НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » Картуф етерлек

Картуф етерлек


Быға тиклем яҙып үтеүемсә, баҙарҙа һатыусылар хаҡтарҙы күҙәтеп йөрөүселәрҙе әллә ни өнәп етмәй, әрләшеп бер була. Был юлы бәхет йылмайҙы − баш ҡалалағы Үҙәк баҙарҙың миңә кәрәкле бүлегендә Фидан Ғафаров үҙе йөрөп ята. Һатыусыларҙың миндә ҡайғыһы ла юҡ − бөтәһе лә йырсы менән иҫәнләшеп ҡалырға тырышып йылмая. Хаҡты яҙыу түгел, тауарын сәлдерһәң дә, һиҙмәҫтәр хатта. Шуға ла иркен һәм ғорур атлаған Фидан ағай эргәһендәрәк кенә йүгергеләп, тиҙ арала эшемде тамамлап та ҡуйҙым (әйткәндәй, папарацци Голливудта ғына түгел, беҙҙә лә эшләп тора!).
Хаҡтарға килгәндә, һатыусылар, яҙ көнө иттең хаҡы – 500, ә инде картуфтыҡы 120 һум буласаҡ, тип ҡурҡыта ине. Шөкөр, ундай хәлгә барып етмәнек, аҙыҡҡа дефицит та һиҙелмәй, хаҡтар ҙа ҡәҙимгесә ҡалды, тип әйтергә кәрәк.
Түбәндәге таблицала хаҡтар 14 апрелгә бер килограмм аҙыҡҡа ҡарата бирелгән.

Хаҡтар − һумда
Һыйыр ите 200 − 300
Һарыҡ ите 270 − 280
Тауыҡ түшкәһе 90 − 110
Индоутка 220 − 230
Эре малдың бауыры 140 − 150
Ауыл эремсеге 120 − 130
Ауыл майы 250 − 300
һары май 450
Бер услам йәшел
тәмләткес 10 − 12
Бер услам редис 40 − 43
Бал 550 − 600
Кәбеҫтә 38 − 45
Картуф 40 − 50
Һуған 38 − 45
Кишер 40 − 60
Ҡыҙыл сөгөлдөр 40 − 60
Һарымһаҡ 250 − 500
Һуған орлоғо 150 − 200
Ҡыяр 100 − 110
Помидор 90 − 100
Ҡара емеш 120 − 180
Йөҙөм 100 − 180
Күрәгә 130 − 180
Туңдырылған көмрө
балыҡ 140 − 160
Хек балығы 130 − 140
Минтай балығы 70 − 75
Ҡарабойҙай ярмаһы 100 − 102
Тары ярмаһы 53 − 56

Лилиә СИРАЕВА.Картуф етерлек

Сығыу ваҡыты 19-04-2011, 10:16 | Ҡаранылар: 1706
|
  • «Усыңдағы иң ҙур йөрәк тә – минеке!»
  • Колбасамы, итме?
  • Иң үтемлеһе – ит
  • Хаҡтар көн дә үҙгәрә
  • Тәү сиратта – баҡса
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • “Уның үлемен теләп йәшәнем...”
  • Еҙнәм инең (хикәйә)
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Мин һәр саҡ табип хатаһы ебәреүҙән ҡурҡа инем...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (17.11.2017)
  • Татлы һөйөүҙән кем туйған?
  • ҺАБАҠ (хикәйә)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (24.11.2017)
  • Мәүлит байрамы мөбәрәк булһын!
  • Тәҙрә төбөндә үҫкән дарыу



  • Радио Юлдаш FM