НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » «Изгелектәр онотолмай»

«Изгелектәр онотолмай»


Белорет районының Асы ауылынан сыҡҡан уҙаман Хәмзә Искәндәр улы Ғәлләмов. Уға ошо көндәрҙә 80 йәш тулды. Юбилейы айҡанлы Хәмзә хажи Әкбәр менән осрашып һөйләштек.
«Изгелектәр онотолмай»– һеҙ сығышығыҙ менән Асынан. Ауылдан 1948 йылда уҡ сығып киткән­һегеҙ. Өфө һеҙҙе нисек ҡаршы алды?
– Ошо сығып китеүем менән яҙмышыма рәхмәтлемен. Уҡырға тип, Өфөгә юл алдым. Тәүҙә Арыҫлан ағай Мөбәрәков кәңәше менән документтарымды урман техникумына тап­шыр­ғайным, унда оҡшаманы. Документтарымды алдым да Өфө сәнғәт училищеһына барҙым. Хәрби хеҙмәткә алынғас, Ташкент хәрби педагогия училищеһында ла уҡырға насип булды. Бер нисә йыл офицер-тәрбиәсе булып эшләгәндән һуң Өфөгә ҡайттым. Башҡорт дәүләт университетының география факультетын тамамланым. Бала саҡтан рәссам-архитектор булырға хыялландым. Ғаиләле булып, ул заманда ирекле архитектор булып эшләп, йәшәп булмай ине. Шуға ла Мәҙәниәт министрлығына белем биреү йорттары буйынса бүлек мөдире булып эшкә урынлаштым. Төп эшемдән айырылмайынса, Өфөлә 8-се музыка мәктәбен асыуға ирештем, директор вазифаһын да башҡарҙым. Халҡым, тип, янып-көйөп эшләп йөрөгәндә, милләтселектә ғәйепләнеләр. Ялалар йыуашты ғына ҡаҡшата, мин юғалып ҡалманым. 1970 йылда Мәҙәниәт министрлығынан киттем һәм яратҡан һөнәремә тотондом.

– Ә яратҡан һөнәрегеҙ нимәнән ғибәрәт ине?
– Ғүмер буйы ижадҡа ынтылып йәшәнем. Ҡом-балсыҡ, цемент менән эш итеү минең өсөн ауыр булманы. Һуғыш темаһы күңелемә һәр саҡ яҡын булды. Ижад юлымда был йүнәлештә китеүем ошоға бәйле. Атайым Искәндәр һуғыштан иҫән-һау әйләнеп ҡайтты. Уның яу юлдары тураһында һөйләгәндәрен йотлоғоп тыңлай инек.
Егет ҡорона инеп килгән саҡ. Халыҡ дәртле инеме, әллә йәшәүҙең ҡәҙерен белеүҙәнме, йәше-ҡарты клубта. Һуғыштан сатан, сулаҡ булып ҡайтҡан ағайҙар, инвалидтар дәртләнеп бейергә төшөп китә. Ирекһеҙҙән күҙҙәрҙән йәш атылып сыға. Йөрәктәренең бер өлөшөн тәшкил иткән ҡәҙерлеләре яу яланынан әйләнеп ҡайтмаһа ла, әсәләр, тол ҡатындар, етем бала-саға, бөгөлөп төшмәй, күңел асҡан була. Үҙәк өҙөрлөк күренеш йөрәгемдә мәңгелеккә урын алды.
1975 –1995 йылдарҙа Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙарына, яу яландарында һәләк булғандарға арнап үҙемдең проекттар буйынса һәйкәл-обелискылар эшләнем. Архангел районы үҙәгендәге яртылаш эшләп бөтөлмәгән обелискыны тергеҙгәндән һуң ижади хеҙмәтемде юғары баһаланылар. Нуриман, Бөрйән, Өфө һәм башҡа райондарҙан заказдар килә башланы. Белорет районында Асы, Инйәр, Йөйәк, Арышпар, Мәхмүт, Үрге Әүжән, Татлы, Сермән ауылдарында ла Бөйөк Ватан һуғышы яугир­ҙарына обелискылар эшләнем. Репрессия ҡорбандарына ла арнап байтаҡ обелиск ултырттым. Үҙ ғүмеремдә 26 һәйкәл һәм мемориал ижад иттем.

