НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » Был аҙнала беҙҙе...

Был аҙнала беҙҙе...


Уйландырҙы...
Рәсәй халҡы XIX быуаттың иң күренекле һәм әһәмиәтле ваҡиғаһы тип крепостнойлыҡты бөтөрөүҙе атағайны. Шуға ла был ваҡиғаға 150 йыл тулыуҙы Рәсәй халҡы ҙур байрам булараҡ билдәләне. Ошо уңайҙан Рәсәй Федерацияһы Президенты Дмитрий Медведевтың сығышы күптәрҙе уйға һалды. Ил башлығының ирекле кешенән ҡурҡмаҫҡа саҡырыуын төрлө кеше төрлөсә ҡабул итте.

Ҡурҡытты...
Бүрәт Республикаһында мал-тыуарға ғына түгел, кешеләргә лә үлем ҡурҡынысы менән янаған ҡотороу ауырыуы таралды.
Етмәһә, республика ауылдарында хужаһыҙ эттәр ҙә күбәйгән. Хужаһыҙ эттәр атыла, бесәйҙәргә прививкалар эшләнә. Әле вирус табылған ауылдарға бер кемде лә индермәҫкә һәм сығармаҫҡа йыйыналар.

Ҡыуандырҙы...
Грецияла 300-гә яҡын мигрант аслыҡ иғлан итеп, бер ай тирәһе үҙҙәренең проблемаларын етәкселәргә еткерергә тырышты.
Шунлыҡтан Греция хөкүмәте үҙенең илендә йәшәгән сит кешеләргә йомшағыраҡ мөнәсәбәттә булырға ҡарар иткән, уларҙы тыуған илдәренә ҡыуып ҡайтарыу кампанияһы ваҡытлыса кисектерелгән. Һәр хәлдә, аслыҡ иғлан иткән бөтә кеше лә кәмендә алты айға илдә йәшәргә ҡалдырыла.

Көлдөрҙө...
Бер ҡайҙа ла эшләмәгән белорус егете аҡса эшләүҙең бик шәп ысулын тапҡан – ул етәкселәргә ҡаршы төрлө ялыуҙар яҙа башлаған.
Былтыр ул 400-ҙән ашыу ялыу яҙған. Әлбиттә, ялыу яҙыуҙан алда егет етәкселәрҙе ҡурҡытып, аҡса даулаған. Ришүәт бирергә йыйынмағандар өҫтөнән ялыу яҙылған.
Бер яҡтан ҡараһаң, эшһеҙ ир ысынбарлыҡта булған закон боҙоуҙарға зарланған – номерһыҙ йөрөгән йәки дөрөҫ ҡуйылмаған машиналар, кәрәгенән өҫкәрәк эленгән почта йәшниктәре өсөн аңлатмалар талап иткән. Тик был хоҡуҡ боҙоуҙар буйынса ялыу яҙасағын вәғәҙә итеп ҡурҡытып, ришүәт талап итеүе генә эште боҙған – әле егетте ҡулға алғандар. Уны психиатрға күрһәтергә лә иҫәп тоталар.

Сығыу ваҡыты 5-03-2011, 16:48 | Ҡаранылар: 1689
|
  • Донъя яңылыҡтары
  • Эйе, “Йәшлек” тыңлай…
  • Донъя яңылыҡтары
  • Ялыуҙар тикшереләсәк!
  • «Башлеспром» компанияһына ябылыу хәүефе янай
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • “Уның үлемен теләп йәшәнем...”
  • Еҙнәм инең (хикәйә)
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Мин һәр саҡ табип хатаһы ебәреүҙән ҡурҡа инем...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (17.11.2017)
  • Татлы һөйөүҙән кем туйған?
  • ҺАБАҠ (хикәйә)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (24.11.2017)
  • Мәүлит байрамы мөбәрәк булһын!
  • Бүләктәр – өлөшлөләргә!



  • Радио Юлдаш FM