НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » Ҡышҡы ваҡыт булмаясаҡ?!

Ҡышҡы ваҡыт булмаясаҡ?!


Ҡышҡы ваҡыт булмаясаҡ?!Рәсәй Президенты Дмитрий Медведев нәҡ шулай тип белдерҙе. Марттың һуңғы йәкшәмбеһендә йәйге ваҡытҡа күсәбеҙ ҙә, артабан сәғәт телдәрен «борсомаясаҡбыҙ». Яҡшымы был, насармы? Әле эксперттар бәхәсләшеүен дауам итә. Һуңғы 30 йылда, әлбиттә, сәғәттең йылына ике тапҡыр күсерелеүенә өйрәнелеп тә киткәйне. Белгестәр фекеренсә, Рәсәйҙә йәйге ваҡытты ҡалдырыу тәүлеккә 7–17 процент яҡтылыҡ өҫтәйәсәк, имеш. Ул төштән һуңға тура килә икән.
Сеченов исемендәге Мәскәү дәүләт медицина академияһы профессоры Семен Рапопорт әйтеүенсә, яҙлы-көҙлө сәғәт күсереү кешенең биологик ритмына насар тәьҫир итә. Бер үк ваҡытта йәшәү тәбиғәт торошо менән кешенекен тап килтерә. Ғөмүмән алғанда, ваҡытты күсереү сәләмәтлекте ҡайғыртыу йәһәтенән түгел, ә иҡтисади яҡтан сығып эшләнгән, тик был өмөт аҡланмаған. Ә бөгөн кеше һаулығы ҡиммәтерәк.
Башҡасараҡ фекергә ҡолаҡ һалайыҡ: «Социализм осоронда энергоресурстарҙы экономиялау илгә файҙалы булған. Бөгөн иһә бынан бер ниндәй ойошма ла һөҙөмтә алмай. Генерация һөҙөмтәле эшләһә лә, эшләмәһә лә, ҡулланыусы барыһы өсөн дә үҙе түләй. Шулай булғас, энергетик режимды оптималләштереү берәүгә лә кәрәкмәй». Был – Дәүләт идара итеү университеты етәкселәренең береһе Виктор Воронцовтың һүҙҙәре.
Шулай ҙа уңайлы булырмы икән йәйге ваҡытта ҡалыу? Әйткәндәй, 1917 йылдың июлендә Ваҡытлы хөкүмәт, көнбайыш илдәренән күреп, сәғәтте 60 минутҡа алға ебәрә. Ошо уҡ йылдың декабрендә кире күсерелә. Был практика 1930 йылға тиклем дауам итә. Артабан Совнарком йәйге ваҡытта ҡалыу тураһында декрет ҡабул итә. 1981 йылда сәғәтте алға күсереү яңынан индерелә, СССР-ҙа йәйге ваҡыт бүлкәт ваҡытынан ике сәғәткә айырыла, ҡышҡыһы – бер сәғәткә. 1991 – 92, 1997 йылдарҙа ла сәғәтте «тыныслыҡта» ҡалдырмайҙар, күсереү-күсермәү мәсьәләһе күтәрелә килә. 2003 йылдан ул хатта сәйәси әһәмиәткә эйә була башлай. Хәҙер нөктә ҡуйылырмы?

Айрат ТАБУЛДИН, табип:
– Уйлап ҡараһаң, кеше былай ҙа төрлө миҙгелгә үҙенән-үҙе яраҡлаша ала – йәйен иртәрәк тора, ҡышын һуңыраҡ, тигәндәй. Әлбиттә, ҡапыл ғына сәғәт күсереүҙе һәр кем төрлөсә кисерә. Шуға, бәлки, әкренләп кенә яңы ваҡытҡа күсергә кәрәк булғандыр, ярты сәғәтләпме шунда. Хәҙер, Президент хәл иткәс, кире үҙгәртеп булмай инде. Күҙ күрер, йәйге ваҡытта бер аҙ йәшәп ҡарайыҡ.

