НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » Был аҙнала беҙҙе...

Был аҙнала беҙҙе...


Ҡайғыртты...
Был аҙнала беҙҙе...Бер ваҡытта ла ҡартаймаҫтай тойол­ған, Рәсәй киноһы легендаһы булған СССР-ҙың халыҡ артисткаһы Людмила Гурченконың яҡты донъяны таш­лап китеүе халыҡты ҡайғыға һалды. Оригиналь, ҡабатланмаҫ ролдәре, йырҙары менән халыҡ күңелен яулаған Людмила Гурченко, һуңғы көндәрҙә ҡаты ауырыһа ла, һуңғы һулышына тиклем сәнғәткә хеҙмәт итте.

Ҡыуандырҙы...
«Ростуризм» Мысырҙа ял итергә теләүселәргә рөхсәт бирҙе. 1 ап­релдән илебеҙҙең теләгән бер гражданы Ҡыҙыл диңгеҙгә барып ял итеү мөмкинлегенә эйә.
«Ростуризм» туристарҙы Мысыр­ҙа иғтибарлы булырға, илдең курорт зонаһына инмәгән башҡа райондарына экскурсияларға барыуҙан тыйылып торорға саҡыра.

Хәүефләндерҙе...
Японияның тәбиғәт һәләкәтенә эләккән атом станцияһында эшләүсе кешеләрҙең береһе лә тиерлек журналистар менән аралашмай. Шулай ҙа Америка журналистары халыҡ араһында «камикадзе», «ядро са­мурай­ҙары» тип йөрөтөлгән кешеләрҙең бе­реһенең әсәһе менән бәйләнешкә сыға алған.
Белгестәр фекеренсә, атом станцияһында булған фажиғә 100 йыл буйына Япо­нияның иң ауыртҡан урыны булып торасаҡ.

Өмөтләндерҙе...
Рәсәйҙең Энергетика министрлығы нефть һәм уның продукцияһын эшкәртеү, транспортировкалауға ҡағылған яңы закон проекты әҙер­ләне. Был закон ҡабул ителгән осраҡта, хөкүмәт нефткә хаҡты үҙе көйләйәсәк.
Һүҙ нефткә хаҡ бер ай эсендә 30 проценттан да ар­тығыраҡҡа күтәрелгән осраҡ хаҡында бара. Ғөмүмән, министрлыҡ нефткә хаҡтарҙың нигеҙһеҙ рәүештә артыуын, уның законһыҙ һатылыуын ныҡлы контролгә алмаҡсы.

Сығыу ваҡыты 2-04-2011, 12:15 | Ҡаранылар: 1591
|
  • Тәре походы ҡабатлана?!
  • Был аҙнала беҙҙе...
  • Ҡайҙа ял итергә?
  • Ер тетрәүме, әллә йәшерен ядро һынауымы?
  • Донъя яңылыҡтары
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Еҙем-Ҡарандарға оят!
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Маринадланған кәбеҫтә
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM