RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Тәрбиәгә бала алыу уйын эш түгел

10.05.2011 Тәрбиәгә бала алыу уйын эш түгел

Тәрбиәгә бала алыу уйын эш түгелРеспубликабыҙҙа «Патронат тәрбиә тураһында»ғы закон ҡабул ителгәндән алып, бик күп ғаилә тәрбиәгә бала алып, ата-әсә һөйөүенән мәхрүм ҡалған балаларға күңел йылыһы бирҙе. Бындай ғаиләләр араһында бер нисә баланы тәрбиәгә алыусылар ҙа бар.
Сит баланы тәрбиәгә алырға һәр кем дә баҙнат итә алмайҙыр. Кеше балаһын ҡарау өсөн, беренсенән, бала йәнле булыу, икенсенән, үтә лә сабыр, өсөнсөнән, үтә лә киң күңелле булыу кәрәктер. Балаларҙың да бит төрлөһө һәм төрлө сағы осрай: тыңлашмай шаярып та китә, уйламаҫтан ғына кәрәкле һәм ҡәҙерле әйбереңде лә ватып ҡуя, ҡаршылашыуы ла ихтимал, күңелеңде ҡырам тип уйламай, ауыр һүҙҙәр ысҡындырыуы ла бар... Бер кемгә лә сер түгел, сит бала менән түгел, ҡайһы саҡта үҙ балаң менән дә уртаҡ тел табыуы, уның ҡасан нимә менән «ҡыуандырыуын» күҙаллауы ҡыйын. Әгәр ҙә баланың һәр бер шуҡлығына йәиһә яңылышлығына тыныс күңел менән ҡарай һәм ғәфү итә алмай икән, ундай кеше тәрбиәгә бала ла ала алмайҙыр.
ҡырмыҫҡалы районының Баҡсалы ауылынан Гөл­сара менән Мөҙәрис Алда­ҡаевтарҙың йортона килеп ингәс тә, бына шул күңел киңлеге, баланы бала итеп ҡабул итә белеү һәм шул уҡ ваҡытта уларға тиң итеп ҡарау күҙгә ташлана. Һәр бала бында үҙен хужа итеп тоя. Ата-әсәнең асыу­ланып бер һүҙ әйткәнен, уларҙы тыйырға тырышҡанын күрмәҫһең. Юғиһә ҡайһы бер ғаиләләрҙә, ҡунаҡ килгән бит, сит кеше алдында үҙеңде улай тоторға ярамай, тип балаларын «аҡылға ултырта» башлайҙар.
Алдаҡаевтар ғаиләһе үҙҙәренең кесе улдары – дүрт йәшлек Марселгә иптәшкә тип патронат тәрбиәгә бала алырға ҡарар итә. Өлкән балалары Юлиә менән Айҙарҙың аралары дүрт йәш кенә булғас, бергә уйнап үҫәләр, ә бына Марселгә бер үҙенә күңелһеҙ – шулай фекер йөрөтә улар. 5 – 6 йәштәр тирәһендәге малай алырға тигән ниәт менән Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге 1-се башҡорт республика балалар йортона юлланалар, әммә бында уларға 4-се синыфта уҡып йөрөгән Эдгарҙы тәҡдим итәләр. Алдаҡаевтарҙың күңеленә лә хуш килә малай. Ғөмүмән, кемде генә бирһәләр ҙә, алырҙар ине. Сөнки бала бала инде, насары, яҡшыһы тигән төшөнсә улар өсөн юҡ. Тәүҙә малайҙы бер нисә тапҡыр ҡунаҡҡа алып ҡайталар, Эдгар үҙен тәрбиәгә алған ғаиләне лә, ауылды ла оҡшата, балалар йортона кире барғыһы ла килмәй башлай.
– Эдгарға беҙгә килгәндә бөтә нәмә ҡыҙыҡ ине: баҡсаға ла йүгереп сыға, иптәшем менән машинаға ла, тракторға ла ултырып сығып китә. Иптәшем ер һөрөргә китһә лә, бесәнгә барһа ла, ҡуша йөрөнө. Өйҙө лә тикшереп, өйрәнеп сыҡты. Бигерәк ҡыҙыҡ була торғайны, килгәс тә бөтә нәмәне боҙоп ҡараны ул. Берәй ергә китһәк, ҡайтыуға мотлаҡ берәй әйберҙе ватып, йәшереп ҡуйыр ине. Пульттарҙың барыһын ҡутарып ҡараны инде, сәйнүктәр ҙә ҡалманы. Телефон ҡулына эләк­һә, йәһәт кенә аҡсаһын бөтөрөп ҡуя ине. Шуға мин, һин радиотехник ҡына булырһың инде, тип көлә торғайным.
