НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » Кис ултырып бәйләм бәйләй мәрйәм

Кис ултырып бәйләм бәйләй мәрйәм


Кис ултырып бәйләм бәйләй мәрйәм«Кис ултырып ҡыҙҙар сигеү сигә,
Сиккәндәре, беләм – бирнәлек…»
Мостай Кәримдең был шиғыр юлдары, бер уйлап ҡараһаң, хәҙерге заман ҡыҙҙарына тап килмәй ҙә кеүек. Билдәле булыуынса, әле ҡыҙҙар күп ваҡытын телевизор, компьютер артында ултырып үткәрә. Бик күптәре өсөн сигеү, бәйләм бәйләү, ғөмүмән, ҡул эштәре ”әсәй-өләсәйҙәр заманындағы эш” һанала. Ысынлап та, хәҙер магазиндарҙа йәнең ни теләй, шул бар: шәлдәр, кофталар, күлдәктәр, бейәләйҙәр… Әммә ҡул эштәре менән ултырыу ниндәйҙер әйбер­ҙең етешмәүенән түгел, ә күңел талабы, тип иҫәпләй мин белгән ҡайһы бер ҡул оҫталары. Шундай алтын ҡуллыларҙың береһе – Хәйбулла районының Ҙур Арыҫланғол ауылынан Мәрйәм Асҡарова.
Май сүлмәге тышынан билдәле, тигәндәй, улар­ҙың йортон Мәрйәмдең ҡулдары менән бәйләнгән зауыҡлы салфеткалар, ултырғыс, диван япмалары биҙәй. Ҡыҙлы йорт – наҙлы йорт, тип юҡҡа әйтмәйҙәр шул.
Отҡор ҡыҙ беренсе тапҡыр 8 – 9 йәштәр тирәһендә энә менән бәйләргә әсәһенән, ә ырғаҡ менән бәйләргә үҙе өйрәнеп ала. Хеҙмәт дәрестәрендә яратҡан уҡытыу­сыһы Әлфиә Юнысова йоғонтоһо менән ҡыҙҙа ҡул эштәренә ҡарата ҡыҙыҡһыныу көсәйә. Ул яңынан-яңы биҙәктәр менән бәйләргә өйрәнә.
– Ҡул эштәренә ҡартәсәйем дә маһир булды. Унан башалтайҙар, салфеткалар бәйләргә өйрәнгәйнем. Һәр бер яңы нәмә минең өсөн ҡыҙыҡ һәм оло шатлыҡ була торғайны. Шуға күрә лә яңынан-яңы эҙләнеүҙәргә ынтылдым. Тәүҙә ҡурсаҡтарыма ғына күлдәк текһәм, аҙаҡ Рәйлә апайым тегеү машинаһын ҡулланыу серҙәренә төшөндөрҙө. Шунан үҙем, яҡындарым өсөн дә күлдәк, юбка, алъяпҡыс, салбар­ҙар тегеп ҡараным, – ти тырыш ҡыҙ. – Хәҙер бик күп гәзит-журналда аш-һыу, бәйләү серҙәре хаҡында рубрикалар ҙур урын биләй, айырым баҫмалар баҫылып сыға – өйрәнергә теләгең генә булһын. Мин үҙем “1000 кәңәш”, “Башҡортостан ҡыҙы” журналдарын яҙҙырам һәм ундағы бирелгән файҙалы мәғлүмәттәрҙе уңышлы файҙаланам.
Мәрйәмдең бәйләгән әйберҙәрен һанап бөткөһөҙ. Уның ҙур эштәренең береһе – кескәй элементтарҙы тоташтырып бәйләнгән ҙур диван япмаһы. “Был эш байтаҡ ваҡыт һәм сабырлыҡ талап итә”, – ти ҡыҙ. Ул үҙенең эштәрендә һәр саҡ сағыу төҫтәрҙе ҡулланыуҙы хуп күрә. Йәйғор төҫтәренән торған ҡул эштәре күҙ яуын алырлыҡ.
– Бәйләм бәйләүҙә күңел тыныслығы табам. Яратҡан шөғөл кәйефкә лә ыңғай йоғонто яһай бит. Әйберҙәремде яҡындарыма, әхирәттәремә бүләк итеп тә бирәм. Үҙ ҡулдарың менән эшләнгән әйбер ҡәҙерлерәк тә тойола. Нисек теләйһең, шулай бәйләп, төрлө биҙәктәр менән нағышлаһаң, бына тигән кофталар, күлдәктәр, башлыҡтар, шарфтар, бирсәткәләр һәм башҡа нәмәләр бәйләргә була. Кемгә нисектер, әммә был шөғөл миңә бик оҡшай. Әсәйем: ”Был һәләт һиңә өләсәйеңдән күскәндер”, – ти. Эйе, өләсәйем дә ҡул эшенә бик оҫта. Улар минең өсөн гүзәллек өлгөһө булып тора, – ти ул, йылмайып.
Тырыш ҡыҙ уҡыуҙа ла һынатмай: Өфө автотранспорт колледжын уңышлы тамамлап, әле Башҡорт дәүләт аграр университетының ауыл хужалығын механизациялау факультетының автомобиль һәм автомобилдәр хужалығы бүлегендә белем ала. “Башҡорт баҡыры” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте ойошмаһында диспетчер булып эшләп тә йөрөй. Мәрйәмде эшендә лә ихтирам итәләр.
– Аллаһы Тәғәлә ҡатын-ҡыҙҙы гүзәл зат итеп яралт­ҡан. Һәм беҙ гүзәл булып ҡалырға ынтылырға, үҙебеҙ күркәмлек булдырырға, тәбиғи тормошҡа ниндәйҙер нәфислек индерергә, матурлыҡты һаҡларға тейешбеҙ, – ти ул.
Ысынлап та, Мәрйәмдең оҫталығын күреп, бына ниндәй күркәмлек булдыра ала үҙе үк наҙ, гүзәллек, йылылыҡ бөркөп торған ҡатын-ҡыҙ ҡулдары, тип уйлап ҡуяһың. Мәрйәм Асҡарова – эшендә ихтирамлы хеҙмәткәр, өйҙә оҫта ҡуллы хужабикә булараҡ күптәргә өлгө. Уға ҡарап һоҡланмау мөмкин түгел.

Айгизә УЛТРАҠОВА,
БДУ студенты.

Сығыу ваҡыты 17-05-2011, 10:31 | Ҡаранылар: 2731
|
  • Ул булған ерҙә бер кеше лә төшөнкөлөккә бирелмәй
  • «Ҡулым тейгән әйберҙәр матур ҙа, тарихи яҡтан дөрөҫ тә булһын тип тырышам»
  • Мөғжизә тыуҙырыр ҡулдар
  • «Йөрәгемде балаларға бирәм…»
  • Бәхет сере — тырышлыҡта...
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Маринадланған кәбеҫтә
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (6.10.2017)



  • Радио Юлдаш FM