НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » Тел – күңел байлығы

Тел – күңел байлығы


Тел – күңел байлығыТелдәрҙе ни тиклем күберәк белһәң, аң, зиһен, мәҙәни кимәлең дә шул тиклем юғары була. Был һүҙҙәр күптән аксиомаға әүерелгән. Тимәк, үҙен һәр яҡтан камил, юғары мәҙәниәтле, алдынғы ҡарашлы шәхес итеп күрергә теләгән кеше өсөн телдәрҙе өйрәнеү зарур. Бөтә илдәргә юл асыҡ булған бөгөнгө заманда күп тел белеү айырыуса мөһим. БДУ-ның башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетының Көнсығыш телдәре кафедраһы мөдире, филология фәндәре кандидаты, доцент, Ш. Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты Ғәйнислам ИБРАҺИМОВ менән әңгәмәбеҙ телде өйрәнеүҙең әһәмиәте, факультетта асыласаҡ яңы бүлек тураһында.
– Ғәйнислам Дәүләтбаевич, һеҙ нисек уйлайһығыҙ, телдәрҙе өйрәнеү, күп тел белеү кешегә нимә бирә?
– Телдәрҙе өйрәнеү кешегә ҙур мөмкинлектәр аса. Юҡҡа ғына, бер тел белгән кеше – бер кеше, ике тел белгән кеше – ике кеше, өс тел белгән кеше – өс кеше, тип әйтмәйҙәр бит. Беренсенән, аралашыу даирәһен киңәйтә, белемен арттыра, зиһенен байыта. Бигерәк тә фән кешеһенә телдәрҙе белеү отошло, сөнки әҙәбиәтте, тарихты сағыштырып өйрәнеп күп оҡшашлыҡ табырға була.
– Тиҙҙән юғары уҡыу йорттарына документтар ҡабул ителә башлай. Һеҙҙең факультет быйыл абитуриенттарға ниндәй яңы специальностар тәҡдим итә?
– Башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетында «Востоковедение һәм африканистика» йүнәлеше буйынса белгестәр әҙерләүгә лицензия алдыҡ. Быйылдан башлап ошо йүнәлешкә студенттар ҡабул итәбеҙ. Ул бер бөгөн генә килеп башланманы, күптән был йүнәлештә эш алып бара инек. Үткән быуаттың 90-сы йылдары аҙаҡтарында башҡорт һәм дөйөм тел кафедраһы нигеҙендә төрөк, ғәрәп, фарсы телдәре уҡытыла башланы. 2008 йылдың 1 сентябрендә иһә ошо телдәрҙе тәрәнерәк өйрәнеү маҡсатында, БДУ-ның башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетында Көнсығыш телдәре кафедраһы асылды.
– Телдәрҙе өйрәнеүгә бөгөн ихтыяж бармы?
– Бындай ихтыяж бөгөн ҙур, сөнки белеүебеҙсә, былтыр көҙгөһөн «Иҙел – Урал төбәгендә ислам цивилизацияһы» тигән халыҡ-ара конференция үтте, яңыраҡ ҡына Өфө ҡалаһында Кәрим Хәкимовтың тыуыуына 120 йыл тулыу­ға арналған халыҡ-ара конференция булды. Ошо конференцияла ла республика вуздарының береһендә Көнсығыш телдәрен уҡытыу буйынса эш алып барыу тураһында һүҙ булды.
Әлеге ваҡытта БДУ менән төрлө сит ил университеттары араһында ныҡлы бәйләнеш урынлаштырылған. Әйтәйек, Ҡытайҙың Ляонинь университеты, шулай уҡ Төркиә Респуб­ликаһының Истанбул университеты менән. Измир ҡалаһының Эгей уни­вер­ситеты, Иран Республикаһындағы Тәһран университеты менән килешеү төҙөлгән. Ғөмүмән, Иран һәм Төркиә менән бәйләнештәр ныҡ. Беҙҙең студенттар йәйге каникулда унда тел курстарына стажировкаға барып ҡайта. БДУ студенттары йыл һайын Мәскәүҙә фарсы теле буйынса олимпиадала ҡатнаша.
Мәскәүҙә Иран мәҙәниәте үҙәге бар, уның менән дә бәйләнешебеҙ бик яҡшы. Иран яғы биргән квота буйынса беҙҙең студенттар ошо илдә стажировка үтә. Бындай бәйләнештәр беҙгә эште яйға һалыуға ярҙам итәсәк тә инде. Әлеге ваҡытта ғәрәп өлкәләре менән һөйләшеүҙәр алып барыла. Киләсәктә улар­ҙың берәй университеты менән ике яҡлы килешеү төҙөүҙе һәм ғәрәп бүлегендә уҡыған студенттарҙы ла стажировкаға ебәреүҙе ойоштороуҙы маҡсат итеп ҡуйғанбыҙ.
