НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » Бөйөк шәжәрәләребеҙҙең береһе

Бөйөк шәжәрәләребеҙҙең береһе


1453 йылда Мәхмүт Икенсе солтан етәкселегендәге төрөк бабалары шул замандағы христиандарҙың шанлы ҡәлғәһе булған Константинополде (Истанбулды) һуғышып алғандан һуң, бөтә Көнбайыш христиандар донъя­һы уларға ҡаршы хөсөтлө тәре һуғышы әҙерләй башлағас, Көнбайыш Европа илдәре һарайҙарында баяғы Мәхмүт Икенсе солтандың Рим папаһы Николай Бишенсегә яҙған хаты тарала; ошо яҙмаһында төрөк солтаны, “төрөктәр кеүек үк, шул уҡ Троя халҡының вариҫтары булған итальяндарҙың” уға, йәғни үҙҙәренең тарихи ҡан ҡәрҙәше булған төрөк солтанына дошманлыҡ ҡылыуҙарына аптырауын белдергән; ә бер нисә тиҫтә йыл алдараҡ шул уҡ итальян кардиналы Исидор ҙа төрөктәрҙең шул уҡ тевкр (йәғни Троя халҡы) вариҫтары икәнлеген раҫлап сыҡҡан булған (С. Рансимен. Падение Константинополя в 1453 году. М., 1983, 149-сы бит). Бынан иһә Ғөмәр “Илиада”һындағы боронғо Троя ҡалаһының халҡы ла шул үҙебеҙҙең аҫаба башҡорттар булғанлығы аңлашыла. Сөнки ул Троя халҡының гректар үҙҙәренсә боҙобораҡ яҙып ҡалдырған атамаһы “тевкр” – “төп-ҡор” булып, был иһә киң билдәле “баш-ҡор” (башҡорт) этнонимының варианты икәнлеге ап-асыҡ (төрөктәр ҙә башҡорттарға ҡан ҡәрҙәш, тимәк)...
Һөҙөмтә: Үҫәргәндең бик боронғо замандарҙан уҡ “атан-аҡ-абар//танаҡ-абар” тип аталып килгән төньяҡ-көнсығыш (Ата яҡ) сатаһының исемен тәүҙә Үҫәргән сатаһы рәүешле унан айырымланған Ҡаңғы (Ҡаңғырат) ырыуының Ата яҡ яртыһы (сатаһы) үҙенә ырыу исеме итеп ала. Ә урта быуаттарҙа иһә ошо исем ҡаңғыларҙан (ҡаңғыраттарҙан) айырымланмыш яңы ырыуҙың исеме булып, “Түңгәүер”гә әйләнә.
Үҫәргәндәрҙең “Үҫәргән-Түңгәүер шәжәрәһе”ндә лә, түңгәүерҙәрҙең үҙҙәренең баяғы ғалимыбыҙ файҙаланған төбәк шәжәрәһендә лә Түңгәүер ләҡәпле шәхестең Ҡаңғырат тип тә йөрөтөлөүе төҫмөрләнә. Шул уҡ ваҡытта түңгәүерҙәрҙең риүәйәттәрендә уларҙың тәүҙә Сырдаръя аръяғында йәшәүе, һуңынан, ҙур ғына ғәскәр туплап һәм изге бүрегә эйәреп, Көньяҡ Уралға күсенеп ҡайтыуы бәйән ителә. Тимәк, иң элек Ҡаңғырат-биҙең (йәки хандың) тарихи эҙҙәрен юллап табырға кәрәк, ә был иһә үҙебеҙҙең бабаларҙың боронғо осор төрки-башҡорт тарихына асыҡ яҙып ҡалдырылған: “Өфө ҡалаһы янында, Дим йылғаһы Ағиҙел йылғаһына ҡойған тәңгәлдә, Ҡаңғырат ҡәлғәһе бар ине; уның кешеләре Ургенчкә күсеп киттеләр. Унда ҡәлғә ҡорҙолар һәм уны ла Ҡаңғырат тип атанылар... Ағиҙел йылғаһы буйында Тора тау бар. Тора – Ҡаңғырат ханының исеме ул. Шул тауҙың битләүендә, хәүефһеҙ булһын өсөн, ул ҡәлғә ҡорҙо. Шуға күрә уны Тора тау атанылар. Унда ҡаланың емеректәре ҡалған, шунда булған кешеләр күргән уны” (История Татарии в материалах и документах. М., 1937, 123-сө бит).
Беренсенән, өҫтәрәк “Ҡаңғы­рат”тың Ҡаңғы-ир-ат, йәғни “Ҡаңғы ырыуы кешеләре” икәнен аңлатҡайныҡ инде.
Икенсенән, “Ҡаңғырат-хан” – Үҫәргәндең Әсә яҡ яртыһы (сатаһы) булған Ҡаңғы ырыуының ханы, тигән ләҡәп ул (ата-әсәһе ҡушҡан исемен белмәйбеҙ). Шулай уҡ әлеге тәүарихтағы “Тора” ла – бик боронғо исемле Тора тауҙа ҡәлғә ҡорған был хандың ләҡәбе генә, йәғни “Тора тау ханы”, тимәк.
Өсөнсөнән, был ҡаңғыларҙың төп төйәге Ағиҙел буйында булып, баш ҡалаларының беренсеһе, өҫтәрәк әйтелгәнсә, хәҙерге баш ҡалабыҙ Өфөнөң Дим районында, ә унан һуңғы икенсеһе Башҡортостандың хәҙерге Ишембай районының Тора-тау битләүендә торған (унда әлегәсә “Хан юлы”, “Хан күле” тигән атамалар бар). “Көн-аҡ-аба” (ҡояш-аҡ-уба йәки үҙгәртеберәк әйтелешендәге Көнә-Ҡуба – хәҙерге Өфө ҡалаһының Салауат һәйкәле торған Ҡоба тау) тип аталмыш, ә ҡыҫҡараҡ әйтелештә шул Ҡоба-Уба//Уфа//Өфө тип йөрөтөлмөш баш ҡалабыҙҙа ул замандарҙа Мөйтән-бийебеҙ Көн-әсә (кенәз) тәхетендә ултырыуын иҫләһәк, Ағиҙел аша ғына ошо Көн-әсә тәхетенә бойондороҡло аҡан (хан) тәхетен биләмеш Ҡаңғырат-би (хан), моғайын, шул уҡ Туҡсаба – Мөйтән тоҡомолор... Тимәк, Ҡаңғырат-би ниндәй­ҙер сәбәп менән Уралдан алыҫ көньяҡҡараҡ – Ургенчҡа (хәҙерге Ҡараҡалпаҡстанға) иләүен алып киткән дә Сырдаръя аръяғындағы Амударъя йылғаһы буйында әлегәсә йәшәп ятмыш баш ҡалаһын – Ҡаңғырат ҡәлғәһен ҡорған. Тап бына шунда ла инде “Алпамыш” эпосыбыҙ ошо башҡорт-ҡаңғыраттарҙан Урта Азияның башҡа ҡәүемдәренә тарал­ған, шул яҡтарҙа ХIV быуатта йәшәмеш шағирыбыҙ Мөхәммәт Хауарезми иһә (ул үҙен, Ҡаңғырат ҡәбиләһенәнмен, тип белдерә) атаҡлы “Мөхәббәтнамә” китабын яҙған. Телсе ғалимдарҙың билдәләүенсә, был әҫәрҙең теле шағир Хужа Әхмәт Йәсәүи теленә бик яҡын, йәғни үзбәк һәм ҡаҙаҡ телдәре араһында тора (хәҙерге башҡорт теле һымаҡ уҡ!).
Боронғо ҡан ҡәрҙәштәребеҙ Ҡаң­ғырат тоҡомдары хәҙерге Үз­бәкстан­да, Ҡараҡалпаҡстанда, Ҡыр­ғыҙстанда, Ҡаҙағстандың Ҡарағанда һәм Көньяҡ Ҡаҙағстан өлкәләрендә йәшәй.
Тыумышы менән Бөрйән ырыуынан булған Сыңғыҙ-хан бабабыҙға заманында ҡаңғыраттар яҡшы хеҙмәт иткән, Сыңғыҙ-хан үҙенең дүртенсе ҡыҙы Тумалунды шул ҡаңғыраттар ханы Алсы-биҙең улы Жиккә (“Жик-Мәргән” тигән эпосыбыҙҙың геройы түгелме?) кейәүгә биргән һәм уны рәсми рәүештә лә “Жик-кейәү” тип йөрөткән. Жик-кейәүҙең атаһы Алсы-би иһә Сыңғыҙ-хандың Ҡаңғырат ҡәбиләһенән алған Бүртә исемле ҡатынының бер туған ҡустыһы (йәғни Сыңғыҙ-хандың ҡәйнеше) булған, шуға ла ҡытайҙар тарихына тәүге осорҙарҙа ул “Алсы-ҡәйнеш” титулында яҙылған. Сыңғыҙ-хандың яуҙарында ул, “Алсы” тигән ләҡәбенән күренеүенсә, ғәскәр алдында (авангардта) башлап барған; хан менән гел бергә йөрөп, утыҙ ике һуғышта ҡат­наш­ҡан, Сәмәрҡәндте алыуҙа ҙур батырлыҡтар ҡылған (Сәмәрҡәндте алышыуҙа ла ҡатнашҡас, Уралдан шунда күсенеп китмеш баяғы тарихи Ҡаңғырат-ханыбыҙмы әллә был?). 1227 йылда уға ла, Сыңғыҙҙың иң кесе ҡыҙына өйләнгәс, “император кейәүе” тигән дәрәжә бирелә, ә 1232 йылда көмөш мөһөр һәм “ҡаңғыраттар сәрдары” исемен ала, 1237 йылда “200000 шәлкем тәңкә” менән бүләкләйҙәр. Сыңғыҙ-хандың билдәле фарманы бар: “Ҡаңғырат ырыуында тыуған ҡыҙҙар быуындан-быуынға император ҡатындары булһын, малайҙар иһә быуындан-быуынға император ҡыҙҙарына өйләнһен. Был фарманды быуындан-быуынға һәр йылдың дүрт миҙгеленең тулған Ай көнөндә өҙлөкһөҙ иғлан ҡылһындар”. Тимәк, тип һығымта яһай ғалимдар, Сыңғыҙ-хандың Бөрйән ырыуы менән Ҡаңғырат (Үҫәргән) ырыуы үҙ-ара никахлашҡан. Азат Камалов килтергән түңгәүерҙәр риүәйәтендәге: “Түңгәүерҙең атаһы – Бөрйән ҡәбиләһенеке, әсәһе Үҫәргән ҡыҙы булған”, – тигән һүҙҙәрҙә мәғәнә бар.
Шуныһы мөһим: был мәғлүмәттәр­ҙән беҙ Ҡаңғырат ырыуы башлығы тарихи Алсы-биҙең Үҫәргән ырыуы башлығы Мөйтән-би менән бер үк осорҙа йәшәүен, Сыңғыҙ-ханға бик яҡын кешеләр икәнлеген күрәбеҙ. Тимәк, А. Камаловтың Ҡаңғырат-биҙе 1203 йылда тыуған итеп тоҫмаллауы ғәмәлгә яҡын килә. Ә был иһә Ҡаңғырат-би – Мөйтән-би менән яҡын ырыуҙаштар булған, тип тоҫмалларға мөмкинлек бирә.
1311 йылда Сыңғыҙ-хан нәҫелдәренең тарихын яҙып тамамлаған Рәшид-әд-дин буйынса, Урта Азияла Ҡаңғыраттың Сорлоҡ, Мәргән (баяғы Жик-Мәргән?), Ҡобай, Шәре, Ташбоҙа, Төркәил (?) исемле улдары булғанлығы мәғлүм, әммә Үҫәргән-Түңгәүер шәжәрәһендәге ап-асыҡ “Түңгәүер” ләҡәбен унда күрмәйбеҙ һымаҡ (бының сәбәбе торараҡ аңлашылыр).
Тәүарихтарҙы аҡтарғанда, Сыңғыҙ-ханға тиклем дә, унан һуң да әле беҙ белгән “Түңгәүер” этнонимы күҙгә салынмай. Рәшид-әд-диндең әҫәрендә лә (1311 йыл), ҡаңғыраттар хаҡында һүҙ барһа ла, Түңгәүер төшөнсәһе юҡ. Ҡытай йылъяҙмаларында ла сағылмай. Тимәк, һуңғыраҡ быуаттар емеше, тәғәйен билдәләгәндә, шәжәрәләге һигеҙенсе быуын Арбан-биҙең улы – туғыҙынсы быуын Тимер, йәғни Тимерҡабыҡ ул.
“Үҫәргән-Түңгәүер шәжәрәһе”ндә быуындарҙың арауығын тоҫмаллат­ҡан йәнә бер таяныс бар: әле әйтелгән туғыҙынсы быуын Тимерҡабыҡ-бей Арбан улы тәңгәленә: “Бораҡ хан заманы (йәғни Бораҡ хан тәхет эйәһе булған 1422 – 1427 йылдар)”, – тип киҫәтелгән.
Күренеүенсә, Мөйтән-би йәшәгән ХIII быуат баштары һәм Бораҡ-хан йәшәгән ХV быуат баштары араһында теүәл 200 йыл ята. Шуны әлеге Тимерҡабыҡ-бигәсә булған һигеҙ быуын иҫәбенә бүлеп ҡараһаҡ, һәр быуынға төшә яҡынса 25 йыл – шәжәрә дөрөҫ, тимәк.
Азат Камалов Түңгәүерҙең баяғы сонтор шәжәрәһендәге һуңғы осор быуындарҙың йәшәү йылдарын билдәләү буйынса архив материалдарын уңышлы файҙалана, ә архивта булмаған иң боронғоларын фараз итеү юлы менән тергеҙергә тырыша. Әммә ошо һуңғыһында беҙ килтергән “Үҫәргән-Түңгәүер шәжәрәһе”н ҡуллана алмауы арҡаһында сараһыҙлыҡҡа ла тарып, түңгәүерҙәрҙең легендар шәхесе “Мөтәй” бабаның асылы асылмағанлыҡтан, шәжәрәләге урыны ла билдәләнмәй, күктә аҫылынып торғандай ҡала.
“Түңгәүер ҡәбиләһендә Мөтәй тигән кеше була, – тип әйтелә легендала. – Ул Күстәнәнән алдараҡ йәшәгән булырға тейеш. Түңгәүер шәжәрәһе башында “Түңгәүер” яҙылған. Уның улы Ҡаратөлкө, Ҡаратөлкөнән өс ул ҡалғаны билдәле: Мөлкәмән, Юламан, Иләмән; Иләмәндән Күстәнә килә. Шәжәрәгә Мөтәй тигән кеше теркәлмәгән. Мөтәйҙең Түңгәүергә бәйләнеше асыҡ күрһәтелмәгән”.
Был ни хәл: Мөтәй үҙе Түңгәүерҙең билдәле легендар бабаһы, үҙе иһә “шәжәрәгә теркәлмәгән”, “Түңгә­үергә бәйләнеше лә асыҡ күрһәтелмәгән”...
Был сәйерлектең сәбәбе, минеңсә, әлеге лә баяғы, Түңгәүер шәжәрәһен “Үҫәргән-Түңгәүер шәжәрәһе”нән бесеп алып биреүҙә – “мөстәҡил”ләүҙә генә. Шул арҡала Ҡаңғырат-би ләҡәпле һуңғыраҡ дәүер кешеһе шәжәрәлә үҙенән әүәлге төп башбаба урынын биләп тора, ә бик мөһим быуын булған “Мөтәй” иһә был “мөстәҡил” шәжәрәгә инмәгән – төп шәжәрәлә ҡырҡылып тороп ҡалған... Ысынлап та, үҙ нәҫеле түңгәүерҙәрҙе лә теркәй барған “Үҫәргән-Түңгәүер шәжәрәһе” ХIII быуат башында йәшәмеш тарихи Мөйтән-би Туҡсаба улынан башлана бит, ә баяғы түңгәүерҙәр легендаһындағы “Мөтәй” – шул уҡ “Мөйтән”дең боҙоп әйтелеше ул. Легенданың артабанғы өлөшө лә быны яҡшы дәлилләй: “Мөтәй йәшәгән дәүерҙә Көньяҡ Урал башҡорттары монгол-татар иҙеүе аҫтына эләгә. Башҡорттар Алтын Урҙа ханына яҫаҡ алып бара. Түңгәүерҙән был бурысты Мөтәй башҡара. Ханға был кеше оҡшай төшә, уны бер-ике ай самаһы үҙ янында тота, кәңәшсе итеп тәғәйенләй. Хан, уны төрлөсә һынап ҡарағандан һуң, Мөтәйгә ярҙам итергә уйлай. Мөтәйҙең һорауы буйынса, Түңгәүер башҡорттарына ер бирелә”... Бөтәһе лә дөп-дөрөҫ һәм Үҫәргәндең Мөйтән-бийе (Мүйтән, Мүктән, Мүкеле, Мухали – бөтәһе бер үк зат) тураһында ғына һүҙ бара бында (Башкирские шежере. Филологические исследования и публикации. Уфа, 1985, 57-се бит). Уның хаҡында мин “Башҡорт батыры Йеҙекәй” тигән баҫмамда (“Ағиҙел“, 2000 йыл, №№ 1 – 5) ентекләберәк яҙғайным...
Инде тулы шәжәрәнең үҙенә күсер ваҡыт етте. Башта уның ошо көндәргәсә килеп ирешеүенә сәбәпселек иткән изге йәндәрҙең аңлатмаһын бирәйек: “Шәжәрәне ғәрәп хәрефтәрендә яҙған һәм төҙөгән Мөҡим Бәҙретдин улы Рәхмәтуллиндың ҡулъяҙмаһынан башҡорт латинсаһына күсерҙе әсәйем Сафия Муллағәли ҡыҙы Илбулдина. Кириллицалы башҡорт яҙмаһына һалды Илбулдин Фәсхи Фәтхелислам улы (1924 йылда тыуған).
Йәнсура-Бәкәтәр ауылы, Ҡыуан­дыҡ районы, Ырымбур өлкәһе. Ноябрь – декабрь, 1983 йыл”.
Шулай итеп:


ҮҪӘРГӘН-ТҮҢГӘҮЕР ШӘЖӘРӘҺЕ

Ырыуы – Үҫәргән.
Ағасы – миләш.
Ҡошо – торна.
Ораны – туҡсаба.
Тамғаһы – аҡа-ай+ҡаяс-көн>Ҡояшҡан (Ҡойошҡан):
[1. Туҡсаба]. – 2. Мөйтән-би Туҡсаба улы. – 3. Шаҡмалы-би Мөйтән улы. – 4. Бүрекәй-би Шаҡмалы улы. – 5. Һеркә-би Бүрекәй улы. – 6. Манғут-би Һеркә улы. – 7. Урал-би Манғут улы. 8. Урал-би улдары:
I. Буят-би Урал улы.
II. Арбан-би Урал улы.
III. Инжан-би Урал улы.
Рим һандары менән билдәләнгән ошо Урал улдарынан нәҫел бауҙары дауамлана – айырым-айырым бирербеҙ:
I. 8. Буят-би Урал улы. – 9. Инкеш Буят-би улы. – 10. Туҡай Инкеш улы – 11. Моратҡабул Туҡай улы. – 12. Солтанай Моратҡабул улы. – 13. Ғашиҡ Солтанай улы. – 14. Байрамғол Ғашиҡ улы. – 15. Муса Байрамғол улы. – 16. Рәсүл Муса улы. – 17. Хәбибулла Рәсүл улы. Хәбибулланан ике улан:
1) Зәйнулла-ишан Хәбибулла улы Рәсүлев, уның нәҫеле: Ғабдрахман-мөфти Зәйнулла улы (уның улы Ғәбдрәүеф); Ғәбделҡадир Зәйнулла улы; Ғәбделсабир Зәйнулла улы.
2) Фатхулла Хәбибулла улы, уның нәҫеле:
а) Муса Фатхулла улы, уның улдары: Мөштәбә Муса улы Рәсүлев (башҡорт автономияһын яулау батыры), Мостафара Муса улы, Ғабдулла Муса улы;
б) Ғайса Фатхулла улы, уның улдары: Тойғор Ғайса улы, Дала Ғайса улы.
Инде рим һаны II менән тамғалан­ған бау:
II.8. Арбан-би Урал улы. – 9. Тимерҡабыҡ-би Арбан улы (өҫтәлгән: “Бораҡ-хан заманы”, йәғни 1422 – 27 й.й.). [Иғтибар! – тап ошонан Түңгәүер ырыу шәжәрәһе дауамлана – аҙаҡтаныраҡ айырым теркәрбеҙ]. – 10. Һарыбаш-би Тимерҡабыҡ улы (өҫтәлгән: “Жанибәк-хан заманы”). –
11. Һырыш-би Һарыбаш улы (өҫтәлгән: “Ҡасим-хан заманы”). – 12. Уның улдары:
*Һарыбил-батыр Һырыш улы (Өҫтәлгән: “Иҫәнғол ҡасабаһына етмәҫ борон Һарыбил тауы бар, шунда үлгән”. Һәм йәнә: “Һарыбил ҡаҙаҡтар (ҡалмыҡтар?) менән һуғыш ваҡытында Һүрән буйындағы Һарыбил тауында үлгән һәм шунда күмелгән. Шуға күрә хәҙер ҙә Һарыбил тауы тип йөрөтәләр”);
*Болаҡ-батыр Һырыш улы (өҫтәлгән: “Был Болаҡ Тоҙтүбә [Соль-Илецк] тоҙон табып, батшаға барып әйтә. Батша уға наград итеп Ырымбур тирәһенән һораған ерҙе бирә һәм Үһәргән [Үҫәргән] иленә хужа итә”);
*Аҡмасуҡ Һырыш улы, уның улы Туҡмасуҡ, уның улы Ҡараса, уның улы
13. Тәтегәс-би Ҡараса улы, уның улдары:
13а. Бикбау-кенәз Тәтегәс-би улы, уның улдары: Кинйәбай Бикбау улы (уның улы Ҡушай, уның улы Тупай) һәм Әлебай Бикбау улы, уның улдары: Шөғәйеп, Ураҙмәт, Тләүмбәт;
13б. Ҡушдәүләт Тәтегәс улы, уның нәҫеле:
*Яҡшытай Ҡушдәүләт улы (өҫтәлгән: “Аҡъяр”);
*Һарытай Ҡушдәүләт улы;
*Турытай Ҡушдәүләт улы, уның улдары:
**Һөләймән Турытай улы;
**Аҡлима Турытай улы;
**Тимербулат Турытай улы, уның улдары:
***Ҡудай Тимербулат улы;
***Биккөн Тимербулат улы;
***Һөйөндөк Тимербулат улы, уның улы Мәмәтюл;
***Аҡтуй Тимербулат улы, уның улы Рахманғол, уның улы Сиреғол [Сиреғол ауылын нигеҙләүсе?];
***Аҡан Тимербулат улы, уның улдары: Көбәк, Мостафа, Туйсура;
***Динбулат Тимербулат улы, уның улдары: Бүләк, Сумаҡ, Күбеш.
Йәнә Һырыш-би нәҫеленә күсәбеҙ:
12. Ябынсы-яҫауыл Һырыш улы (өҫтәлгән: “Ябынсы батшаға хеҙмәт итеп, яҫауыллыҡ [хәрби дәрәжәһе] алған”), уның нәҫеле: Ирҡара Ябынсы улы, Этҡара Ябынсы улы, Ибәй (Иҫбай) Ябынсы улы, Күбәй Ябынсы улы, Һурҡара (Сурҡара) Ябынсы улы, Ибәнсе Ябынсы улы. –
13. Үҫәргән Ябынсы улы (кесе улы). – 14. Унан тыуған нәҫел баулы уландар:
I.14. Сөйәлғужа Үҫәргән улы.
II.14. Ялбаҡсал Үҫәргән улы.
III.14. Байғужа Үҫәргән улы.
Инде ошо өсәүҙең нәҫел бауҙарын айырым-айырым теркәйек:
I.14. Сөйәлғужа Үҫәргән улы, уның улы Мусаҡай Сөйәлғужа улы. [Ошонан Һунарсы ауылының Мусаҡаевтар, Тләмбәтовтар, Сөйәрмбәтовтар, Сунарчиндарҙың нәҫел бауҙары дауамлана – улар шәжәрәһен айырым яҙғанмын]. Мусаҡай тәңгәленә өҫтәлгән: “Ҡуҙаш, Ҡунаҡ таифәһенең атаһы”. Мусаҡайҙың улдары:
М. 1. Мантай Мусаҡай улы.
М. 2. Яукүсте (Күскенсе) Мусаҡай улы.
Ошо икәүҙең айырым нәҫел бауҙары:
М.1. Мантай Мусаҡай улы, уның улы Туҡтамыш, уның улы Яманһары, уның улдары:
*Ерәнбәт Яманһары улы;
*Манғутай Яманһары улы;
*Төмәнбәт Яманһары улы, уның улдары:
**Ҡотломбәт Төмәнбәт улы (уның улы Ҡасҡын, уның улы Аҡкөсөк, уның улы Шаһингәрәй);
**Ырыҫҡол Ҡотломбәт улы [Ырыҫҡол ауылын нигеҙләүсе – Ырыҫҡоловтар фамилияһы], уның улдары Арыҫлан [шул Ырыҫҡол ауылындағы Арыҫлановтар фамилияһы], Ырыҫбай [Ырыҫбай ауылын нигеҙләүсе?];
**Сурағол Ҡотломбәт улы;
**Кинйәғол Ҡотломбәт улы, уның улдары: Күсәй, Бүләк;
**Йәнтеш Ҡотломбәт улы, уның улдары: Шәриф, Ҡөҙрәт. Һәм артабан өҫтәге Төмәнбәттән:
а) Татлөмбәт Төмәнбәт улы, уның улы:
*Буранҡай Татлөмбәт улы, уның нәҫеле:
**Теүәлбай Буранҡай улы, уның улдары: Ғамоталлап, Билал, Ғабдулла, Аҡмулла, Аҡбулат [Аҡбулат ауылын нигеҙләүсе?], Мотал;
**Исҡужа Буранҡай улы, уның улдары: Ғабдулхалиҡ, Ғабдулвахит, Ғабдулмәжит, Яйыҡбай [Абзан ҡасабаһындағы Яйыҡбаевтар фамилияһы], Аҡъегет;
**Игебай Буранҡай улы, уның улдары: Ғабдрахман (уның улдары: Ғисмәтулла, Ниғмәтулла, Рәхмә­тулла, Ғөбәйҙулла, Исламғол); Иғдәү­ләт; Танһыҡ; Ғөбәйҙулла, уның улдары: Хажмөхәммәт, Фәтхулла-мулла (уның улдары: Сибәғәтулла-имам, Заһидулла-имам, Лотфулла, Сәлим­йән); Дусмөхәмәт; Бикмөхәмәт;
**Сәйфулла Буранҡай улы, уның улдары: Йәнтүрә (уның улдары: Ха­жиморат, Шаһиморат, Шаһи­мәрҙән); Мансур, уның улдары: Мырҙағәли, Мырҙалатиф, Мөхәмәтйән.
б) Ҡасбулат Төмәнбәт улы, уның нәҫеле:
*Ҡуҙаш Ҡасбулат улы, уның улы Байғаҙы;
*Этҡабул Ҡасбулат улы;
*Нарбута Ҡасбулат улы, уның улдары: Дәүләткилде, Әлебай.
Инде Мусаҡайҙың икенсе улы:
М.2. Яукүсте Мусаҡай улы [Яугустиндар фамилияһы], уның улы Именбирҙе Яугүсте улы, уның улдары:
*Болаҡ-батыр Именбирҙе улы [ошонан яҙыусы Йыһат Солтановты биргән нәҫел бауы дауамлана – шәжәрәмде айырым биргәнмен];
*Таймас-би (кенәз) Именбирҙе улы (өҫтәлгән: “Шешәйләр атаһы”). Уның нәҫел бауы:
1) Мәмбәтле Таймас-би улы (өҫтәлгән: “Мәмбәтленән йәйелгән Һабыр, Буранбай, Ағурҙа ауылдары”);
2) Мортаза Таймас-би улы (өҫтәлгән: “Килситбай (Һыҙғы) ауылы, аҙырағы Атингәндә”);
3) Яҡшығол Таймас-би улы (өҫтәлгән: “Ҡәҙерша, Аҡнаҙар ауылдары”);
4) Тләүмбәт Таймас-би улы [Һунарсы ауылын нигеҙләгән Һунарсының атаһы – Тләүмбәтовтар, Сунарчиндар фамилияһы], (өҫтәлгән: “Тләүмбәттән Әлмөхәмәт (Этбармаҫ) Ишмөхәмәт, Юлбарыҫ ауылдары”);
5) Сөйәрембәт Таймас-би улы [Һунарсы ауылындағы Сөйәрем­бәтовтар фамилияһы];
6) Аҡсура Таймас-би улы [Аҡсура ауылын нигеҙләүсе – Аҡсуриндар фамилияһы?], уның улы Именьюл, уның улы Хужәхмәт, уның улы Балапан, уның улы Юлмөхәмәт Балапан улы, уның улдары:
*Ғәлиәкбәр Юлмөхәмәт улы, уның улдары: Ғабдулшафиҡ, Ғабдулнафиҡ, уның улы Ғабдулманнан;
*Ғәлиәхмәт Юлмөхәмәт улы, уның улы Мөхәмәтшафиҡ;
*Ғәлиәскәр Юлмөхәмәт улы, уның улы Мөхәмәтсадиҡ мулла, уның улдары: Хәйретдин, Хөснетдин, Ғәбделхәмит, Зия (өҫтәлгән: “Зия 1933 йылдарҙа “Йәш юҡсыл” гәзитенең сәркәтибе булып эшләй. 1937 йылда ҡулға алынды”). [Мәсәлим Вәлиевтың “Аҡ ҡайын” йыры һүҙҙәренең авторы];
7) Бабай Таймас-би улы (өҫтәлгән: “Бабайҙан Аҡъяр, Тиргәмеш, Ҡырын ауылдары [һәм Бабай ҡасабаһы – аҙаҡ Күмертау ҡалаһы]”). Бабай улдары [нәҫел бауҙарын айырым-айырым бирәбеҙ]:
1. Солтанғужа Бабай улы;
2. Ғаббас Бабай улы;
3. Мүһәш Бабай улы;
4. Өмбәт-абыҙ Бабай улы;
5. Бикбирҙе Бабай улы.
Ошо бишәүҙең нәҫел бауҙары айырым-айырым:
1. Солтанғужа Бабай улы, уның улдары:
*Төлкөбай Солтанғужа улы, уның улы Ишдәүләт, уның улы Ишбулат, уның улдары: Сәмиғулла (уның улы Сәйфулла), Фатхулла, уның улы Мөхәммәт;
*Балаян Солтанғужа улы;
*Балапан Солтанғужа улы, уның улдары: Шәһәрғази, Бәшир, уның улдары: Ғабдулла, Әхмәт;
*Ҡараян Солтанғужа улы, уның улдары: Миңлеғужа, Сәйфетдин, Мифтах, Ҡарағужа;
*Ужнаҡ Солтанғужа улы, уның улдары: Сәфәрғәли, Муса, Ғәлим, Мөхәмәдин.
2. Ғаббас Бабай улы, уның улдары: Урал, Аҡбал, Нурмөхәмәт (Нурай) Ғаббас улы, уның улдары:
*Йәнйегет Нурмөхәмәт улы, уның улдары: Садиҡ, Латиф, Аҡмәхмәд;
*Иралы Нурмөхәмәт улы, уның улы Мөхәмәтдин, уның улдары: Бүребай, Яҡшыбай, Бикаш;
*Егетбай Нурмөхәмәт улы, уның улдары: Вахит, Ғабдулла, Мөьмин;
*Дауытбай Нурмөхәмәт улы, уның улдары: Ғабдулғази, Ғабдулғәфәр.
3. Мүһәш Бабай улы, уның улдары:
*Әхмәр Мүһәш улы, уның улы Зөлҡәрнәй, уның улы Һөләймән, уның улы Ғәбделхалиҡ, уның улы Йомағужа, уның улы Исмәғил;
*Аҡғусҡар Мүһәш улы, уның улы Ҡарабулат, уның улдары:
**Мөҡәй (Мөхәмәтғәли) Ҡарабулат улы, уның улдары: Сафа, Мостафа, Сәйфулла;
**Муллағәлләм (Муллаҡай) Ҡарабулат улы;
**Хәмит Ҡарабулат улы, уның улдары: Хәмиҙулла, Суфиян, Мулла (уның улдары: Айса, Рәхим, Ғалимйән), Шакирйән, уның улдары: Сәлимйән, Ҡорман, Шәрифйән.
4. Өмбәт-абыҙ Бабай улы, уның улдары:
а) Этбай Өмбәт-абыҙ улы [Этбай-Үрге Ырыҫҡол ауылын нигеҙләүсе], уның улы Бохарбай Этбай улы, уның нәҫеле:
*Янмырҙа Бохарбай улы, уның улы Йәнтимер, уның улдары: Мустаҡ (уның улы Яхъя), Хөснетдин, уның улдары: Рамаҙан, Вәлитдин, Низам;
*Ҡарамырҙа Бохарбай улы, уның улы Йәнтүрә-батыр (өҫтәлгән: “1812 – 14 й.й. француз яуында ҡатнашсы” [матбуғат баҫмаларынан “Йәнтүрә хикәйәте” билдәле]);
б) Дәүләтбай Өмбәт-абыҙ улы, уның нәҫеле: Вәли, Ҡаламан, Аралбай, Ғөбәйдулла, Ансар, Сәләмәт, Рәхмәтулла, Ҡулбай (өҫтәлгән: “Ҡулбаевтар – Аҡъяр ауылы”), Ҡулбай улы Салих, уның улы Ҡотлоғужа, уның улы Муса, уның улдары: Данияр, Әҙһәм, Насирйән, Хәким, уның улдары: Салихйән, Сәлимйән, Ғәзизйән, Хәмитйән, Йәҙгәр.
5. Бикбирҙе Бабай улы, уның нәҫеле:
*Күсәк Бикбирҙе улы;
*Баҡтыбай Бикбирҙе улы, уның улдары:
**Юлдашбай Баҡтыбай улы, уның улы Әлмөхәмәт, уның улдары: Байғужа, Ғабдулла, Һибәтулла, Солтан, Ҡотло, Ғәлиәхмәт;
**Ғәбделкәрим Баҡтыбай улы, уның улдары: Мөхәмәтйәр [Мөхәмәтйәр (Серекәй) ауылын нигеҙләүсе?], Мөхәмәтбаҡый;
**Ғәбделмөьмин Баҡтыбай улы (өҫтәлгән: “Аҡъяр”), уның улдары: Ишем (уның улдары: Солтан, Мырҙаҡай (Мырҙаҡай улы Йосоп, Йосоп улы Төркмән), Ғәбделғариф, уның улы Ғәбидулла, уның улдары: Ғабдулла, Мостафа, Сәлимйән, Сәйфулла.
Өҫтә бирелгән рим һаны бау баштарына күсәбеҙ:
II.14. Ялбаҡсал Үҫәргән улының нәҫел бауы:
*Сыуаш Ялбаҡсал улы, уның улы Сураш-би (өҫтәлгән: “Сураштан йәйелгән ауылдар: Юлдаш, Мырҙабулат, Әселе тамағындағы өс ауыл, Буранғол ауылы һәм ике Үрген ауылы һ.б.”);
*Килъяҡшы Ялбаҡсал улы, уның нәҫеле:
**Туғус Килъяҡшы улы;
**Ситекәй Килъяҡшы улы;
**Туҡтағол Килъяҡшы улы, уның улы Илмәмбәт Туҡтағол улы, уның улдары:
***Бутҫыҡ Илмәмбәт улы;
***Юнай Илмәмбәт улы [Юнай ауылын нигеҙләүсе?];
***Атанғол Илмәмбәт улы, уның нәҫеле: Күстән Атанғол улы (өҫтәлгән: “Күстәндән йәйелгән халыҡты “Асҡаҡтар” таифәһе тиҙәр – Аҡбулат, Тләүғол, Байдәүләт, Ғәли, Бишәй-түбә ауылдары. Яманһары, Дәүләтҡол, Манайыутау (Сусаин-түбә) – по семи волостям. Күҙекәле, Асҡар, Ишбулды, Райман, Мораҡ, Ҡашҡар, Солтанғол, Иләү – Үҫәргән волосы, Айыу-түбә. Аҫҡаҡлар: Бикбау, Ырыҫбай, Абыҙар, Аҡсура, Аҡташ, Байғаҙы ауылдары вә ғәйреләр (һ.б.) – Ишморат, Мәмбәтәй, Ҡансура, Әбеш, Хәлил, Сурай, Ишҡол, Ниязғол, Бикбирҙе, Ибраһим, Ғүмәр, Утраҡ, Абзан”); Күстән улдары: Тимер, Исхаҡ, Бабай, Ташбулат.
Үҫәргән-бабаның өсөнсө улына күсәбеҙ:
III.14. Байғужа Үҫәргән улы, уның нәҫел бауы: Ҡаҙаҡбай Байғужа улы, уның улы Ҡаржау Ҡаҙаҡбай улы, уның улы Ишбирҙе Ҡаржау улы, уның улы Ҡотлоҡәдәм Ишбирҙе улы, уның улы Төрки Ҡотлоҡәдәм улы, уның улы Ильяс Төрки улы, уның улдары:
И.1. Биксәнбәт Ильяс улы, уның улдары:
*Әбтекәй Биксәнбәт улы;
*Баулыҡ Биксәнбәт улы;
*Туҡлыҡ Биксәнбәт улы, уның улы Рамаҙан, уның улы Зәйнулла, уның улдары: Ғәйнулла, Хәбибулла;
И.2. Рәхмәтулла Ильяс улы, уның улы Байсыуаҡ, уның улдары: Камалетдин, Сәхәүетдин, Тахия, Йомағол, Иманғол, Мөхәмәтйән, Яппар, Мөхәмәтғәли, Баһауетдин;
И.3. Ҡунаҡас Ильяс улы, уның улдары:
*Исмәғил Ҡунаҡас улы, уның улдары: Бикмөхәмәт, Биккинә, Исхаҡ, Әхмәҙулла;
*Дәүләтҡол Ҡунаҡас улы, уның улы Мифтах-хәҙрәт, уның улдары: Мисбах, Ғабдулғәлим;
И.4. Рәхмәтулла Ильяс улы (өҫтәлгән: “Турат ауылы, айыулар”), уның улы Әхмәҙулла Рәхмәтулла улы, уның улы:
Ә.1. Ишмөхәмәт Әхмәҙулла улы, уның нәҫеле:
*Шәмсетдин Ишмөхәмәт улы, уның улдары:
**Имаметдин Шәмсетдин улы;
**Әхмәҙи Шәмсетдин улы, уның улы Әүхәҙи;
**Нурислам Шәмсетдин улы, уның улдары: Динислам, Мушукир;
*Баһауетдин Ишмөхәмәт улы, уның улы Нуретдин, уның улы Марат, уның улы Риф;
*Бәҙретдин Ишмөхәмәт улы, уның улдары:
**Кәрим Бәҙретдин улы;
**Мөким Бәҙретдин улы, уның улдары: Айрат, Салауат;
**Мөхетдин Бәҙретдин улы;
**Нәркис Бәҙретдин улы, уның улдары: Ҡыуат, Марат;
Ә.2. Солтанәхмәт Әхмәдулла улы, уның улы Файыл;
Ә.3. Баймөхәмәт Әхмәдулла улы, уның улы Баҡый;
Ә.4. Күсмөхәмәт Әхмәдулла улы, уның улдары:
*Тажһөлөк Күсмөхәмәт улы, уның улы Ильяс, уның улы Шаһибал;
*Идрис Күсмөхәмәт улы, уның улдары: Ҡотдос, Рамаҙан;
И.5. Шәрип Ильяс улы, уның улдары:
*Мөхәмәтғәли Шәрип улы;
*Кәрим Шәрип улы, уның улдары: Әбделғәфәр, Мантаф, уның улы Әйүп, уның улы Ибраһим.
Артабан бирелә Үҫәргән ырыуының туғыҙынсы быуынынан дауамланған Түңгәүер бауы:
9. Тимерҡабыҡ-би (Тимер) Арбан улы (өҫтәлгән: “Бораҡ хан заманы [йәғни 1422 – 27 й.й. Ҡушаматтары] Ҡуңғырат, Түңгәүер, Таңғауыр, Дүңгәүер. Ҡайһы исеме дөрөҫтөр? Асыҡлап белеүсе юҡ. Тимер [Тимерҡотло] – Түңгәүерҙең батыры булһа кәрәк. Түңгәүерҙең батыры Тимерҡотло – юлда бер батыр, тигән ғәйрәт ныҡлығы, хан хәбәрен ишеткәс, туҡтап тормай, йөҙ иллеләп бәһлеүәнен алып юлға сыҡты”). – 10. Ҡаратөлкө Түңгәүер улы (өҫтәлгән: “Дөрөҫөндә ул Хаҡҡулы исемле булған. Тик, ҡара төлкө тотҡас, уға ләҡәп-исем биргәндәр, тиҙәр”). Уның улдары:
I. Мөлкаман.
Юламан (нәҫеле юҡ).
II. Иламан.
Ике уландың нәҫел бауҙарын айырым-айырым бирәбеҙ:
I. Мөлкаман Ҡаратөлкө улы, уның улдары: Шикаман Мөлкаман улы, Ҡалҡаман Шикаман улы.
II. Иламан Ҡаратөлкө улы, уның улы Күстән Иламан улы, уның улдары:
*Туҡбай Күстән улы;
*Туҡһары Күстән улы;
*Һарыса Күстән улы;
*Янбараҡ Күстән улы;
*Булансы Күстән улы, уның улы Бүкәт (өҫтәлгән: “Ғүмәр ауылдары”), уның улдары):
Б.1. Юлай Бүкәт улы (нәҫелһеҙ);
Б.2. Ҡотош Бүкәт улы, уның улдары:
*Аҡтыҡужа Ҡотош улы, уның улы Йәйләү, уның улы Йәнтүрә, уның улы Абдулҡадир, уның улы Зәйнулла, уның улы Рәхимйән;
*Аҡбирҙе Ҡотош улы, уның улы Тулынбай, уның улдары:
**Байтимер Тулунбай улы, уның улдары: Байтүрә, Абнасир, Маннан, Баймырҙа, уның улы Ҡотлоғужа, уның улдары: Кәлимулла, Сәйфулла-Тартай, уның улы Аллабирҙе, уның улдары:
***Шаһимәрҙән Аллабирҙе улы;
***Рамаҙан Аллабирҙе улы, уның улы Шаһишәриф;
***Ҡотләхмәт Аллабирҙе улы, уның улы Шәрип, уның улы Мәһәҙи, уның улдары: Мөхәммәт (уның улы Әкрәм), Сәғди, уның улы Зәки;
Б.3. Һабай Бүкәт улы, уның улы Теләү, уның улы Туҡһанбай, уның улдары:
*Һикһәнбай Туҡһанбай улы, уның улдары: Ҡаҙаҡбай, Ғүмәр, уның улы Рәхмәтулла, уның улы Әхмәдулла, уның улдары: Ишмөхәмәт, Дусмөхә­мәт, Баймөхәмәт, Солтанәхмәт;
*Бүкәнбай Туҡһанбай улы, уның улдары:
**Әлибай Бүкәнбай улы, уның улы Хәким, уның улдары: Сәғит, Мәсғүт;
**Ғәбдрәшит Бүкәнбай улы, уның улы Бәғәҙәт, уның улдары: Рауил, Мәһәҙи;
*Бикбай Туҡһанбай улы, уны

Сығыу ваҡыты 19-04-2011, 10:12 | Ҡаранылар: 3065
|
  • Аҡыллы батша
  • ИЛ УЛДАРЫ МЕНӘН ДАНЛЫҠЛЫ
  • Ҡартлыҡ
  • Бөйөк шәжәрәләребеҙҙең береһе
  • «Ҡулдарығыҙҙағы сөйәл күп нәмә тураһында һөйләй»
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • “Уның үлемен теләп йәшәнем...”
  • Еҙнәм инең (хикәйә)
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Мин һәр саҡ табип хатаһы ебәреүҙән ҡурҡа инем...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (10.11.2017)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (17.11.2017)
  • Ләйсән Ҡаразбаева хәбәр итә:
  • Татлы һөйөүҙән кем туйған?
  • ҺАБАҠ (хикәйә)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (24.11.2017)



  • Радио Юлдаш FM