НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » Айлыҡ тамам, эш дауам итә

Айлыҡ тамам, эш дауам итә


«Газ-Сервис» асыҡ акционер­ҙар йәмғиәтенең бойороғона ярашлы, йәмғиәт филиалы – «Центргаз» ағымдағы йылдың 1 мартынан 31 мартына ҡәҙәр газ менән хәүефһеҙ файҙаланыу айлығы үткәрҙе. Был мөһим сара газ ҡорамалдары менән хәүефһеҙ файҙаланыу, халыҡ газ менән файҙаланғанда коммуналь-көнкүреш объекттарында, сәнәғәт һәм ауыл хужалығы предприятиеларында газ ҡулланғанда авария һәм бәхетһеҙлек осраҡтарын булдырмау маҡсатында һәм ойоштороу-техник саралар планына ярашлы ғәмәлгә ашырыла.

Тәүҙә предприятиеның газ хеҙмәте урынлашҡан райондар, муниципаль берәмектәр етәкселәре менән берлектә айлыҡты үткәреү буйынса күрһәтмәләр әҙерләнде һәм уға ведомство етәкселәре мотлаҡ йәлеп ителде. Айлыҡ саралары планына ярашлы, район эксплуатация хеҙмәттәре начальниктары йорттарҙағы газ йыһаздарын хеҙмәтләндереү буйынса слесарҙар менән уҡыуҙар үткәрҙе. Занятиеларҙа абоненттарға газ менән хәүефһеҙ файҙаланыу буйынса инструктаж үткәреү тәртибе һәм алымдары, йорттарҙағы газ йыһаздарын техник хеҙмәтләндереүгә абоненттар менән килешеүҙәр төҙөү йәһәтенән белемдәр яңыртылды. Йорттарҙағы газ йыһаздарын хеҙмәтләндереү службаһы райондарҙағы газ хеҙмәттәре менән берлектә ағымдағы йылдың ғинуар – февраль айҙарында газ менән тәьмин итеү туҡтатылған фатирҙарҙы тикшерҙе. Имен булмаған ғаиләләр, шулай уҡ, даими опекунһыҙ йәшәүсе физик мөмкинлектәре сикле граждандарҙың йорт һәм фатирҙары айырым контролгә алынды. «Центргаз» филиалы автомобилдәрендәге газ баллондары йыһаздарының төҙөклөгө һәм дөрөҫ файҙаланылыуы тикшерелде.
Филиалда хеҙмәтте һаҡлау ҡағиҙәләре үтәлешенә талаптар айырыуса юғары. Был осорҙа производство ҡорамалдары менән эш итеүгә, производство биналарында эш ҡағиҙәләрен теүәл үтәүгә, индивидуаль һаҡланыу сараларын дөрөҫ файҙаланыуға тағы ла етдиерәк иғтибар йүнәлтелде. Үҙәк авария-диспетчерлыҡ хеҙмәте бригадалары менән газ үткәргестәрҙә барлыҡҡа килеү ихтималлығы булған аварияларҙы локализациялау һәм бөтөрөү буйынса пландан тыш контроль-күнегеү күнекмәләре ойошторолдо. Авария-диспетчерлыҡ хеҙмәтенең маршрут карталары ер аҫты газ үткәргестәр хеҙмәтенең маршрут карталары менән сағыштырып тикшерелде. Район эксплуатация хеҙмәттәре етәкселәре торлаҡ йорттарҙа, коммуналь-көнкүреш объекттарында, ер аҫты газ үткәргестәрендә һәм уларҙың ҡорамалдарында газ йыһаздарын техник хеҙмәтләндереүҙең сифатын барланы.
Район, ҡала хакимиәттәрендә газдан дөрөҫ файҙаланыу, газ үткәргестәргә яҡын урындарҙа ер эштәрен дөрөҫ башҡарыу ҡағиҙәләрен үтәү буйынса төҙөлөш-монтаж ойошмалары, идара итеүсе компаниялар хеҙмәткәрҙәре менән кәңәшмәләр үтте. Ер аҫты газ үткәргестәренә 50 метр радиуста урынлашҡан күп фатирлы йорттар­ҙың подвалдарында контроль торбалар урынлаштырыу һәм газ үткәргестәрҙең һаҡлыҡ зоналарында гараждар булыуына һәм хужалыҡ төҙөлөштәренә