– Республикала мәсеттәр һалыуҙа ла әүҙем ҡатнашаһығыҙ, матди яҡтан ярҙам итәһегеҙ. Һеҙҙе көслө дини эшмәкәр булараҡ та яҡшы беләбеҙ. Дингә ҡасан ылығып киттегеҙ?
– Бала сағымда Сәрбиямал өләсәйем дингә ылыҡтырҙы, төрлө сүрәләр өйрәтте. Шуға ла күңелемдә һәр саҡ дингә ышандым. Миңә алты йәш тирәһе ине, малайҙар менән мәсет манараһын емергәндәрен ҡарап торҙоҡ. Тегене арҡан менән йығырға теләп тартҡылайҙар, әммә ағас манара йығылмай. Тарта торғас, арҡандары өҙөлөп китте, ә манара икенсе яҡҡа ауа башланы, өҫтөндәге айы 20 – 30 метр алыҫлыҡҡа барып төштө. Айҙы оҙаҡ эҙләнеләр, әммә береһе лә таба алманы. Йылдар үткәс, теге мәсеттең манараһын йығып төшөргән рәйестең исемен халыҡ онотто. Бына ошо хәл мине ныҡ тетрәндерҙе, шул емерелгән мәсет урынына яңыһын төҙөргә булдым. Ата-әсәйемдән ҡалған йортта тәүҙә мәҙрәсә астым, уҡытыусы алып барҙым, эш хаҡы түләнем. Бөтә Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назараты рәйесе Тәлғәт Тажетдиндың ярҙамын күп күрҙем. Ул мине Белорет районының имам-мөхтәсибе итеп тәғәйенләне. Дини хеҙмәтем шулай башланды. Ете тапҡыр хажға барҙым.
Үҙ аҡсама тыуған ауылымда "Искәндәр вә Фәрхениса" мәсетен төҙөттөм. Инйәр ҡасабаһында "Тәүбә" мәсетен төҙөгәс, халыҡ мине мәсет төҙөүсе итеп таныны. Яҡташыбыҙ Рафаэль Ибраһим улы Байдәүләтов менән берлектә Уҫманғәлелә "Ибраһим вә Хәмзә" мәсетен төҙөнөк. Өфө районының Булгаков ауылында ейәнем Искәндәр хөрмәтенә "Искәндәр" мәсете ултырттым. Өфөнөң Сипайлово биҫтәһенә йәшәргә күскәс, "Хәмзә" мәсетен, Асыла дауалау-һауыҡтырыу пансионаты төҙөттөм. Шулай уҡ Ишембай, Мишкә, Дүртөйлө, Ҡариҙел, Нуриман, Асҡын райондарында ла мәсеттәр һалып, бөтәһе һигеҙ иман йорто үҫтереп, халыҡты ҡыуандырҙым. Шулай уҡ туғыҙ мәсет төҙөүсегә ярҙам ҡулы һуҙҙым. Аҙна һайын тиерлек ауылдарҙа мәсеттәр асыуҙа ҡатнашырға тура килә.

– Һеҙ тәү сиратта кемдәргә ярҙам итергә тырышаһығыҙ?
– Мин, быға ярҙам итергәме тип, һайламайым. Халыҡ үҙе килеп мөрәжәғәт итә. Ауылды барып ҡарайым, кешеләре менән танышам. Дингә һыуһаған халыҡ булһа – төҙөйөм. Әлеге иң ҙур эшем – Өфөнөң Сипайлово биҫтәһендә Никах йорто төҙөлөшө. Ул "Хәмзә" мәсете эргәһендә урынлашҡан. Әлеге ваҡытта Сермән ауылында мәсет төҙөүгә төҙөлөш материалдары өсөн 266 мең һум аҡса күсерҙем, тик төҙөлөш һүлпән бара.
Ниндәй аҡсаға төҙөй, тигән һорау ҙа борсойҙор. Бындай төҙөлөштәр хәйриә фонды магазиндарынан килгән аҡсаға төҙөлә. Мәсеттәрҙең проекттарын үҙем эшләйем.
Үҙ исемемдәге шәфҡәтлелек фондым бар. Айырым кешеләргә, төрлө ойошмаларға, мәғрифәткә, мәҙәниәткә, ваҡытлы матбуғат баҫмаларына аҡсалата ярҙам итәм. Китаптар, дини матбуғат сығарам. Хоҙай биргәнен бирә ул. Был бик дөрөҫ һүҙҙәр. Мин быны тормошомдан сығып әйтәм. Баҡыйлыҡҡа күскән саҡта бер нәмәңде лә алып китә алмайһың, ә күрһәткән яҡшылыҡтар, изгелектәр онотолмай.
Бына яңыраҡ Белорет районының башҡорт ауылдары тураһында китап сығарҙыҡ. Уны билдәле яҡташ яҙыусыларыбыҙ төҙөнө.

– Белоретта мәсет төҙөү йылдар буйы хәл ителмәй килә. Ниңә һеҙ яҡташтарығыҙға ошо йәһәттән ярҙам итмәйһегеҙ?
– Мата биҫтәһендә мәсет төҙөтөр инем, Исмәғил хәҙрәт менән беҙҙең арала берҙәмлек юҡ. Шуға ла ярҙамдан баш тарттым. Айырым мәсет төҙөргә яҡшы урын бирмәйҙәр. Белореттың хәҙер инде баҡыйлыҡҡа күскән элекке етәксеһе Вадим Анатольевич Кулеша: "Нам стыдно, что такой старинный город не имеет мечети", – тине. Мәсет, сиркәү, синагога матур урында ултырырға тейеш.

– Һеҙ эшҡыуарлыҡ менән дә шөғөлләнәһегеҙ...
– Эшҡыуарлыҡ дин тарафынан тыйылмай, тик хәләл ризыҡ булһын. Сипайлово биҫтәһендә сауҙа рәтем бар. Ундағы киоскыларҙа араҡы, һыра, тәмәке кеүек дин тыйған әйбер­ҙәр һатылмай, әммә кеше күп йөрөй.

– Ғаиләгеҙ тураһында ла һөйләп үтһәгеҙ ине...
– Өс бала атаһымын. Ҡыҙым Гөлнур – өй хужабикәһе, Салауат улым, ейәндәрем бар. Азамат улым үлеп ҡалды.
Ә үҙебеҙ ғаиләлә һигеҙ бала булғанбыҙ, әле өсөбөҙ иҫән-һау, Өфөлә торабыҙ. Иң олоһо мин.

– Улар дин юлынан китмәнеме?
– Юҡ, кешене дин юлынан көсләп ебәреп булмай. Иң мөһиме – иманлы, тәртипле булһындар.

– Тормошоғоҙҙағы иң ауыр минуттар?
– Өс йыл элек 33 йәшендә улым үлде.

– Ә иң бәхетле саҡтарығыҙ?
– Минең өсөн иң бәхетле минуттар – кешене шатландырыу, мәсеттәр асыу.

– Һеҙҙе нимә уйландыра?
– Башҡортостандың киләсәге. Киләсәк быуынға нимә ҡалдырабыҙ?! Уларға тигән өлөштө бөтөрөп барабыҙ бит. Халыҡтың мәҙәниәте, рухы түбәнәйеүе уйландыра.

– Ә нимә ғәжәпләндерә?
– Ҡайһы бер әҙәмдәрҙең милли рухты бөтөрөргә тырышыуы.

– Нимә ҡанатландыра?
– Дингә ҡайтыуыбыҙ, хәҙер ауылдарҙың 90 процентында мәсеттәр бар.

– Ир-егеттәргә ниндәй кәңәштәр бирер инегеҙ?
– Ауыл ерендә эш юҡ, тип яталар – эш бар. Хәлеңдән килгәнсә мал тотор­ға кәрәк, ҡул ҡаушырып көтөп ултырырға ярамай. Күп ир-егеттең ата-әсәһе елкәһендә ултырыуы – насар күренеш.

– Гүзәл заттарға ла әйтер һүҙҙәрегеҙ барҙыр...
– Мосолмандарҙа ҡатын-ҡыҙ, бала тәрбиәләп, өйҙә ултырырға тейеш. Әммә бөгөн беҙҙә ҡатын-ҡыҙ ғаиләһен ҡарай, үкенескә күрә, донъя йөгөн тарта. Ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ матурлыҡтарын юғалтмай, гүзәл зат булып ҡалһын ине. Сөнки өйҙәге йылы мөхит уларҙың ҡулында.

– Киләсәк быуынға теләктәрегеҙ менән уртаҡлашып китһәгеҙ ине.
– Милләттәштәребеҙ әҙәпле, тәртипле йәшәһен. Талашмаһындар. Халыҡ көнсөллөктән ҡотолһон, татыу булһын. Матди яҡтан яҡшы йәшәргә тырышһындар, эскелек кеүек насар ғәҙәттәрҙән арынһындар. Намаҙға килеп, унан һуң араҡы эсеү – ҙур гонаһ. Хоҙай һәр саҡ йәшәргә, эшләргә көс-ҡеүәт биреп торһон.
– Әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт. Бәхетле ҡартлыҡ, эшегеҙҙә уңыштар, һаулыҡ теләйбеҙ.

Әйткәндәй

Яҡташыбыҙ Хәмзә хажи Әкбәр мохтаждарҙы "Урал" гәзитенә лә даими яҙҙырып тора. Быйыл да мөхтәрәм аҡһаҡал Сермән балалар йортона, ҡала лицей-интернатына, педагогия колледжы ятағына тәүге ярты йыллыҡҡа "Урал" гәзитен бүләк итте.
Яңыраҡ, Сермән ауылында янғында зыян күреүсе Зәйнәп һәм Зиннәт Хабрахмановтарҙың ғаиләһенә ярҙам итеүен һорап, Солтан Мосауир улы Сиражетдинов Хәмзә хажи Әкбәргә мөрәжәғәт итә. Хәмзә Искәндәр улы Хабрахмановтар ғаиләһенә 5 мең һум аҡса бүлгән.
Хажи 75 йәшенә бүләк ителгән атты Үҙән балалар йортона бирә. Шулай уҡ 29 мең һумлыҡ кәрәк-яраҡ, пианино, теген машинаһы бүләк итә. Ә Үҙән һәм Сермән балалар йорто сығарылыш уҡыусыларына кейемдәр, ошо уҡ ауылдың "Хәтирә" ансамбленә автобус бирә. Асы ауылының "Еңгәләр" фольклор ансамбленә лә ярҙам итеп тора. Ошо көндәрҙә Асы мәктәбенә синтезатор бүләк итте.
Рәмилә МУСИНА әңгәмәләште.

Сығыу ваҡыты 28-05-2011, 12:05 | Ҡаранылар: 1899
|
  • Аят уҡытыу мотлаҡмы?
  • Сермәнемдең ниндәй серҙәре бар?
  • СТӘРЛЕЛӘ ЙӘНӘ БЕР ИМАН ЙОРТО ТӨҘӨЛӘСӘК
  • Был йорттан иман бөркөлә
  • Рухиәткә һалым булырмы?
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • “Уның үлемен теләп йәшәнем...”
  • Еҙнәм инең (хикәйә)
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (10.11.2017)
  • Мин һәр саҡ табип хатаһы ебәреүҙән ҡурҡа инем...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (17.11.2017)
  • Ләйсән Ҡаразбаева хәбәр итә:
  • Татлы һөйөүҙән кем туйған?
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (24.11.2017)
  • Имен хеҙмәт итеп ҡайт, Илгиз!



  • Радио Юлдаш FM