RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Заһир милли рухты күтәреүгә заманса ҡараш ташлай

14.05.2011 Заһир милли рухты күтәреүгә заманса ҡараш ташлай

Заһир милли рухты күтәреүгә заманса ҡараш ташлайЗаһир менән интернет аша таныш инем. Үҙен күреп һөйләшкәнем булмаһа ла, әүҙем егет икәне шунда уҡ күренеп тора. ҡыҙыҡһыныуҙары күп, бер урында тапанып тора торғандарҙан түгел. Башҡортса яҙыулы футболкалар эшләү менән мауыға, социаль концерттар ойоштороуҙа ҡатнаша. Интернетта иң популяр башҡорт төркөмдәренең береһе – «Башҡорт эстрадаһы» төркөмөн дә ойошторған. Йәш артистар менән берлектә райондарҙағы балалар йорттарына, социаль приюттарға ярҙам итеү маҡсатында концерттар үткәреп, килгән аҡсаға уйынсыҡтар, фотоаппараттар, бүтән кәрәк-яраҡ алып бүләк итеүселәрҙең береһе лә. Ниндәйҙер бәләкәй генә булһа ла тамаша әтмәләп, балалар менән аралашып, ата-әсә наҙынан мәхрүм сабыйҙарға байрам бүләк итеп ҡайта улар.
Күптән түгел Заһир менән күрешеп аралашырға, яҡынданыраҡ таны­шыр­ға тура килде.
Ижади ҡарашлы йәштәр күп беҙҙә. Әммә башта ниндәй­ҙер идеялар тыуа тора, шунда уҡ «Эй, тормошҡа ашмаҫтай нәмә менән булашмайым», йә «Шуға ваҡыт әрәм иткәнсе», йә булмаһа, «Был эшкә тотонғансы күпме йүгерергә тура киләсәк» тигән икеләнеүҙәргә бәрелеп, юҡҡа сыға. Аҙаҡ был уйҙар хатта иҫкә лә төшмәй. Әммә ҡайһы саҡ ниндәйҙер идея менән шул тиклем янып китәһең, уны еренә еткермәйенсә тынысланырмын тимә. Тырышлығың, түҙемлегең генә етһен. Заһир Ишкинин шундай шәп, тырыш егеттәрҙең береһе булып сыҡты. Әлеге мәлдә ул Р. Ғарипов исемендәге республика башҡорт гимназия-интернатында информатика уҡытыусыһы булып эшләп йөрөй. Әммә ижади ҡараш, яңы идея тигәндә, уның был эшен генә күҙ уңында тотмайым. Күп башҡорт йәштәре яратып кейеп йөрөгән башҡортса яҙыулы футболкалар эшләүҙәрен әйтәм. Ә уларҙың ниндәйҙәре генә юҡ. Башҡорт бәһлеүәне, башҡорт һылыуы, милли орнаменттар, фәһемле фекерҙәр, айыҡ тормошҡа әйҙәүсе социаль реклама, башҡорт алфавиты, башҡортса смайликтар... Һәр береһен зауыҡ менән эшләргә ынтыла Заһир менән Артур. Үҙҙәренең дә әленән-әле яңы идеялары тыуып тора. Футбол­каларға заказ биреүселәр ҙә үҙҙәренең теләк-тәҡдимдәрен еткерә, эскиздарын ебәрә. Көндән-көн ҡыҙыҡһыныусылар һаны арта. Ә был эш яп-ябай ғына башланып киткән булған.
– Был уй башыбыҙға былтыр йәй килде. ҡалабыҙ урамдарында йәштәр төрлө футболкалар кейеп йөрөй бит инде. Ниндәй генә яҙыуҙар юҡ унда. Русса ла, инглизсә лә, бүтән телдәрҙә лә, тигәндәй. Уларҙы кейеп йөрөүселәрҙең ҡайһы берҙәре унда нимә тип яҙылғанын да аңламай. «Я русский», «Я россиянин» тигән яҙыу­лылары ла бар. Ә ни эшләп әле беҙҙең «Мин башҡорт» тигән футболка булмаҫҡа тейеш, тигән фекер тыуҙы. Һәм ул ябай ғына яҙыу булмаһын, ә ниндәйҙер матур һүрәте, башҡорт орнаментымы, йә иһә бүтән нәмәме, милләтебеҙҙең йөҙөн сағылдырған бер элемент булырға тейеш, тип уйланыҡ, – Заһир был шөғөлдәре тураһында ихлас һөйләй.
Уйҙарын тормошҡа ашырмайынса ҡалдырмай егеттәр. Заһир дуҫы Артур Батыршин менән үҙҙәренә тәүге башҡортса яҙыулы футболка эшләп кейәләр. Артур «Киске Өфө» гәзитендә дизайнер-версткалаусы булып эшләп йөрөй. Шуға ла дизайн эшен һәйбәт аңлай, һүрәттәр төшөрә. Тәүге һүрәтте ике аҙна тирәһе ултырып эшләй. Ул әлеге мәлдә иң күп һорау тыуҙырыусы башҡорт баһадиры төшөрөлгән футболка була. Эшләйҙәр ҙә, үҙҙәре кейеп йөрөй башлайҙар. «Тәүҙә әҙерәк ҡыйыныраҡ булды, сөнки кешеләр, аптырап, ҙур иғтибар менән ҡарай. Аҙаҡ өйрәнеп киттек. Дуҫтар ҡыҙыҡһына башланы. Уларға ла эшләп бирҙек», – ти Заһир.
Шулай эш ҡыҙа ла инде. ҡыҙыҡ өсөн башланған һүрәтле футболкалар эшләү бүтәндәрҙең дә иғтибарын йәлеп итә, заказдар килә башлай. ҡалала уҙғарылған «Городская среда» социаль реклама конкурсында ла ҡатнашып, көстәрен һынап ҡарайҙар. Унда «Полиграфия» номинацияһында 2-се урынды яулауға өлгәшәләр. Ә беренсе һәм өсөнсө урынға дәғүә итерлек конкурсанттар табылмай. Конкурсҡа егеттәр хәмер, тәмәке, наркотиктарға ҡаршы футболкаға төшөрөлгән һүрәттәрен тәҡдим итә.
Эштәре менән бүтәндәрҙе лә йоҡоларынан уятып ебәрә Заһир менән Артур. «Вконтакте» сайтында бер нисә «Башҡорт футболкалары» төркөмө барлығынан да был турала һүҙ йөрөтөп була. Баҡтиһәң, Силәбе өлкәһендә Башҡорт йәштәре иттифағы егеттәре лә күптән был уй менән янып йөрөгән булған икән. Шуға ла башҡортса яҙыулы тәүге футболкаларҙы күреү уларға ла эшкә тотонорға этәргес булған. «Улар өсөн бик ҡыуандыҡ, афарин егеттәргә!»– ти күрше өлкәләге фекерҙәштәре хаҡында Заһир. Санкт-Петербургта ла Руслан Күскилдин атлы егет был эш менән шөғөлләнә. Уның менән дә хеҙмәттәшлек итә беҙҙекеләр. Башҡорт футболкалары улар ярҙамында ҡайҙа ғына таралмаған. Рәсәйҙең әллә күпме төбәген урап сығып, Владивостокка барып еткән, ҡытайға уҡырға китеүсе башҡорт егете лә ошондай футболканы һалып алған. Башҡортостанда ла милли биҙәкле, туған телдәге яҙыулы футболкалар менән ҡыҙыҡһыныусылар күп. Айырыуса башҡорттар күп йәшәгән Белорет, Ишембай, Баймаҡ, Әбйәлил райондары йәштәре әүҙем.
Егеттәрҙең пландарында – йәштәр көн дә кейерлек башҡорт кейемдәрен етештереүҙе яйға һалыу. Юғиһә милли кейемдәребеҙ бары тик сәхнәнән генә балҡый. Ә башҡорт милли биҙәктәрен ҡулланып, заманса көндәлек кейемдәр ҙә эшләргә була бит. Шулай уҡ үҫмерҙәр йәш эстрада «йондоҙ»ҙарының фотолары төшөрөлгән футболкаларҙы ла ярата, был теләкте лә иҫтә тоталар.
Һәр кеше тиерлек үҙенә күрә бер идея генераторы. Әммә уларҙы тормошта файҙалана ғына белмәй. Ә шул арала икенсе берәү уны уңышлы итеп тормошҡа ашыра ла башлай. «Социаль селтәр» фильмын ҡараусылар бөтә донъяны үҙ ауына йота алған «Faсebook»ты уйлап сығарыусы Марк Цукербергтың һүҙҙәрен дә иҫләйҙер: «Әгәр ҙә был проектты һеҙ уйлап сығарғанһығыҙ икән, ни эшләп уны мин эшләнем һуң?» Уны өлгө итеп ҡуйғым килмәй, әлбиттә. Бары тик, уй-хыялдарығыҙға ҡул һелтәп, маҡсатһыҙ йәшәмәгеҙ, тип кенә әйтеүем.

Руфина ДӘҮЛӘТОВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”