НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » Бәхет өсөн күп тә кәрәк түгел…

Бәхет өсөн күп тә кәрәк түгел…


Бәхет өсөн күп тә кәрәк түгел…Ҡайһы бер ғаиләләрҙең фатирына килеп инһәң, хужа менән хужабикәнең йөҙҙәренән яҡтылыҡ, өйҙәренән йылылыҡ бөркөлөп тора. Уларҙың яғымлы, кешелекле мөнәсәбәте солғанышында оҙағыраҡ тотҡарланғы килә, ҡайһы саҡ ниндәй йомош менән килгәнде лә онотаһың. Салауат ҡалаһында йәшәүсе Сәйфуллиндар – ана шундай ғаиләләрҙең береһе.
Әлфир − Ишембай районы егете, ә Рәмилә − Мәсетле ҡыҙы. Дуҫтарының туйында уларға шаһит булырға тура килә. Ошонда улар тәү тапҡыр осраша. Ике йәш йөрәктең дуҫлығы аҙаҡ оло мөхәббәткә әйләнә. Күп тә үтмәй, йәштәр яҙмыштарын бергә бәйләй.
− Бер-береңде аң­лап, яратышып йәшәгәндә, барыһы ла яҡшы була. Ирем мине ата-әсәһенә алып ҡайтып таныш­тыр­ғас, ҡәйнәм шатлығынан илап та алды. Ул һәр ваҡыт беҙгә ярҙам итергә әҙер. Әле ике улыбыҙ − ике терәгебеҙ ҙә үҫеп килә. Яратҡан эшебеҙ бар, фатирлы ла булдыҡ. Бәхет өсөн тағы ла ни кәрәк? − ти Рәмилә Сәйфуллина.
Әлфир менән Рәмилә икеһе лә бер урында − 5-се торлаҡты файҙаланыу идаралығында эшләй. Әлфир – иретеп йәбештереүсе, ә Рәмилә – маляр. Икеһе лә тынғыһыҙ, эшкә егәрле, йөкмәтелгән бурысты еренә еткереп башҡарыу улар­ҙың ҡанына һеңгән, шуға ла бер эште лә арлы-бирле, илке-һалҡы эшләй алмай­ҙар. Тырышлыҡтары елгә осмай: кешеләр алдында йөҙҙәре ҡыҙарырлыҡ түгел, абруй­ҙары ҙур.
Өйләнешкән йәш пар башта ятаҡта йәшәй. Өлкән улдары Алмас шунда донъяға килә. Әлбиттә, йәштәргә ятаҡта йәшәүе ауыр була. Сөнки унда ниндәй генә кешеләр юҡ, шарттар ҙа яҡшынан түгел. Бер аҙ ваҡыттан һуң Сәйфуллиндар бүлмәләрен һатып, ипотека юлы менән ике бүлмәле фатир ала. Икенсе улдары Нияз донъяға килә. Бала тыуғандан һуң бирелә торған ʺәсәлек капиталыʺ ла фатир хаҡын түләүгә ҙур ярҙам була.
Бөгөн Сәйфуллиндарҙың фатирында бала тауыштары яңғырап тора. Әлфир үҙ ҡулдары менән сабыйына ауылдағыса сәңгелдәк эшләп ҡуйған. Рәмилә әле өс айлыҡ Нияз менән өйҙә ултыра. Иренең эштән, ә Алмастың балалар баҡсаһынан ҡайтыуына тәмле аштарын әҙерләп көтөп ала.
Сәйфуллиндар үҙҙәрен бәхетле ғаилә тип һанай. Хәйер, бер-береһе өсөн өҙөлөп торған, бына тигән балалар үҫтергән, тормош ауырлығына ҡарамай етеш йәшәгән, кешеләрҙе хөрмәт иткән һәм уларҙың ихтирамын яулаған ғаиләгә тағы ла нимә кәрәк?! Йырҙа йырланғанса, бәхет өсөн күп тә кәрәк түгел.

Гөлнара ЙӘМИЛЕВА.
Автор фотоһы.

Сығыу ваҡыты 17-05-2011, 10:29 | Ҡаранылар: 1946
|
  • Үәт, ҡыҙыҡ!
  • Дуҫтарҙы һынатыу юҡ
  • Һөйөүҙән тора ғүмерҙәр...
  • “Йәшлек”ле донъя йәмле
  • Үәт, ҡыҙыҡ!
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Еҙем-Ҡарандарға оят!
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Ҡырау төшөүе ихтимал
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM