НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » Башҡорт аты-тормош ҡото

Башҡорт аты-тормош ҡото


Башҡорт халҡының тарихы, ғөмүмән, йәшәйеше ат менән айырылғыһыҙ бәйләнгән. Ат кешене борон-борондан ту­йын­­дырған, кейендергән, яуҙарҙа һаҡлаған. Ә инде бөгөнгө көндә йылҡысылыҡты үҫтереүгә ихтыяж бермә-бер үҫә. Әлеге ваҡытта Башҡортостан аттар һаны буйынса Рәсәйҙең башҡа төбәктәре араһында беренсе урынды алып тора. Тоҡомло аттар үрсетеү, йылҡы ите, ҡымыҙ етештереү агросәнәғәт комплексының өҫтөнлөклө йүнәлештәренең береһенә әүерелде. Әйтәйек, 2006 – 2009 йылдарҙа аттар һаны ун процентҡа артҡан һәм ағымдағы йыл башына уларҙың һаны 136,9 мең баш иҫәпләнә. Былтыр республика буйынса 22398 центнер ҡымыҙ етештерелгән. 2009 йыл менән сағыштырғанда, йылҡы ите етештереү 4,7 процентҡа артҡан.
«Өфө» дәүләт завод ат һарайы дәүләт учреждениеһы республикала йылҡысылыҡ өлкәһендә өлгәшкән уңыштарҙа әһәмиәтле урын биләй. Уның төп эшмәкәрлеге аттар һанын арттырыуға, уларҙың тоҡом сифатын яҡшыртыуға, продуктлы йылҡысылыҡҡа ирешеү маҡсатына йүнәлтелгән. Ул йылҡысылыҡ менән шөғөлләнеүсе хужалыҡтарға методик һәм практик ярҙам күрһәтеү үҙәге лә.
Башҡорт аты хаҡлы рәүештә иғтибар үҙәгендә тора. Халыҡтың үҙенсәлекле селекцияһы һәм ҡырыҫ тәбиғи шарттарҙа һайланыш һөҙөмтәһендә быуаттар төпкөлөнән беҙҙең көнгәсә килеп еткән тоҡом ул. Башҡорт аттары юғары үрсем, күп һөт һәм ит биреү, ифрат ҙур эш һәләтенә эйә. Улар шулай уҡ талымһыҙ, сыҙамлы, йыл әйләнәһенә көтөүлектә йөрөп тә үҙен туйындыра ала. Был тоҡом аттар иҡтисади яҡтан бик файҙалы. Һауыу осоронда 4 – 8 килограмм, айырым бейәләр 15 – 18 килограмға тиклем һөт бирә. Ә ит сығышы 50 – 54 процент тәшкил итә.
«Өфө» дәүләт завод ат һарайы белгестәре башҡорт атының ҡиммәтле тоҡом генофондын һаҡлап, уның ареалын киңәйтеү хәстәрлеген күрә. Әлегә был тоҡом аттарҙың 70 проценты Көньяҡ Урал төбәгендә аҫрала. Киләсәктә уларҙы республиканың башҡа райондарында ла интенсив үрсетеү бурысы ҡуйыла. Был маҡсатта нәҫел айғырҙары хужалыҡтарға ҡуртымға бирелә. Белгестәр аттар­ҙы тамғалау, бонитировкалау, тоҡом сифатын билдәләү һәм малдарҙы тренинг һәм һынау, шулай уҡ реализациялау өсөн һайлап алыу кеүек мөһим сараларҙы ғәмәлгә ашыра, хужалыҡтарҙа нәҫел репродукторҙарын һәм ҡымыҙ фермаларын ойошторорға ярҙам итә. Һарай ат аҫраусыларҙы үҙендә эшләнгән сбруй-ылау кәрәк-яраҡтары менән дә тәьмин итә.
Бөгөн республикала өс ат заводы һәм төрлө тоҡомдар буйынса һигеҙ нәҫел репродукторы эшмәкәрлек алып бара. Уларҙа башҡорт аты, урыҫ һәм Орел юртағы, йөк аттары кеүек тоҡомдар үрсетелә.
«Өфө» дәүләт завод ат һарайында төрлө тоҡомло йөҙ нәҫел айғыры аҫрала. Үткән йылда ғына тоҡом нигеҙен нығытыу өсөн ете нәҫел айғыры һәм ике бейә ҡайтартҡандар. Бында производство күрһәткестәре йылдан-йыл үҫә. Һуңғы дүрт йылда аттар һаны һәм ҡымыҙ етештереү өс тапҡырға артҡан. Мишкә районында филиал асылған, үҙ средстволары менән аттарҙы аҫрау өсөн бина төҙөткәндәр. Унда 60 баш ат аҫрала. Артабан филиалда башҡорт тоҡомло аттар үрсетеү өсөн нәҫел репродукторы булдырыу, ҡымыҙ цехы асыу билдәләнгән. Филиал республиканың төньяҡ төбәгендәге хужалыҡтар­ҙы тоҡомло йылҡы малы менән тәьмин итеүҙә әһәмиәтле роль уйнай.
«Өфө» дәүләт завод ат һарайы дәүләт учреждениеһы үҙ эшмәкәрлеген республика хөкүмәтенең һәм Ауыл хужалығы министрлығының эҙмә-эҙлекле ярҙамында һәм Башҡортостан ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү институты ғалимдары менән берлектә алып бара. Мәғлүм булыуынса, «Республикала 2012 – 2016 йылдарға тоҡомло йылҡысылыҡты үҫтереү» программаһы эшләнгән. Әйткәндәй, башҡорт ҡымыҙын бренд булараҡ раҫлауға рәсми документация әҙер, һөҙөмтәһе лә оҙаҡ көттөрмәҫ. Һәр хәлдә, башҡорт аттарының, башҡорт ҡымыҙының даны, республика сиктәрен үтеп, донъя баҙарын яулаясаҡ, тигән ышаныс бар.
– Беҙ шундай маҡсат ҡуйып эшләйбеҙ, тармаҡҡа заманса иҡтисади мөнәсәбәтте көсәйтеп, тоҡомло йылҡысылыҡты үҫтереүгә яңы мөмкинлектәр асыуға һәм юғары продуктлы йылҡысылыҡты донъя кимәленә күтәреүгә булышлыҡ итәсәкбеҙ, быға республикала бөтә шарттар бар, – ти «Өфө» дәүләт завод ат һарайы дәүләт учреждениеһы директоры Николай Штенцев.

Гөлнара ҒӘЛИМОВА.

Сығыу ваҡыты 22-03-2011, 11:17 | Ҡаранылар: 3993
|
  • Йылҡысылыҡҡа – 7 миллион
  • Ат ҡәҙерен белмәгән Юлда илай ултырыр...
  • «Халҡыбыҙ кеүек талымһыҙ ул башҡорт аты»
  • «Урал аръяғын үҫтереүгә фәнни нигеҙләнгән ҡараш кәрәк»
  • Тоҡомло малда өмөт бар
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Ау-у, марал!
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Маринадланған кәбеҫтә
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM