RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Донья яңылыҡтары

14.06.2011 Донья яңылыҡтары

Күҙ йоморлоҡ түгел

Японияның атом электр станцияһындағы авариянан һуң әллә ни насар эҙемтәләр булманы, тип ышандырырға тырыштылар.
Әммә һуңғы көндәрҙә «Фукуси­­-ма − 1»­ҙән алыҫ урындарҙа ла ра­диоактив матдәләр табылған. Әле диңгеҙ һәм ер аҫты һыуҙарында строн­ций барлығын асыҡлағандар. Был матдә һыуҙа мөмкин булған параметрҙарҙан 240 тапҡырға артығыраҡ.
Әлбиттә япондар радиоактив мат­­дәләрҙең асыҡ һыуға сығыуын контролдә тоторға тырыша. Әле белгестәр диңгеҙҙә тотолған ба­лыҡты ҡулланыуҙың хәүеф менән янауын билдәләй.
Стронций юҡҡа сыҡһын өсөн 29 йыл ваҡыт талап ителә. Был матдә кеше организмына эләкһә, онкологик ауы­рыуҙарға килтерә.

Обамаға һөжүм?

Америка ҡушма Штаттары Президенты Барак Обамаға асыҡтан-асыҡ һөжүм итергә маташҡандар, тип уйларға нигеҙ бар.
Президенттың резиденцияһы территорияһына бәләкәй генә билдәле булмаған самолет үтмәксе булған. Пилот менән һөйләшеүҙе ойоштора алмаған һаҡсылар һауаға истребителдәрҙе күтәреп, сит самолетты тотҡан.
Был самолет Барак Обама ғаиләһе менән ял иткән ваҡытта резиденцияға яҡынлашҡан. Әлегә саҡырылмаған ҡунаҡтың Америка Президентына һөжүм итергә йыйыныу-йыйынмауы хаҡында аныҡ ҡына әйтмәйҙәр.

Самолеттарҙың осошо тотҡарланасаҡ

Францияла авиамеханиктарҙың баш күтәреүе арҡаһында самолеттарҙың осошо тотҡарланыу ҡурҡынысы тыуҙы.
Эшселәр үҙҙәренең эш хаҡын 200 − 300 евроға күтәреүҙәрен талап итә. Етмәһә, забастовканың ҡасан тамамланасағы билдәһеҙ. Авиаме­ха­никтар яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшкәнгә тиклем эште тотҡарлар­ға йыйына.
Аэропортта эшләүселәр быға тиклем дә эш хаҡының аҙ булыуына зарлана ине. Улар проблемалары хаҡында етәкселәргә лә еткергән, әммә эшселәрҙе аңлаусылар ғына табылмаған. Хәҙер механиктарҙың сыҙамлығы һуңғы сиккә етеп, баш күтәрә башлағандар.

Еңелергә йыйынмай

Халыҡ-ара шахмат федерацияһы башлығы Кирсан Илюжминов Муамар Каддафи менән осрашҡан.
Был осрашыу бункерҙа түгел, ябай ғына административ бинала үткән.
Илюжминовҡа Каддафиҙың туғандары үлтерелгән, НАТО бомбалары эләккән бинаны ла күрһәткәндәр.
Шахмат уйыны ваҡытында Каддафи Ливияны ташлап китергә йыйынмауын хәбәр иткән. Билдәле булыуынса, ил башлығын инде бына нисәмә айҙар буйы юҡ итергә, йә булмаһа вәкәләттәренән бушатырға тырышалар. Тик ул һаман бирешергә һәм тыуған илен ташлап китергә уйламай.

Әлегә кәрәкмәҫ

ҡурҡыныс ауырыу арҡаһында Рәсәй Европа илдәренән йәшелсә һатып алыуҙы ваҡытлыса туҡтатҡайны.
Хәҙер не­мец­тар эпидемияның нимәгә бәй­­ле булыуын аныҡ асыҡла­ған һәм беҙҙең ил тиҙ арала йә­шелсәләрҙе ҡабат һатып ала башлар, тип өмөтләнә.
Шул уҡ ваҡытта, Германияла йәшелсәләр аша йоҡторған эсәк ауырыуы менән үлеүселәр һаны 35 кешегә етте. Сирҙе йоҡтороусылар кәмеһә лә, әле дауаханаларҙа ят­ҡандар араһынан яҡты донъя менән хушлашыусылар һаны арта бара. Был инфекцияны 3200 кешенең эләктереүе билдәле. Ул Европаның 14 илендә, Канада һәм Америкала теркәлгән.

Л. СИРАЕВА әҙерләне.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”