юл ҡуймау өсөн хакимиәттәргә һәм йорт хужаларына иҫкәртеү ҡағыҙҙары тапшырылды. Шулай уҡ газ һәм газ ҡорамалдары менән хәүефһеҙ файҙаланыу буйынса халыҡҡа хәтернамәләр әҙерләп таратылды. Шундай уҡ маҡсатта мәктәптәргә, дауаханаларға, мәҙәниәт йорттарына таратыу өсөн биҙәкле плакаттар, ручкалар, балалар өсөн блокноттар эшләтелде. «Ар­хангельский вестник», «Благо­варские вести», «Панорама», «Иглинские вести», «Трудовая слава», «Авангард», «Красный ключ», «Родник» гәзиттәрендә газ менән хәүефһеҙ файҙаланыуҙы пропагандалаған мәҡәләләр донъя күрҙе. Шишмә һәм Благовар район телевидениеларында газ хәүефһеҙлеге хаҡында видеороликтар күрһәтелде. «Спутник FM» радиоһы буйынса тапшырыуҙар ҙа ошо маҡсатҡа йүнәлтелде. Мәктәп һәм һөнәрселек училищеларында уҡыусылар менән үткәрелгән саралар ҙа һөҙөмтәле булды. Газ хеҙмәте хеҙмәткәрҙәре уларҙа баллонлы газ менән дөрөҫ файҙаланыу, янғын­дар­ҙы булдырмау сараһын күреү, хәүефле осраҡтарҙа юғалып ҡалмау буйынса күнекмәләр, викториналар үткәрҙе. Викто­рина­ларҙа еңеүселәргә приздар тапшырылды.
Нуриман районының Красная Горка һәм Павловка интернат-мәктәбендә филиал хеҙмәткәрҙәренең балалар менән осрашыуҙары айырыуса йөкмәткеле булды. Осрашыуҙа балаларҙың рәсем конкурсында еңеүселәр бүләкләнде.
«Беҙ газ тураһында ниҙәр беләбеҙ?» тигән темаға балаларҙың рәсем конкурсын ойоштороу йәш быуынды эстетик тәрбиәләүгә, корпоратив мөнәсәбәттәр урынлаштырыуға, уларҙың ижади мөмкинлеген үҫтереүгә булышлыҡ итә.
Айлыҡ барышында «Центргаз»­дың газ хужалығын яҙғы ташҡын осоронда эшләүгә әҙерләү саралары ла ғәмәлгә ашырылды. Атап әйткәндә, газ көйләү пункттарының техник торошо, производство биналары тикшерелде, объект биналарының ҡыйыҡтары ҡарҙан таҙартылды, транспорт сараларының әҙерлеге ҡаралды; газ приборҙарын, газ һәм вентиляция каналдарын ҡарау һәм төҙөк тотоу буйынса йорт хужаларына, коммуналь-көнкүреш һәм сәнәғәт предприятиелары етәкселәренә ҡәтғи талаптар ҡуйылды.
Йомғаҡлап әйткәндә, газ менән хәүефһеҙ файҙаланыу айлығы барышында үткән һәр сара йәшәйешебеҙҙе уңайлы һәм имен итәсәк.

Ғәлиә САБИРОВА.

Сығыу ваҡыты 5-04-2011, 10:12 | Ҡаранылар: 1601
|
  • Тармаҡҡа ла, халыҡҡа ла файҙалы булһын
  • Күп фатирлы йорттар менән идара итеү еңелләшәсәк
  • Баллонлы газ – уңайлы һәм мобиль булыуы менән бер рәттән, хәүеф сығанағы ла!
  • Һеҙҙәң хәүефһеҙлек- һеҙҙең ҡулда!
  • Ҡулланыуҙа уңайлы һәм хәүефһеҙ булһын өсөн
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • “Уның үлемен теләп йәшәнем...”
  • Еҙнәм инең (хикәйә)
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (10.11.2017)
  • Мин һәр саҡ табип хатаһы ебәреүҙән ҡурҡа инем...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (17.11.2017)
  • Ләйсән Ҡаразбаева хәбәр итә:
  • Татлы һөйөүҙән кем туйған?
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (24.11.2017)
  • Имен хеҙмәт итеп ҡайт, Илгиз!



  • Радио Юлдаш FM