НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » Бала көтөү – ҙур шатлыҡ

Бала көтөү – ҙур шатлыҡ


Бала көтөү – ҙур шатлыҡЙөҙөнән нур бөркөлөп торған әсәләрҙең береһе Инзилә Мулланурова менән күркәм тантанала таныштыҡ. Алтынсы балаһын көткән йөклө әсә Өфөгә Башҡортостандың юғары дәүләт наградаларының береһе – «Әсәлек даны» миҙалын алырға килгәйне.
– Мин был донъяға ҡатын-ҡыҙ булып тыуыуым менән бәхетлемен, – ти Тәтешле районының Иҫке Салдау ауылында йәшәүсе ханым. Ә Инзилә Миңлеғәле ҡыҙының, ысынлап та, ҡатын-ҡыҙ булараҡ бәхете бар. Әсәй ҙә әсәй, тип өҙөлөп торған биш балаһы үҫә. Иң оло улы Рөстәмгә ун дүрт йәш тулһа, бәләкәс Рафаэлдең теле асылған ғына ваҡыт. Тиҙҙән ғаиләгә йәнә бер ҡыуаныс өҫтәләсәк. Инзилә менән Айҙар Муллануровтар йәнә бәпес көтә.
– Йәштәр бала табырға ҡурҡмаһын. Һәр бала үҙ өлөшө менән тыуа, – тип ҡыуанысы менән уртаҡлаша әсә. Үҙе һөйләүенсә, уларҙың ғаиләһендә сабый тыуған һайын берәй бол килә икән. Мәҫәлән, Рөстәмдәре тыуғас, йорт һалып сыҡҡандар, Радмирҙы алып ҡайтҡас, малдары ишәйгән, Айнурҙан һуң машина һатып алғандар. Ә өс малайҙан һуң тыуған Ынйы донъяларына ҡот өҫтәһә, Рафаэль өсөн «әсәлек капиталы» бирелгән, бөгөн иһә – «Әсәлек даны» миҙалы! Ә инде сираттағы сабыйҙары тыуғас, капитал иҫәбенә йорттарын ҙурайтыуҙы маҡсат итеп ҡуйғандар.
Ҡатын-ҡыҙ донъя тотҡаһы, милләт һаҡсыһы, телде һаҡлаусы ла булырға тейеш. Ошо бурысты аңлап, Инзилә ханым балаларына яҡшы тәрбиә бирергә ынтыла. Бар хәстәрлеген, уй-фекерҙәрен балаларын шәхес итеп үҫтереүгә йүнәлткән. Әлбиттә, әсә хәстәре – иң оло хеҙмәт, әммә ғаиләлә атай һүҙенә лә талап көслө. Был йәһәттән «Пермьстрой» ойошмаһында эшләүсе тормош иптәше Айҙар Фоат улы – һөйөклөһөнөң төп терәге. Ҙур хужалыҡта балаларҙы эшкә өйрәтеп үҫтереүгә ул күп көс һала. Ана шулай тылы ныҡ булғанға ла Инзилә ханым ғаиләһендә бәхетле, ҡатын-ҡыҙ матурлығын һаҡлап, тормошҡа һөйөнөп ғүмер итә.

Рәйлә КҮСЕМХАНОВА.
Айрат НУРМӨХӘМӘТОВ фотоһы.

Сығыу ваҡыты 5-03-2011, 17:09 | Ҡаранылар: 1572
|
  • Ҡатын-ҡыҙҙың матурлығы – әсә булыуҙа
  • Биш балаһы – биш шатлыҒы
  • Әсәләргә хөрмәт мәңгелек
  • Ҡатын-ҡыҙҙар көнөнә иң яҡшы бүләк – «Әсәлек даны» миҙалы
  • ЯҠТЫЛЫҠ ТАРАТЫУСЫ, ИЗГЕЛЕК ӨЛӘШЕҮСЕ
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Ау-у, марал!
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Маринадланған кәбеҫтә
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM