НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Выборы 2018 Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » Туған телдәргә тағы һөжүм...

Туған телдәргә тағы һөжүм...


Татарстан Дәүләт Советы депутаттары, ЛДПР фирҡәһе ағзаларының милли телдәрҙе уҡытыуҙы тыйыу тураһындағы ҡануниәт инициативаһын экстремистик һәм провокацион, тип иҫәпләй («Коммерсантъ» гәзите яҙыуынса).
Үрҙәге партия «РФ халыҡтары телдәре тураһында» РФ законының – 10-сы һәм «Мәғариф тураһында» закондың 6-сы статьяһына үҙгәрештәр индерергә тәҡдим иткәйне. Әлеге лә баяғы Жириновский, уның фирҡәләштәре Игорь Лебедев, Сергей Иванов, Максим Рохмистров Рәсәйҙә йәшәүсе халыҡтарҙың телдәрен туған тел булараҡ ҡына мотлаҡ уҡытырға кәңәш итә, йәғни милли республикаларҙа дәүләт теле булараҡ өйрәнелергә тейеш түгел, тигәнде күҙ уңында тоталар. Татарстан Дәүләт Советы депутаты Рәзил Вәлиев әйтеүенсә, Рәсәй Конституцияһына ярашлы, милли республикалар үҙ дәүләт телен булдыра ала, ә «Мәғариф тураһында»ғы закон федерация субъект­тары ҡануниәтендә ҡаралғанса, туған телде өйрәнеүҙе көйләргә мөмкинлек бирә. Шунлыҡтан Татарстандың был законында, рус теле менән бер рәттән, татар теле дәүләт теле булараҡ тигеҙ хоҡуҡта уҡытыла, тип яҙылған.
«Татарҙар рус телен белә, ә ниңә рустар татар телен белмәҫкә тейеш?» – тип аптырай дөйөм татар ижтимағи үҙәгенең почетлы президенты Юныс Камалетдинов. Шул уҡ ваҡытта Ҡаҙанда татар телен мәжбүри уҡытыуға ҡаршылыҡ күрһәтеүсе пикеттар үтеп тора. Әйткәндәй, беҙҙең республикала ла башҡорт телен өйрәнеүгә ҡаршы сығыусылар әленән-әле «өрөп» ала. Яңыраҡ шундай маҡсатта үткәрелгән митингыла ҡатнашыусылар, Башҡортостандағы милли сәйәсәт бер генә милләтте – башҡорттарҙы һаҡлауға һәм нығытыуға ҡорол­ған, тип хәбәр һалды. Йәнәһе лә, башҡа милләттәр, башлыса, рустар һәм рус теллеләрҙең, ихтыяждары ҡәнәғәтләндерелмәй. Был ифрат та мәғәнәһеҙ сығыш һәм дөрөҫлөккә һис тә тап килмәй. Бәлки, бындай һүҙҙәрҙе мәңгегә туҡтатыу өсөн бер генә талап етер: милли республикаларҙа юғары вазифаларға тик урындағы дәүләт телдәрен белгәндәрҙе генә алырға!

А. ЗИННУРОВА.

Сығыу ваҡыты 19-04-2011, 10:07 | Ҡаранылар: 1704
|
  • Башҡорт телен уҡытыу нисек ҡуйылған?
  • Закон бәхәскә урын ҡалдырмай
  • Аралашыу теле яҡшы, туған тел тағы ла яҡшыраҡ
  • Милли-төбәк компонентын яҡлау – йәмәғәтселектең бурысы
  • БР Президенты Рөстәм Хәмитов: «Башҡортостанда башҡорт теле һәр саҡ өйрәнеләсәк!»
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


    Борьба с коррупцией

    [/aviable]

  • Ҡолаҡ һал!
  • Организм нимә хаҡында иҫкәртә?
  • Монафиҡ (Хикәйә)
  • Тыуған ауылына рәхмәтле йырсы
  • Оҙаҡ йәшәүҙең туғыҙ сере
  • Үткәндәргә илаулап, бөгөнгөһөн юғалта күрмәгеҙ
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (3.08.2018)
  • Вниманию зарегестрированнх кандидатов, избирательных объединений, на выборах депутатов Государственного Собрания – Курултая Республики Башкортостан шестого созыва
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (20.07.2018)
  • Ҡартлыҡ бәхеттәре кемгә насип?



  • Радио Юлдаш FM