Күпмелер йәшәгәс: «Һеҙгә «әсәй» тип өндәшһәм яраймы?» – тип һораны. «Ярай, тик Мөҙәрис олатайыңа ла «атай» тип өндәшерһең», – тинем. Шул ваҡытта Эдгарҙың ҡыуанғанын күрһәгеҙ: «Ур-ра, иртәгә мин дә, Марсель кеүек, «Әсәй!» тип уянам инде!» – тип ҡысҡырып ебәрмәһенме, – тип иҫләй Эдгарҙың үҙҙәрендә йәшәй башлаған тәүге көндәрен Гөлсара Лоҡ­ман ҡыҙы.
Эдгар яңы ғаиләгә бик тиҙ өйрәнеп, үҙ кеше булып китә. Патронат тәрбиәселәре иһә уға үҙ балаларына ҡараған кеүек ҡарай. Бәләкәй Марсель иһә яйлап-яйлап Эдгар ағаһының холоҡ-ҡылыҡтарын үҙләштерә, русса һөйләшергә өйрәнә. Бына шулай бер йыллап ваҡыт та үтеп китә. Патронат ғаилә менән балалар йорто араһында ла бәйләнеш өҙөлмәй. Балалар йортоноң патронат тәрбиә бүлеге хеҙмәткәр­ҙәре малайҙың тормошо менән даими ҡыҙыҡһынып тора, Алдаҡаевтар үҙҙәре лә Өфөлә йыш була. Шулай баш ҡалаға бер килгәндәрендә, уларҙың мөмкинлектәрен һәм яҡшы тәрбиәселәр булыуын иҫәпкә алып, тағы бер бала алырға тәҡдим итәләр. Үҙҙәре лә был хаҡта уйлағанлыҡтан, шунда уҡ тәҡдимгә риза булалар. Фидаил исемле малайҙы алып ҡайтырға йөрөгәндә, уның дуҫы Руслан да ғаиләгә барырға теләк белдерә. Икәү янында өсөнсөһө лә һыя инде, тип ҡаршы килмәй улар. Бына шулай, үҙҙәренең өс балаһы янына тағы ла өс бала алып, күп балалы ғаилә булып китәләр.
– Фидаил бик тыныс, аҡыллы, ҡыҙҙар кеүек бөхтә. Артыҡ һүҙ ҙә һөйләп бармай. ҡайһы саҡта һинең һөйләгәндәреңде лә ишетмәй кеүек. Әммә ипләп кенә барыһын да үҙенә һеңдереп ултыра икән, уйламағанда ғына үҙенең фекерен белдереп ҡуя. Ул спорт менән ҡыҙыҡһына, киләсәктә ошо йүнәлештә уҡырға барырға йыйына.
Руслан килгән саҡта бик ҡырыҫ, үҙендә кемгәлер асыу йөрөтә кеүек ине. Нимә әйтһәң дә һиҫкәнеп ҡабул итте. Әле иһә ныҡ үҙгәрҙе, нимә эшләһәң дә, эргәнән китмәй, һүҙгә әүәҫ, асыҡ. Бигерәк тә аш-һыу тирәһендә булышырға ярата.
Эдгарҙы мин бәләкәй әле тип ҡарайым да ҡуям. Эш ҡушҡанда ла уға еңелерәген ҡушыр­ға тырышам. Уның онота торған ғәҙәте бар ине. Дәрес әҙерләнеңме, тиһәң, хәҙер, ти ҙә онота ла ҡуя. Бер нисә тапҡыр ҡабатлап, тикшермәйенсә булмай, – тәрбиәгә алған балалар хаҡында һөйләүҙәренән дә уларҙы яҡын итеүҙәре, яратыуҙары күренеп тора.
Гөлсара Лоҡман ҡыҙы менән Мөҙәрис Әйүп улы, эше күптең – ашы күп, тигәндәй, ҡул ҡаушырып ултырырға өйрәнмәгән: баҡса үҫтерәләр, күпләп ҡош-ҡорт, мал аҫрайҙар. Баҡсала ниндәй генә емеш ағастары юҡ: алма, груша, сейә, ҡара, аҡ, ҡыҙыл ҡарағат, ҡурай еләге... Йәшелсәләре лә емерелеп уңа. ҡоролоҡҡа ҡарамаҫтан, картуфтан да ярайһы ғына уңыш алғандар. Малайҙар иртәнсәк торалар ҙа, бит йыуыр-йыумаҫ, баҡсаға йүгерәләр, кем нимә ашап өлгөрә.
