RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Берҙәмлектә – көс

07.09.2010 Берҙәмлектә – көс

Әбйәлил районының Аһылай ауылы халҡы, экологик өмә ойоштороп, күл буйҙарын, тирә-яҡты сүп-сарҙан таҙартты
Аһылай ауылы (икенсе исеме Өскүл) – Башҡортостандың иң хозур тәбиғәтле ауылдарының береһе. Уның эргәһендәге өс күл аһылай­ҙар­ҙың борондан ғорурлығы ғына булып түгел, ял итеү, балыҡ тотоу, мал һуғарыу урыны булып хеҙмәт итте һәм итә.
Үткән быуаттың туҡһанынсы йылдарына тиклем төпкөл ауыл булып һа­налған Аһылай хәҙер, киреһенсә, Магнитогорск, Белорет ҡалалары, башҡа ауыл кешеләре тарафынан да ял урыны булараҡ үҙләштереп бөтөлдө. Юл аҙаптарынан ҡурҡмайынса (асфальт өскүл­дәрҙең төшөнә лә инмәй әлегә), йоманан машиналар ағымы ауыл яғына йүнәлә. Янсыҡты күленә йәйәү генә барып була, шуға ла ял итеүселәр ҡолдобай һәм Өскүл күлдәрендә ял итә, кинәнеп һыу инә, балыҡ тота. Быйылғы эҫенән ҡасып, ҡала ығы-зығыһынан арынып, ауыл күлдәренә килгән кешеләр һанын тиҫтәләп түгел, меңәрләп һанарға була.
Ял итәләр... Меңәрләгән ҡала кешеһе ҡайтып киткәндән һуң арттарынан тау-тау сүп-сар өйөмө ҡала. Бөгөнгө көнгә тиклем мәктәп уҡыусылары көсө менән ике күлдең ярҙары яҙлы-көҙлө таҙартыла килде. Ләкин был эш – күлдең бер тамсыһы. Был донъяға аңлы булып тыуған әҙәм балаһы аңһыҙ аҙым яһай: ял итеп туйғас, сүп-сарын ташлап китә. Күлдәр менән сиктәш урмандарҙың эсе лә тиҙ арала шешә, һут, консерва һауыттары менән тулып бөтә. Әлбиттә, ял итеүселәр араһында намыҫлы, хәстәрлеклеләре лә бар, әммә күпселек ғәмһеҙҙәр рәтенә инә.
Уҡыусылар был экологик мәсьәләне аҙмы-күпме хәл итеп килһә лә, тулыһынса сисә алмай. Һәм, ниһайәт, ауыл халҡы уянды! 28 августа бөтә ауыл халҡы экологик өмәгә сыҡты. Был хәлгә нимә сәбәпсе булды һуң?
Берҙәмлектә –  көс
Август айында ауыл йыйылышы үткәндә халыҡ аҡһаҡалдар ҡоро, ситтә йәшәгән ауылдаштарҙан попечителдәр советы булдырыу тәҡдиме менән сығыш яһаны. Ул бер тауыштан хупланды. Ни тиһәк тә, совет осоронда һәр кешенең яҙмышы күҙ уңында булды, ситкә тайпылырға етәкселәр ҙә, күршеләр ҙә форсат бирмәне. Капиталистик осор кешене тик үҙе өсөн генә йәшәргә, тырышыр­ға мәжбүр итте һәм, ваҡыт үтеү менән, ауыл кешеһе бер-береһенән ситләшеп, айырым йәшәргә күнегеп бөттө, эскән ауылдаштар яҙмышына ла вайымһыҙ ҡарарға өйрәнде. Ауыл советы депутаттары үҙ ғәме менән генә йәшәй бирә. Ауылда өмәләп эшләү тигән төшөнсә лә юғалды тиерлек.
Һәр ара үҙенең хөрмәт иткән туғанын (ауылда 13 ара татыу тормош көтә) үҙҙәренең вәкиле итеп аҡһаҡалдар ҡорона һайланы. Ә бит ауылдаштарҙың берҙәмлеге, теләге менән диңгеҙҙе йырып сығырлыҡ көсө һәм дәрте барлығын 2008 йылда үткән Шәжәрә байрамы ла иҫбатланы. Байым ауыл биләмәһендә беренсе тапҡыр үткәрелгән был сара тураһында күптәр яҡшы хәтерләйҙер. Римма Вәли ҡыҙы Таһирова ла аһылайҙарҙы маҡтап бөтә алманы.
Аҡһаҡалдар ҡоро вәкилдәре үҙҙәренең араһынан ауыл башлығы итеп Мөхәмәтйәр Хәйҙәр улы Мәғәсүмовты һайланы һәм бағыусылар ҡоро ағзалары менән бергә яҡын киләсәккә пландар билдәләне. Ошо пландар араһында тыуған яҡтың тәбиғәтен, бигерәк тә күл буйҙарын таҙартыу беренсе урынға ҡуйылды.
Дөрөҫөн генә әйткәндә, мин йыйылыу урынына икеләнеп кенә килдем, сөнки, өмәгә уҡыусыларҙан һәм аҡһаҡалдар ҡоро ағзаларынан тыш кеше килмәҫ, тип уйланым. Өмәгә сыҡҡан халыҡты күргәс, күңелемде ауылдаштарым өсөн ғорурлыҡ тойғоһо биләне. Бар әле улар араһында ғәмлеләре, ере, иле өсөн битараф булмағандары! Ғәмһеҙлек һаҙына батмаған икән ауылдаштарым! Ауыл башлығының күрһәтмәләрен теүәл үтәнек. Эш ике төркөмдә барҙы: уҡыусылар – Ямангир, Суҡтал тауҙары буйлап күлдәргә тиклем урманды һәм юлды, ололар сүп-сар түгелеп бөткән баҫыу яланын таҙартты. Ышанмаҫһығыҙ: кәмендә егерме арба ҡый йыйып алынды! Ауылдаштар дәррәү, ихлас эшләне. Ғаиләләре менән өмәгә сыҡҡан аһылайҙар тик хөрмәткә лайыҡлы. Уларҙың исемдәрен атамаһам, яҙыҡ булыр: Вәлит Аҙнабаев, Исмәғил Алтынбаев, Рауил Мырҙин, Радик Мырҙин, Ирек Йомағужин, Ишдәүләт Шәғәлин, Нурһылыу Асҡарова кеүектәр менән тик һоҡланаһы ғына! Техника менән тәьмин иткән Нияз Бүләкбаев, Айҙар Таңғатаров, Ишдәүләт Шәғәлин, Әхтәм Шакиров тракторҙарына яғыулыҡты үҙҙәре хәстәрләне. Ойошторолған эштә иң ҡыуаныслыһы шул: Магнитогорск ҡалаһында йәшәгән ауылдаштар ҙа өмәнән ситтә ҡалманы, уларҙың араһынан Илфат Мырҙинды билдәләп үтке килә. Сөнки ул улдарын да өмәгә йәлеп итте. Алыҫ араны яҡынайтып, Өфөнән дә ауылдаштар ҡайтты һәм дөйөм эшкә үҙ өлөшөн индерҙе. Ҙур эште тамамлағас, өмәселәргә Өскүл күле буйында табын ойошторолдо. Әлдә ба­ғыусыларыбыҙ киң күңелле: Ильяс Кәримов һарыҡ ите һуйып һыйлаһа, ҡустыһы Нурислам ҡымыҙ менән тәьмин итте, Әсхәл Ғайсин уҡыусыларға тәм-том алып килеп өләште. Рәхмәт һеҙгә! ҡаҙан эргәһендә Венера Кәримова менән Әлмира апай Мырҙина тәмле бишбармаҡ бешерҙе.
Ярты көнөн тыуған ауылының тәбиғәтен таҙартыуға бағышлаған ауылдаштарыма ла ихлас күңелдән рәхмәт еткерәбеҙ. Йырҙа йырланғанса, әлдә һеҙ бар әле донъяла! Һеҙҙең кеүектәр менән тауҙар аҡтарып була ла инде. Барығыҙға ла һаулыҡ, ғаилә именлеге теләйбеҙ.
Бына шулай шау-гөр килеп, дәррәү генә экологик өмә үткәрҙе аһы­лайҙар. Тик таҙартаһы урындар бөтмәне әле. Киләһе өмәгә тағы ла дәртләнеп, аҡһаҡалдар ҡорон ҡеүәтләп, башҡа ауылдаштар ҙа ҡушылыр, тигән өмөттә ҡалабыҙ. Тыуған ер бит бер генә, уны һис кемгә һәм һис нәмәгә алмаштырып булмай. Артабан да берҙәм, татыу булайыҡ, ауылдаштар!

Редакциянан. Был хатты беҙ бик һөйөнөп уҡыныҡ. Аһылай ауылы халҡының берҙәмлеге һоҡландырҙы. Республикабыҙҙың башҡа райондары халҡы ла, әбйәлилдәрҙән үрнәк алып, үҙ тыуған төйәген таҙартыу эшен ойошторһа һәм уны йыл да үткәрелә торған матур йолаға әйләндерһә, ниндәй матур күренеш буласаҡ! Юҡһа бәғзе бер ерҙәрҙә урындағы етәкселәрҙән күрһәтмә көтөп ятыусы битарафтар ҙа аҙ түгел арабыҙҙа.
Афарин, аһылайҙар!
Э. Ғайсина,
аҡһаҡалдар ҡоро сәркәтибе.

Әбйәлил районы,
Аһылай ауылы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”