– 90-сы йылдарҙа уҡытыла башланы, тинегеҙ, ул туҡтап ҡалғайнымы ни?
– Быға тиклем беҙҙә ғәрәп һәм фарсы телдәре уҡытылып килде, шулай уҡ эксперимент рәүешендә студенттар бер нисә йыл ҡытай телен дә өйрәнде. Ҡытай теле хәҙер өйрәнелмәй, ә ғәрәп, фарсы, төрөк телдәрендә уҡытыу әлеге көндә лә дауам итә. Шул уҡ ваҡытта уларҙың специальносы дипломдарында аныҡ ҡына күрһәтелмәй ине. Шуға күрә РФ Мәғариф һәм фән министрлығына яңы бүлек асыу тураһында тәҡдим менән мөрәжәғәт иттек. Ниһайәт, февралдә яҡшы хәбәр килде, министрлыҡ беҙгә лицензия бирҙе. Шуның буйынса быйылғы йылдан башлап, айырым бер бүлек булараҡ, факультет эсендә ошо йүнәлештә эш башларға уйлайбыҙ. Әйтергә кәрәк, востоковедение фәнен уҡытыуға бик һирәк уҡыу йорттарына, нигеҙҙә, классик вуздарға ғына рөхсәт бирелә. Сөнки телдәрҙе өйрәнеү өсөн нигеҙ булырға тейеш. Педагогик йүнәлештәге уҡыу йорттары, ғәҙәттә, был йүнәлештә эшләй алмай.
– Ә ни өсөн африканистика?
– Бүлек «Востоковедение һәм африканистика» тип атала. Беҙҙә генә түгел, Мәскәү университетында ла, Питерҙағы Көнсығыш факультетында, Иркутскиҙа, Ҡаҙанда ла шулай атала ул. Африканистикаға килгәндә, ғәрәп илдәренең күбеһе Африка ҡитғаһында урынлашҡан, шунлыҡтан ошондай исем алынған.
– Яңы бүлектә ниндәй телдәр өйрәнеләсәк?
– Быйыл ғәрәп, фарсы, төрөк телдәрен өйрәнеүҙе планлаштырабыҙ. Киләсәктә ҡытай телен дә уҡытырға ниәтләйбеҙ. Бының өсөн нигеҙ бар, сөнки, әйтеүемсә, бер курс уҡып сыҡты. Уларҙы Ҡытайҙан саҡырылған уҡытыу­сылар уҡытты. Ике студент былтыр Ҡытайҙа стажировкала булып ҡайтты. Киләсәктә бүлектә ҡытай телен уҡытыуҙы дауам итергә тигән теләгебеҙ бар. Был йүнәлеш үтә лә ҡыҙыҡлы, элек, мәҫәлән, башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетында башҡорт теле һәм сит телдәр бүлегендә ғәрәп, фарсы һәм төрөк телдәре буйынса белем алалар ине. Хәҙер беҙҙең маҡсатыбыҙ тағы ла ҙурыраҡ. Сөнки телде генә өйрәтеп ҡалмайынса, шул уҡ ғәрәп әҙәбиәтен дә, төрөк, фарсы әҙәбиәтен дә уҡытасаҡбыҙ, был халыҡтарҙың тарихы, мәҙәниәте, географияһы ла өйрәнеләсәк. Йәғни был йүнәлеш киңәйә һәм студенттарға белем алыу күп йәһәттән ҡыҙыҡлыраҡ буласаҡ, тип ышанабыҙ.
– Бүлеккә нисә кеше ҡабул ителәсәк?
– Әлеге ваҡытта аныҡ ҡына һандар юҡ, әммә беҙ 25 бюджет урыны һораныҡ. Нисә урын бирерҙәр, әйтеп булмай, һәр хәлдә, ике төркөм йыйырға тырышасаҡбыҙ.
– Уҡырға инеү өсөн ниндәй фәндәрҙән ҡабул итеү имтихандары ҡаралған?
– БДИ һөҙөмтәләре буйынса уҡырға ҡабул итәбеҙ. Иң беренсе сиратта рус теле буйынса БДИ һөҙөмтәләре кәрәк, икенсеһе – тарих, ул төп имтихан һаналасаҡ. Һәм өсөнсөһө – география. Ни өсөн ошо фәндәр буйынса имтихандар ҡаралған һуң? Востоковедение өйрәнелгән барлыҡ уҡыу йорттарында ла, шул уҡ Мәскәүҙә, Санкт-Петербургта ла ошо фәндәр буйынса имтихандар бирәләр. Шул уҡ ваҡытта абитуриенттарҙың аттестатына һәм башҡорт телен белеүенә лә ҡараясаҡбыҙ. Сөнки программаға башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәре лә ингән, башҡорт телен белмәй тороп, беҙҙең бүлектә уҡып булмаясаҡ. Студенттар фарсы теле һәм әҙәбиәте, ғәрәп теле һәм әҙәбиәте, төрөк теле һәм әҙәбиәте, тарихы буйынса белгес булып сығасаҡ, шул уҡ ваҡытта башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән дә уҡыта аласаҡ.