– Кишерҙе өс түтәл ултыртҡайныҡ, бәләкәй генә көйө һурып алып ашап бөттө лә ҡуйҙылар, бер түтәл генә тороп ҡалды. Редисты ла өс-дүрт тапҡыр ултырттым. Фидаил менән Руслан килгән йылы ҡарағатты тумарланып өлгөрөр-өлгөрмәҫтән ашап, берәүһенең витаминоз булды хатта. Малайҙар ҡайнатма ла ярата, шуға күрә ҡырҙан да еләк-емеш йыйып алып ҡайталар. ҡара бөрлөгәнгә лә йөрөнөләр, – тип, хужабикә улдарының тормошо, холоҡ-ҡылыҡтары менән таныштыра.
Малайҙар бында хеҙмәт тәрбиәһе лә ала. Мәҫәлән, баҡсала һәр кемгә айырым түтәл беркетелгән, һыу ҡойоу, сүп утау – уларҙың иңендә. Кемдең помидоры күберәк, кемдең кәбеҫтәһе ҙурыраҡ, тип үҙ-ара ярыш та бара.
– Шунһыҙ булмай, сөнки улар ҡушҡанды ғына эшләргә өйрәнгән, үҙҙәре белеп бер нәмәгә лә тотонмай. Береһе эшләгәндә икенсеһе ҡарап торһа тора, әммә ярҙам итергә уйламай, – тип һөйләй Гөлсара Лоҡман ҡыҙы.
Малайҙар бүлмәләрен дә үҙҙәре йыйыштыра. Алмашлап дежур итеп һауыт-һабаны ла йыуалар. Хатта ҡаҙ бәпкәләрен дә сәғәтләп, сиратлап ҡарайҙар. Ә инде «посты» тапшырған ваҡытта уларҙы иҫәпләп «ҡабул итәләр». Был уларҙы яуаплылыҡҡа ла өйрәтә.
Ғөмүмән, Алдаҡаевтар ғаиләһендә малайҙар бик күп нәмәгә өйрәнә. Уларҙың ҡыҙҙары Юлиә менән улдары Айҙарҙы ла апай, ағай итеп күреп, дуҫ йәшәйҙәр, кескәй Марселгә лә бәләкәй туғанға ҡараған кеүек ҡарарға өйрәнгәндәр. Мәктәптә эшләүсе Юлиә ҡустыларына дәрес әҙерләргә лә ярҙам итә. Байрамдарҙы ла бергәләп, күңелле итеп үткәрәләр. Йәйгеһен иһә ғаиләләре менән һыу инергә йөрөйҙәр.
Әлбиттә, патронат тәрбиәгә бала алған ғаиләләргә төрлөсә ҡараш йәшәй. Кемдәрҙер, уларҙың был аҙымын батырлыҡҡа тиңләп, һоҡланып ҡараһа, икенселәр, аҡса өсөн бала алалар, тип, нисек тә насар яғын ғына табырға тырыша. Әйтерһең дә, патронат тәрбиәселәргә шул тиклем күп аҡса түләнә. Уларҙың эш хаҡы айына 5000 һум ғына. Хатта мәктәптә эшләгән уҡытыусы менән балалар йортонда эшләгән тәрбиәсенекенән дә әҙерәк. Ә бит ул бала менән билдәләнгән ваҡыт эсендә генә эшләмәй, тәүлек әйләнәһенә уның өсөн яуап бирә. Ошоларҙы һәм бала ҡарауҙың ни тиклем дә оло хеҙмәт икәнен иҫәпкә алғанда, уларҙың эш хаҡы өс-дүрт тапҡырға күберәк булырға тейеш тә бит.
Эш хаҡына ла, кеше һүҙенә лә ҡарамай, тәрбиәгә бала алып, улар өсөн наҙын да, һөйөүен дә, көсөн дә йәлләмәгән ғаиләләр, әлбиттә, оло ихтирамға лайыҡ. Бала алып бағыу үҙебеҙҙең ҡулдан килмәй икән, исмаһам, уларҙы хөрмәтләргә өйрәнәйек.

Сажиҙә ЛОТФУЛЛИНА.
Юлай КӘРИМОВ фотоһы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”