НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » Балаңа ололап ҡара

Балаңа ололап ҡара


Йәш йөрәктәрҙең дәрте, өмөтө, һүнмәҫ хыялы булып донъяға килә сабый бала. Кескәй булһа ла, уның күңеленә бөтөн донъя һыя. Дәрәжәһе оло: ул бит – һөйөү бүләге, мөхәббәт емеше.
Балаһына ошолай ҙурлап ҡараған йәш ата-әсәләр ота: бындай сабыйҙар киләсәктә көслө ихтыярлы, зирәк аҡыл эйәләре булып үҫә. «Аҡбуҙат» журналы – тап ана шундай ғаиләләрҙең тоғро дуҫы һәм кәңәшсеһе. Егерме йыл инде ул балаларҙың күңел һағында тора, рухтарын нығыта. Ҡайһы берҙә атай-әсәй күреп етмәгән аҡылды бирә, халҡыбыҙ тарихына һәм теленә ихтирам тәрбиәләй.
Хөрмәтле атай-әсәйҙәр! «Аҡбуҙат»тың егерме йәше – уртаҡ шатлығыбыҙ ул. Байрам ҡотло булһын, артабан да бергә ҡалайыҡ!

Тамара ЮЛДАШЕВА,
«Аҡбуҙат» журналының баш мөхәррире
.

Толпар атым

«Аҡбуҙат»ым толпар атым,
Килә ул осоп.
Балаларҙы ҡыуандырып,
Илемде ҡосоп.
Эльвира АҠҠУЖИНА.
Хәйбулла районы,
Аҡъяр ауылы.


«Аҡбуҙат»ҡа теләктәр

«Аҡбуҙат»ым, пар ҡанатың
Һис ваҡытта талмаһын!
Өйҙән-өйгә, күңелдәргә
Ҡыуаныстар юллаһын!

Диана АРЫҪЛАНОВА.
Күмертау ҡалаһы.

Шәп журнал

«Аҡбуҙат»ым килеп етте –
Ҡәҙерле, матур баҫмам.
Һәр битен асып ҡарап, мин
«Шәп журнал!» – тиеп ҡалам.

Фәйрүзә СӘФӘРОВА.
Көйөргәҙе районы,
Илкәнәй ауылы.

Сыйырсыҡ

Ағайым менән яһаныҡ
Бәләкәй генә бер өй.
Уны ҡаҡтыҡ ҙур ағасҡа,
Көйләй-көйләй матур көй.
Иртән тороп ул һайраһын,
Ҡаға-ҡаға ҡанатын.
Яҙ биҙәге бит сыйырсыҡ:
Өйөн ул да яратһын!

Рәсилә ҒАРИПОВА.
Учалы районы,
Ураҙ лицейы.

Һеңлем

Минең шаян һеңлем бар,
Ярата ул уйнарға.
Ҡуяны менән бергә
Ята хатта йоҡларға.

Был ҡуян – миңә бүләк,
Ә мин бирҙем һеңлемә.
Уйынсыҡтарын һаҡлап
Тота һеңлем гел генә.

Зөлхизә ХӘМЗИНА,
Белорет ҡалаһының Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт
гимназияһы уҡыусыһы.

Йәшенмәк

Йәһәт кенә шкафҡа ҡасам
Йәшенмәк уйнағанда.
Тиҙ генә йүгереп сығам
Ашарға саҡырғанда.

Дуҫтар

Принтер менән компьютер
Икеһе лә дуҫ була.
Компьютер ҡушҡан әйберҙе
Принтер сығарып тора.

Артур САФИН,
Красноусол башҡорт гимназияһы уҡыусыһы.

Ғаиләбеҙ

Атайым да, әсәйем дә
Мине бик ныҡ ярата.
Һәр көн иртән улар наҙлап,
Һөйөп кенә уята.

Заһир ЗӘЙНЕТДИНОВ,
Красноусол башҡорт гимназияһы уҡыусыһы.
Ғафури районы.

Сығыу ваҡыты 15-03-2011, 13:31 | Ҡаранылар: 1805
|
  • «Өмөтлө ҡәләм» илһам тарата
  • Яратҡан уйынсыҡтар: йыуатыр ҙа, дауалар ҙа!
  • «Барып етһәк әрмеләргә, Тоғро хеҙмәт итербеҙ. Ҡасып ятҡан ағайҙарҙың Танауына сиртербеҙ»
  • «Көҙҙәр етте, ҡаҙҙар үҫте, Ирештек беҙ теләккә. Имен-һау ашарға яҙһын, «Шагом марш, бар келәткә!»
  • Илһам һәм рух өҫтәй
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Исемең матур, кемдәр ҡушҡан, Һине күреп кем туйған…
  • Дилә ИШБАЕВА.
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • “Уның үлемен теләп йәшәнем...”
  • Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?
  • Үҙҙәре «һауын»ға әйләнеп бара...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (3.11.2017)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (10.11.2017)
  • Донъяһына күрә түрәһе
  • Ләйсән Ҡаразбаева хәбәр итә:



  • Радио Юлдаш FM