– Телдәрҙе юғары уҡыу йортонда белем алған осор­ҙа ғына үҙләштереп буламы?
– Белеүегеҙсә, быйылғы йылдан башлап юғары уҡыу йорттары ике баҫҡыслы белем биреү системаһына күсте. Беҙгә уҡырға килгән студенттар ҙа бакалавриатта дүрт йыл уҡығандан һуң теләге буйынса магистратурала уҡыуын дауам итә ала. Әлбиттә, әҙерлекте мәктәптән үк башлағанда яҡшыраҡ. Ошонан сығып, киләсәктә фарсы, ғәрәп, төрөк телдәре буйынса лекциялар уҡып, балаларҙа ҡыҙыҡһыныу уятыу маҡсатында райондарҙа база мәктәптәре булдырырға ниәтләйбеҙ. Ишембай ҡалаһындағы Ә. Вәлиди исемендәге 2-се гимназия менән эшләргә иҫәп тотабыҙ, сөнки унда ғәрәп теле факультатив рәүештә булһа ла өйрәнелә. Шулай уҡ әлегәсә төрөк теле уҡытылып килгән Республика башҡорт лицей-интернатында.
– Бүлекте тамамлаған белгестәр ҡайҙа эшләйәсәк? Нисек уйлайһығыҙ, уларға эш табыуы ауыр булмаҫмы?
– Һуңғы ваҡытта Көнсығыш илдәренә ҡарата ҡыҙыҡһыныу һәм төрлө йүнәлештәге бәйләнештәр көсәйҙе, шуға күрә беҙҙең белгестәргә эш урыны табыу проблема булмаясаҡ, тип ышанабыҙ. Элекке сығарылыш уҡыусыларыбыҙ күбеһе әлеге ваҡытта йә мәктәптәрҙә, йә булмаһа, фирмаларҙа эшләне. Башта тәржемәсе булып эш башлаһалар, аҙаҡ офис менеджеры, фирма вәкиле булып киттеләр. Шулай уҡ уларға был бүлекте тамамлағандан һуң ғилми-тикшеренеү институттарында эшләүгә лә юл асыла. Сөнки әлеге көндә беҙҙең ер аҫты байлыҡтарыбыҙ ни тиклем күп булған кеүек, тикшерелмәгән, өйрәнелмәгән рухи байлыҡтарыбыҙ ҙа бихисап. Мәҫәлән, һирәк ҡулъяҙмалар фондындағы күп кенә сығанаҡтарыбыҙ халыҡ иғтибарына сығарылмаған. Уларҙы уҡып, аңлап белеү өсөн ғәрәп, фарсы, төрөк телдәрен һәм иҫке төрки телдәр­ҙе яҡшы белеү талап ителә. Ошо телдәр­ҙе белмәй тороп, тарихи документтар­ҙы өйрәнеп булмай. Шуға күрә бүлекте тамамлаусылар киләсәктә архивтарҙа, китапханаларҙағы һирәк ҡулъяҙмалар фондында, тикшеренеү институттарында ла эшләй ала. Бынан тыш, министрлыҡтарҙа, әйтәйек, мәҙәниәт яғынанмы, сауҙа йәһәтенән булһынмы, сит илдәр менән бәйләнештәр булдырылған. Был өлкәлә лә белгестәр талап ителә. Тимәк, һәйбәт уҡып, телде ныҡлап өйрәнгән студенттар киләсәктә ошо йүнәлештә эшләй ала.
– Тарихҡа күҙ һалһаҡ, элек тә беҙҙең сит телдәрҙе яҡшы белгән шәхестәребеҙ булған...
– Әлбиттә булған. Әгәр ҙә беҙ тарихҡа әйләнеп ҡайтһаҡ, бынан 100 – 150 йыл элек Башҡортостанда урынлашҡан мәҙрәсәләрҙең шул тиклем көслө булыуы билдәле. Быны бер нисек тә инҡар итеп булмай. Улар Башҡортостан өсөн генә түгел, әйтәйек, шул Иҙел, Урал буйы төбәге өсөн дә, шул уҡ Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Урта Азия халыҡтары өсөн дә бер мәҙәни үҙәк булып торған. Әлеге ваҡытта Ҡаҙағстандан хеҙмәттәштәребеҙ менән аралашҡанда улар «Өфө», «Ғосмания», «Ғәлиә» мәҙрәсәләрендә белем алған зыялылары, тап ошо мәҙрәсәләрҙә ныҡлы белем бирелеүе тураһында ҙур рәхмәт тойғоһо менән һөйләй. Ысынлап та, был мәҙрәсәләр заманында бик көслө булған. Шуға күрә мәҙрәсәләрҙә белем алған Зәки Вәлиди, Абдулҡадир Инан, Ғәлимйән Таған булһынмы, ситкә сығып киткән хәлдә лә юғалып ҡалмағандар, үҙҙәрен донъя кимәлендә таныта алғандар. Мәҙрәсәлә ғәрәп, фарсы телдәрен ныҡлап үҙләштергәнлектән, тәүсығанаҡтарға еңел мөрәжәғәт иткәндәр, уларҙы уҡый алғандар, аңлағандар, үҙенең белгәнен ғилми хеҙмәттәрендә уңышлы файҙаланғандар. Ә беҙҙә һуңғы 100 йыл эсендә был йүнәлештә ғалимдар әҙерләнмәне. Бөтә нәмә урыҫ сығанаҡтарына таянып ҡына эшләнде, ә башҡалары ятып ҡалды. Улар бар, әммә күтәреп уҡыр­ҙай, аңларҙай кешеләребеҙ булманы. Бер телде генә яҡшы белгән белгестәребеҙ бар, әммә телдәрҙе комплекслы өйрәнгәндәре юҡ. Шуға күрә уҡыу планын төҙөгәндә ошолар­ҙы күҙ уңында тоттоҡ. Йәғни ғәрәп бүлегенә уҡырға ингән кеше ғәрәп телен, ғәрәп тарихын, мәҙәниәтен ныҡлап үҙләштерәсәк һәм шул уҡ ваҡытта ярҙамсы фән итеп теләге буйынса йә фарсы, йә төрөк телен өйрәнә ала.
– Методик әҙәбиәт, дәреслектәр бармы?
– Бик тә урынлы һорау. Әлеге ваҡытта үҙебеҙ төҙөгән дәреслектәр бар һәм, бая әйтеп үтеүемсә, сит илдәге университеттар менән бәйләнештәр булдырылған, улар китаптар, уҡыу әсбаптары менән тәьмин итергә әҙер.
– Телде өйрәтерҙәй белгестәр етерлекме?
– Уҡытыусыларға килгәндә, әлегә үҙебеҙҙең кадрҙар менән генә эш итеп килдек, әммә киләсәктә, сит ил университеттары менән килешеүгә ярашлы, Төркиәнән һәм башҡа республикаларҙан да уҡытыусылар йәлеп итергә уйлайбыҙ. Был бик мөһим, сөнки сит телде өйрәнгәндә шул телдә тыуғандан алып һөйләшкән кеше генә уның бөтә нескәлектәренә төшөндөрә ала.
– Студенттар сит илдә стажировка үтә, тинегеҙ, ә сығымдарҙы кем ҡаплай һуң?
– Әлеге ваҡытта йәйгелеккә Төркиәгә ике студентты саҡырҙылар. Кандидатураларҙы бирҙек. Бында инде юл, йәшәү, ашау, уҡытыу сығымдарын саҡырған яҡ тулыһынса үҙ өҫтөнә ала. Студенттар Иранда стажировка үткәндә лә йәшәү, уҡытыу улар иҫәбенә башҡарыла, ә юл сығымдарын беҙҙең университет ҡаплай. Йәғни быға тиклем студенттарҙан матди сығым талап ителмәне, киләсәктә лә шулай булыр тип өмөт итәбеҙ.
– Яңы специальность тураһында тағы ҡайҙан тулыраҡ мәғлүмәт алырға була?
– Хәҙерге йәштәр интернет менән дуҫ, шунлыҡтан //www.bsunet.ru сайтына инеп ҡарай алалар. Шулай уҡ, һорауҙар булһа, 8(347)273-82-72 телефоны буйынса бәйләнешкә инергә мөмкин.

Сажиҙә ЛОТФУЛЛИНА әңгәмәләште.

Сығыу ваҡыты 16-04-2011, 12:09 | Ҡаранылар: 1807
|
  • Маҡтауға лайыҡ
  • Башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалекты: проблемалары һәм үҫеш юлдары
  • Башҡорт телен уҡытыу нисек ҡуйылған?
  • Шәрҡиәт белгесе булырға теләһәгеҙ, БДУ-ға килегеҙ
  • Туған телдәргә тағы һөжүм...
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Ау-у, марал!
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Маринадланған кәбеҫтә
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM