НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Яңылыҡтар


ЯңылыҡтарБашҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Литваның билдәле сәйәсмәне һәм иҡтисадсыһы Казимира Прунскене менән осрашты. Унда «Раевка шәкәр заводы» предприятиеһы тураһында ла һүҙ барҙы. Литваның «ARVI» компаниялары төркөмө заводты һатып алыу менән ҡыҙыҡһынған һәм уны реконструкциялау һәм үҫтереү өсөн 100 миллион евро инвестиция индерергә әҙерлеген белдергән.

Салауат районы прокуратураһы Боксит махсус (коррекцион) мәктәп-интернаты тәрбиәсеһенә ҡағылышлы эште судҡа тапшырҙы. Ул балаларҙы кисен спортзалға йыйып, ике сәғәт буйы физик күнекмәләр эшләтеп яфалаған. Баҡтиһәң, ир кеше икенсе тәрбиәсенең 500 һум аҡсаһы юғалыуында ғәйепле баланы ошондай ысул менән табырға тырышҡан.

«Рәхмәт, донор!» Бөтә Рәсәй мәғлүмәт акцияһы сиктәрендә Өфө ҡалаһында 14 − 17 июндә УМПО мә­ҙәниәт һарайы алдындағы майҙанда ҡан биреү пункты эшләйәсәк. Унда донорҙарҙы көн һайын иртәнге сәғәт 10-дан төшкө 1-гә тиклем ҡабул итәсәктәр. Шулай уҡ теләк белдереүселәр Республика ҡан биреү станцияһында ла ҡан тапшыра ала.

Студенттар беренсе республика асыҡ фестивале 8 − 11 сентябрҙә үтәсәк. Командалар яланда спорт туризмы һәм башҡа конкурс­тарҙа үҙ оҫталыҡтарын һынаясаҡ. Конкурста ҡатнашыу өсөн ғаризалар 28 авгусҡа тиклем БР Йәштәр һәм спорт министрлығында ҡабул ителә.

Башҡортостандың еңел сә­нә­ғәт предприятиеларының күбеһе тәүге кварталды һәйбәт һөҙөмтәләр менән тамамлай. Был, тәү сиратта, уңышлы контракттар төҙөү менән бәйле. Шулай уҡ Рәсәй тауарҙарына сит илдәрҙә ҡыҙыҡһыныу артыуы ла үҙенең ролен уйнай.

Бөгөн Өфөлә 20-нән ашыу яҡ­таштар берлеге бар. Уларҙың баш ҡалаға уҡырға һәм эшләргә килеүсе йәштәр тормошонда уй­наған роленә арналған «түңәрәк өҫтәл» ойошторолдо. Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры урынбаҫары Руслан Ғиззәтуллин урта һәм бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереүҙә ярҙам итеү, сәләмәт тормошто пропагандалау, йәштәр дружиналары һәм волонтерҙәр хәрәкәтен үҫтереү, тормошта ауыр хәлгә ҡалған йәштәргә ярҙам итеү йүнәлештәрен үҫтерергә кәрәклеген атап үтте.

Рәсәй Президенты Дмитрий Медведев «Ирекле янғын һүндереү хеҙмәте» тураһындағы федераль законға ҡул ҡуйҙы. Был документ ирекле янғын һүндереүселәр дружиналарына «йәшел ут» аса, тигән һүҙ. Башҡортостанда ла йыл башынан 26 ирекле янғындан һаҡлау бүлексәһе асылған, улар янғын һүндереү өсөн ҡорамалдар менән тәьмин ителгән.

18 июндә Өфө районының Шамонин ауылында тәүге һабантуй үтәсәк. Программала төрлө конкурстар, ҡыҙыҡлы ярыштар, бәйгеләр ҡаралған. Ауыл халҡы ҡунаҡтарҙы, дуҫтарын, таныштарын байрамда көтөп ҡала.

Р. ДӘҮЛӘТОВА әҙерләне.

Сығыу ваҡыты 14-06-2011, 14:58 | Ҡаранылар: 1616
|
  • Тимер юлы транспортын үҫтереү мәсьәләләре ҡаралды
  • Өс һөйләм менән
  • Өс һөйләм менән
  • Өс һөйләм менән
  • Өс һөйләм менән
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Еҙем-Ҡарандарға оят!
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Ҡырау төшөүе ихтимал
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM