НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » Шешлек, һунар һәм ҡармаҡ байрамы

Шешлек, һунар һәм ҡармаҡ байрамы


«Байрам» тигәс, рәхәтләнеп күңел асыу, табын ҡороу, йә булмаһа, әүҙем ял итеү өсөн ҡайҙалыр тәбиғәт ҡосағына сығыу күҙ алдына килә. Ә бына Яҙ һәм Хеҙмәт байрамы менән хәлдәр нисегерәк икән? Ни тиһәң дә, исеменән үк күренеп тороуынса, был ябай ғына ял итеү көнө түгел, хеҙмәт байрамы ла.
Шуға ла байрам көнөн нисегерәк үткәрергә ниәтләүҙәрен белеү теләге менән бер нисә гәзит уҡыу­сыға мөрәжәғәт иттек.

Азамат Ғафаров, йырсы:
− Әле Ҡаҙан ҡалаһында йөрөйөм, эш күп. Шулай ҙа Яҙ һәм Хеҙмәт байрамын дуҫтарым һәм туғандарым менән бергәләп үткәрергә ине ниәт. Һунарға сығырға йыйынабыҙ. Шулай ҙа, Азамат Ғафаров, һунарға сығып, табыш эҙләй икән, тип уйлап ҡуймағыҙ, табыштан бигерәк, ирмәге ҡыҙыҡ. Һунар − минең өсөн спорт, әүҙем ял итеү ысулы. Ул − яратҡан шөғөлөм. Һәйбәт һәм рөхсәт ителгән ҡоралым да бар.
1 Май булғас, шешлеге лә мотлаҡ эшләнәсәк, тәбиғәттә матур йырҙар ҙа йырланасаҡ!

Сәлимә ЛОҠМАНОВА, Архангел районының Оҙондар ауылында йәшәй, пенсионер:
− Балаларым ҡайтыр тип көтөп, дәртләнеп йөрөйөм әле! 1 Май байрамында күмәкләп Инйәр буйынса сығабыҙ, ошо ғәжәйеп йылға буйында ғына йәшәйбеҙ бит! Беҙҙең ауыл халҡының яртыһы Инйәргә сығып ял итһә, ҡалған яртыһы тау битләүҙәренә, үренә йүнәлә. Оҙондар ауылы кешеләренә матур тәбиғәт эҙләп әллә ҡайҙа йөрөйһө түгел − теләһәң, тауға сыҡ, теләһәң, йылға буйында күңел ас. Ғүмер буйы мәктәптә уҡытыусы булып эшләп, хаҡлы ялға сыҡтым, уҡыусыларҙы ла һәр ваҡыт Май байрамында тәбиғәт ҡосағына алып йөрөргә тырыша торғайныҡ.
Беҙҙең ғаилә Яҙ һәм Хеҙмәт байрамын балыҡ тотоп, һурпа бешереп үткәреүҙе йола итеп алған. Гел генә шешлек булмай инде, тәүҙә балыҡ ҡармаҡлап ял итһәк, һуңынан шуны бешереп ашап рәхәтләнәбеҙ. Әлбиттә, баҡса эштәре лә юҡ түгел, картуф сәсергә иртә булһа ла, балалар ауылға йыйылғанда һуған, кишер кеүек йәшелсәләрҙе сәсеп ҡалырға иҫәп тотам.

Искәндәр МӘҒӘФҮРОВ, Өфө ҡалаһының 3-сө төҙөлөш тресында прораб булып эшләй:
− Тыуған яҡҡа ҡайтабыҙ, әммә унда яҡын ғына туғандар ҡалманы ла тиерлек. Көнөнә генә ҡайтып әйләнергә тура килә. Ата-әсәйем яҡты донъя менән иртә хушлашты. Шуға ла беҙ, уларҙың балалары, 1 Майҙа зыяратҡа барып, мәрхүмдәрҙең ҡәберҙәренә сәскәләр ултыртып, төҙәткеләп китәбеҙ. Был эш төшкә тиклем башҡарылһа, төштән һуң бала саҡтарҙы иҫкә төшөрөп, йылға буйында усаҡ яғып, апайҙарым менән һөйләшеп ултырам. Ошо байрам бигерәк күңелгә яҡын, ҡәҙерле. Сөнки ваҡыты бигерәк уңай − ҡышын ауылға бөтөнләй ҡайтып булмай, ә йәйгеһен отпускылар башлана, диңгеҙгә ял итергә барабыҙ. Ә 1 Май байрамы иртә яҙҙа, бигерәк йәмле һәм әллә ни эш күп булмаған ваҡытта, билдәләнә. Тәбиғәт уянып, рәхәтләнеп һулыш ала башлаған мәл бит.

Марсель БАЙДӘҮЛӘТОВ, телевидение һәм радиола алып барыусы:
− Радио һәм телевидение хеҙмәткәрҙәрен үҙегеҙ бе­ләһегеҙ бит инде − ял көндәренә лә, байрамға ла ҡарап тормай, эшкә сығабыҙ. Был юлы миңә, тыуған яғыма ҡайтып, туғандарым, дуҫтарым менән аралашыу форсаты сығырға тора. Алла бирһә, Яҙ һәм Хеҙмәт байрамында тәбиғәткә сығып күңел асырға ине. Көн аяҙ һәм ҡояшлы ғына булһын!
Тәбиғәт ҡосағында ял итеү дәрт өҫтәй, көс тупларға ярҙам итә. Шуға ла кешеләр­ҙең яҙ ҡояшы йылыта башлау менән урман-ҡырҙарға ынтылыуы тәбиғи. Тап 1 майҙа халыҡ шешлек әҙерләү, рәхәтләнеп аралашыу өсөн яландар­ға, йылға буйҙарына, урмандарға йүнәлә. Мин дә шулар араһында йөрөп, 9 Май байрамында рәхәтләнеп эшләр өсөн көс һәм дәрт йыйып киләсәкмен!

Сығыу ваҡыты 30-04-2011, 17:09 | Ҡаранылар: 1720
|
  • Майҙамы, ғинуарҙамы?
  • Яҙ һәм мөхәббәт байрамы – Наурыҙ
  • Иң үтемлеһе – ит
  • Мәҙәктәр
  • Картуф етерлек
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • “Уның үлемен теләп йәшәнем...”
  • Еҙнәм инең (хикәйә)
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Мин һәр саҡ табип хатаһы ебәреүҙән ҡурҡа инем...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (17.11.2017)
  • Татлы һөйөүҙән кем туйған?
  • ҺАБАҠ (хикәйә)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (24.11.2017)
  • Мәүлит байрамы мөбәрәк булһын!
  • Бүләктәр – өлөшлөләргә!



  • Радио Юлдаш FM