тимер ауылында ярты быуаттан ашыу ғүмер итте. Бөтә тиҫтерҙәренеке кеүек, уларҙың да бала сағы ауыр йылдарға тура килә. Һуғыш башланғанда 12 − 13 йәшлек үҫмер булған атайым – атайһыҙ, әсәйем әсәй­һеҙ күтәрә шул осор михнәттәрен.
83 йәшен тултырған атайым сығышы менән Тимер ауылынан. Атаһы Фазыл олатай Бөйөк Ватан һуғышына тиклем үк вафат була. Атайым, әсәһе Ғилмениса өләсәйемә оҡшап, эре һөйәкле, физик яҡтан ныҡ булып үҫә. Бәләкәйҙән үк эшкә әрһеҙ, тырыш була. Һабан һөрөү, ер тырматыу, бесән эшләү, мал көтөү – бала саҡтан ҡанына һеңгән эштәр. Атайһыҙ малай, әлбиттә, хаҡһыҙ рәнйетелеүҙәргә, кәмһетелеүҙәргә әҙ осрамай. Әммә шуҡлығы, шаянлығы, юғалып ҡалмай торған холҡо менән ул тормошта үҙенә юл яра, үҙ «эҙен» ҡалдыра. Беҙҙең Бөрйән райо­нында атайымды белмәгән кеше һирәктер. Көслө энергиялы, тынғыһыҙ булыуы менән айырылып торҙо. ҡурҡып, боҫоп йәшәмәне ул. Үҙе теләгәнсә, үҙе дөрөҫ һанағанса эшләне һәм йәшәй. Тура һүҙле булыу, уйлағанын йәшермәйенсә әйтеп бирә белеү менән бер рәттән, дөрөҫлөгөнә ышанған эшен аҙағынаса еткереп ҡуйыу, алдына ҡуйған маҡсатына, һис бер ҡаршылыҡтарға ҡарамай, ирешергә тырышыу хас ҡәҙерле кешебеҙгә. Шуға ла ауылдаштары ла, етәкселәр ҙә уны эшендә хөрмәт итте, әйткән кәңәш-фекерҙәренә ҡолаҡ һалды. Малсылыҡта иң яуаплы эштәрҙе уға ышанып тапшырҙылар.
Хәтеремдә, 1975 йылда «ҡыҙыл таң» колхозы тәү тапҡыр сусҡа үрсетергә ҡарар итә Һәм был эште, әлбиттә, атайыма, йөкмәтәләр. Яҡшы үрсем алыу, был тармаҡты үҫтереү өсөн ул бар тырышлығын һалып эшләне. Ярҙамға әсәйемде, йәйге каникулда ағайҙарымды ла йәлеп итте. Сусҡаларҙың бәрәсләр ваҡыты еткәндә, атайым өйгә бөтөнләй ҡайтмай ине. Ағайымдар, уны ял иттереп, ашарға ҡайтарып ебәрә. Тырышлығы бушҡа китмәне, колхозда был тармаҡ тиҙ арала үҙенең яҡшы һөҙөмтәһен күрһәтте. Район буйынса малсылар араһындағы ярышта атайым алдынғылыҡты бирмәне. Тырыш, фиҙакәр хеҙмәте өсөн бик күп Маҡтау ҡағыҙы, миҙал, шулай уҡ Почет билдәһе ордены менән дә бүләкләнде.
Эйе, эшендә йөрәген әрнетерлек ғәҙелһеҙлектәргә күҙен йомоп ҡалмай әрләшкән, ҡыҙыу­лыҡтан конфликтҡа ингән ваҡыттары ла була ине. Ләкин ғаиләлә атайым, өс ҡыҙ үҫтереп, бер ваҡытта ла яҡындарына ҡул күтәрмәне, һүгенеп өндәшмәне, күңел ҡайтарырлыҡ ауыр һүҙ әйтмәне. Хәҙер беҙ, ҡыҙҙары, арыу ғына тормош һынауҙарын үткәс, апайымдар үҙҙәре өләсәй булып ултырған көндө, ошо күркәм сифаты өсөн атайыма сикһеҙ рәхмәтлебеҙ.
Үҙенең киң күңеллелеге, ихласлығы, ябайлығы менән арбай ул кешене. Шуға ла дуҫтары күп. Һәр кем менән уртаҡ тел табып, ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер тора. Бәләкәй генә баланың да күңелен уйлай, хәтерен һаҡлай белде. Малайҙарҙың яратҡаны – ат. Атта һыбай йөрөргә, йә булмаһа, арбала ултырып йөрөр өсөн ҡапҡа янына килеп, көтөп торалар. Атайым береһен дә кире бороп ебәрмәне. Ат тигәндән, һикһән йәшкә еткәнсе үҙе лә атта һыбай йөрөүен ташламаны. Көтөүҙә яңғыҙ йөрөгәндә урман яңғыратып йырлап ебәрә инем, тип һөйләй ул. Тырышлыҡ та, моң да етерлек унда.
Атайымды ауылдағы бәләкәй баланан алып ил азаматтарына тиклем хөрмәт итә, ололай икән, был бер ҙә юҡҡа түгел. Һуғым осоронда, салған малыңдың ите тәмле була, тип, күптәр уны саҡырырға тырышыр ине. Ауылдаштарын һуңғы юлға оҙатыу ҙа унан башҡа атҡарылмай торғайны. Һуңғы йылдарҙа, олоғайыу сәбәпле, йөрөй алмай инде. Йоланың тәртибен, рәтен белеп башҡара. Әлеге көндә лә иңдәрендә − ил хәстәре. Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, ауылының киләсәге өсөн борсолоп, йәштәргә файҙалы кәңәштәре менән ярҙам итергә тырышып йәшәй ул.
Әсәйем иһә − Иҫәнғазы ауылы ҡыҙы. Белемле, зирәк аҡыллы ҡатын булды. Үҙенең ғүмерен ысын мәғәнәһендә балаларын тәрбиәләүгә арнаны. Алты баланы тәрбиәләп үҫтереү – беҙҙең бала саҡта һәр ғаиләлә тип әйтерлек күҙәтелгән ғәҙәти күренеш. Әммә әсәйем үҙенең бурысын балаларының тамағы туҡ, өҫтө бөтөн булыуҙа ғына күрмәне. Беҙҙең уҡыу менән даими ҡыҙыҡһынып торҙо, мәктәп менән һәр саҡ тығыҙ бәйләнештә булды. Дәрес әҙерләргә ултырһаҡ, һәр беребеҙгә кәрәгенсә аңлатып бирә, бирелгән эштәрҙең үтәлешен тикшерә. Бала ғына булһаҡ та, ҡайсаҡ хәйләләшә инек, ирендереп тә ҡуя. Өйҙәге ваҡ-төйәк эш тә етерлек, әммә әсәйем беҙҙе күҙ уңынан ысҡындырмай. Ул беҙҙе белемле итеүгә ҙур теләк, ихласлыҡ менән ярҙам итте.
ҡышҡы оҙон кистәрҙә ҡысҡырып ҡыҙыҡлы әҙәби китаптар уҡыу, йә үҙҙәренең бала сағы тураһында иҫтәлектәр, халҡыбыҙҙың аҫыл хазинаһы − эпостар тыңлау матур хәтирәләр булып хәтерҙә уйылып ҡалған. Бөрйән, ҡыпсаҡ ырыуҙары тарихын, «Аҡбуҙат», «Күҫәк бей» эпостарының йөкмәткеһен бәләкәйҙән белеп үҫтек. Ниндәй ырыуға ҡарауыбыҙҙы әсәйем ентекләп аңлата ине. Сөнки үҙе Бөрйән ырыуы ҡыҙы булһа, атайым − ҡыпсаҡ ырыуы егете.
Тәҙрә төбөн тултырып гөлдәр, өй алды баҡсаһында төрлө сәскәләр үҫтереү ҙә әсәйемдең яратҡан шөғөлө булды. Уның был күркәм сифаты беҙгә лә күскән: ҡайҙа үҙенсәлекле, матур сәскәләр күрәбеҙ – битараф ҡала алмайбыҙ.
Баҡса тултырып йәшелсә үҫтереү ҙә бала саҡтан ҡанға һеңгән ғәҙәт ине беҙҙең ғаиләлә. Кишер, һуған, ҡыяр ғына түгел, помидор, кәбеҫтәне лә бик күпләп үҫтерҙек. Кәбеҫтәне әсәйем йәшерәк сағында мискәләп тоҙлар ине. Атай менән әсәй, бала саҡтары һуғыш йылдарына тура килеп, ныҡлы белем ала алмаһа ла, тормошта үҙ фекерҙәре булып, аныҡ маҡсат ҡуйып йәшәне. Балаларына ла шуны һеңдереп ҡалырға тырыштылар. Шулай уҡ һәр бер балаһына аяҡҡа баҫып, үҙ аллы донъя көтөп китеү өсөн хәлдәренән килгәнсә ярҙам иттеләр. Улдарының һәр береһенә өй һалыштылар. ҡыҙ кеше булһам да, беҙҙең ғаиләгә лә өй һалыуҙа ярҙам ҡулы һуҙҙылар. Был һәр ата-әсәнең хәленән килә торған мөмкинлек түгел. Ауылда әсәйем грамоталы булыуы менән дә айырылып торҙо. Кемгә ғариза, үтенес йә иһә башҡа документ кәрәк − еренә еткереп эшләп бирә ине. Тимәк, беҙҙең күңелдә генә түгел, туғандарығыҙ, ауылдаштарығыҙ, дуҫтарығыҙ күңелендә лә матур иҫтәлектәр ҡалдыра алғанһығыҙ.
Кеше үҙенең йәшәгән йылдарына, үткән ғүмеренә бер мәл ҡараш ташлай, үҙенсә һығымта яһай. Дөрөҫ йәшәгәнме, үкенерлек түгелме икән үткәндәре? Туғыҙынсы тиҫтәне ҡыуған атайым был һорауҙы үҙенә йыш бирәлер, тип уйлайым. Ауылдаштарығыҙ, туғандарығыҙҙан, тормош юлында изгелегегеҙ тейгән күп кешеләрҙән һеҙҙең исемгә рәхмәт һүҙҙәре ишетеү – беҙҙең өсөн һәр саҡ ҡыуаныс, ғорурлыҡ. Һеҙҙең юлды, нәҫелде дауам итер матур балаларығыҙ, киләсәгегеҙ бар икән, йырҙағыса, үкенерлек түгел һеҙҙең үткәндәр, минең ҡәҙерлеләрем.

Ғәзимә АҘНАБАЕВА.

Көйөргәҙе районы,
Абдул ауылы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”