Радик КУЦЕНКО, хаҡлы ялда:
– Совет власы ваҡытында, әлеге сәғәт күсереү индерелгән ваҡытта ла, етәкселәр беҙҙе, халыҡҡа шулай уңайлы буласаҡ, тип ышандырҙы. Хәҙер ҙә шулай тиҙәр. Һәр үҙгәреште Хөкүмәт, халыҡ өсөн, тип аңлата ла, йыш ҡына киреһе килеп сыға. Минең өсөн сәғәт күсте ни ҙә, күсмәне ни... Тик тормош матур булһын. Бөгөнгө кеүек, хаҡтар сәғәт һайын үҫмәһен.

Рәлиә САБИРОВА, һатыусы:
– Сәғәт күсереүҙе кеше үҙе уйлап тапҡан бит: тәбиғәт ҡушмаған. Мәҫәлән, борон заманда әлеге кеүек текелдәп торған сәғәт булмаған. Ваҡытты ҡояшҡа, күләгәгә ҡарап билдәләгәндәр. Берәү ҙә, бер сәғәт алға, бер сәғәт артҡа күсәйек, тимәгән. Президент тик шул кеше уйлап сығар­ған буталсыҡты бөтөрөргә генә тәҡдим итте. Тик ҡайһыһы уңайлыраҡ булырға тейештер – йәйге ваҡытмы, ҡышҡымы, әлегә билдәһеҙ.

Сәлим ВӘЛИТОВ, эшсе:
– Энергия өсөн әҙерәк тү­ләй башлаясаҡбыҙ бит, шуныһы һәйбәт инде. Бәл­ки, был, һәр ваҡыттағыса, ҡо­ро вәғәҙә ге­нәлер. Йәйге осор­ҙа көн оҙонораҡ, шул ва­ҡыт­та ҡалыу файҙа килтерер, тип уйлайым. Бик ыңғай һөйләй­ҙәр.

Таһир Низамов, банк хеҙмәткәре:
– Әгәр хәтерем яңылышмаһа, тәүҙә беҙ гел «ҡышҡы ваҡыт» менән йәшәгәнбеҙ. Сәғәт бүлкәте буйынса шулай тура килә. Бәлки, быйыл мартта уҡ ошо ваҡыт менән ҡалырға кәрәктер? Донъялағы 200-гә яҡын дәүләттең 70-ендә сәғәт күсерәләр. Ул, ысынлап та, кәрәк эшме икән? Миңә ҡалһа, былай ҙа насар түгел. Кеше тәбиғәткә яраҡлашырға тейеш. Бынан тыш, хәҙер киләһе көҙҙә сәғәт күсермәһәк, компьютер­ҙарҙы алдан уҡ көйләргә, ниндәйҙер килешеүҙәр төҙөргә тейеш булабыҙ, сөнки «машиналар» автоматик рәүештә ваҡытты күсерә. Ярай, йәшәп ҡарайыҡ.

Сығыу ваҡыты 12-02-2011, 11:40 | Ҡаранылар: 1406
|
  • Бай әфәндегә нимәбеҙ оҡшамай?
  • Рәсәй сәғәт телдәрен күсереүгә ҡаршы
  • Рәсәй сәғәт телдәрен күсереүгә ҡаршы
  • Алға-артҡа күсә сәғәт телдәре
  • 2045 йыл. Ер – гигант компьютер
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • “Уның үлемен теләп йәшәнем...”
  • Еҙнәм инең (хикәйә)
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Мин һәр саҡ табип хатаһы ебәреүҙән ҡурҡа инем...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (17.11.2017)
  • Татлы һөйөүҙән кем туйған?
  • ҺАБАҠ (хикәйә)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (24.11.2017)
  • Мәүлит байрамы мөбәрәк булһын!
  • Бүләктәр – өлөшлөләргә!



  • Радио Юлдаш FM