НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » Район башлығынан бүләктәр

Район башлығынан бүләктәр


Район башлығынан бүләктәрБаҡалы районында балалар һәм үҫмерҙәр өсөн приют уңышлы эшләп килә. Күптән түгел унда тәрбиәләнеүселәргә муниципаль район хакимиәте башлығы А. Андреев бүләктәр тапшырҙы. Музыкаль синтезатор һәм «Хоккей» өҫтәл уйынын балалар шатланып ҡабул итте.
Тәрбиәләнеүселәргә мөрәжәғәт итеп, район башлығы Баҡалы ерендә хоккейҙы үҫтереү буйынса программа эшләнеүе һәм уның уңышлы ғәмәлгә ашырылыуы тураһында һөйләне, хоккейҙың улар өсөн дә яратҡан спорт һәм ял төрөнә әйләнәсәгенә ышаныс белдерҙе. Районда был спорт төрөн үҙ итеүселәр бихисап. Бында стандарт хоккей майҙансығы барлыҡҡа килде.
А. Андреев балаларҙың тормош шарттары, приютта эшләүселәрҙең хеҙмәте, 2009 – 2011 йылдарға «Минең донъям – минең ғаиләм» республика программаһының нисек тормошҡа ашырылыуы менән ҡыҙыҡһынды. Йәй көнө учреждениела ремонт үткәрелгән, шул иҫәптән йылытыу системаһы алмаштырылған. Шуға ла бинала йылы һәм уңайлы. Былтыр 91 тәрбиәләнеүсе социаль яҡтан реабилитацияланған, күп балалы ғаиләләрҙән 33 бала йәйге осорҙа сәләмәтләндерелгән. «Һаумы, балалыҡ планетаһы!» девизы аҫтында лагерь сменаһы ойошторолған. 23 бала үҙ ғаиләләренә ҡайтарылған һәм ҡабул итеүсе ғаиләләргә урынлаштырыл­ған. Бөгөн приютта 35 бала хәстәрле йәшәй. Былтыр 28 бала диспансерлаштырылып, уларға социаль реабилитациялау картаһы төҙөлгән. Уларға ярашлы ике тәрбиәләнеүсе Павловкала ял иткән, өсөһө Өфө ҡалаһындағы һөйләшеү теле патологияһы үҙәгендә реабилитацияланған, 22 бала райондың реабилитация үҙәгендә ял итеп, тейешле дауа алған. Приютта ауыр тормош хәлендә ҡалған ғаиләләргә ярҙам итеү буйынса ла ҙур эш алып барыла. Өс ата-әсә төрлө белгеслектәр буйынса уҡытылған, 19 ата-әсәгә эскелектән дауаланырға ярҙам ителгән. Ғаиләләргә психологик, консультатив, социаль-хоҡуҡи ярҙам күрһәтелеп тора, шулай уҡ патронаж ғаилә программаһы ғәмәлгә ашырыла. 19 кеше эшкә урынлаштырылған, 53 ғаиләгә матди ярҙам күрһәтелгән. Был эштәр киләсәктә лә тулы күләмдә дауам ителәсәк.

Зифа ФӘТХУЛЛИНА.
Баҡалы районы.

Сығыу ваҡыты 8-02-2011, 10:24 | Ҡаранылар: 1472
|
  • Йәш ғаиләләргә − торлаҡ сертификаты
  • Приютта яҡшы, ә өйҙә һәйбәтерәк
  • Киләсәккә ҙур ышаныс менән бағалар
  • Уңыштар бар, әммә эшләйһе эштәр ҙә күп
  • Форумға ныҡлы әҙерлек менән
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Шайтан
  • Алтын ғына ситлек эстәре...
  • Рәнйеш алмағыҙ!
  • Зәлиә ВӘЛИЕВА
  • Таяҡтар менән йөрөүҙең файҙаһы нимәлә?
  • Мәрйәм Бураҡаева олпат юбилейын билдәләй!
  • Гөлшат ЙӘРМӨХӘМӘТОВА
  • Үҙ телеңде үҙең яҡла!
  • Йондоҙнамә (16-20 апрель)
  • Атайлы булһын балалар!



  • Радио Юлдаш FM