НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » Йондоҙнамә 31ғинуар-6 февраль

Йондоҙнамә 31ғинуар-6 февраль


Ылаҡ (22.12 – 20.01)
Тормошоғоҙҙа күптән көтөлгән үҙгәрештәр төҫмөрләнә һымаҡ. Аҙна барышында эш менән ҡайнарһығыҙ. Шаршам­бы аҡсалата юғалтыуҙар менән янай, һаҡ булығыҙ. Кесе йомала яҡшы хәбәр ишетерһегеҙ, моғайын.

Һыуғояр (21.01 – 19.02)
Осор тыныс ҡына башланып китер. Тик шаршамбы-кесе йомала ваҡиғалар­ҙың һеҙ теләгәнсә бармауы ла ихтимал. Көтмәгәндә ниндәйҙер мәшәҡәтле йомош менән йөрөргә тура килер.

Балыҡ (20.02 – 20.03)
Ҡәҙимге аҙна. Кешеләрҙең һүҙҙәренә тулыһынса ышанмаҫҡа кәңәш ителә. Икенсе яҡтан, үҙегеҙ ҙә ҡайһы ваҡыт алдашырға мәжбүр булырһығыҙ. Серҙәрегеҙҙе ныҡ һаҡлағыҙ, уларҙы таратырға теләүселәр ҙә юҡ түгел.

Ҡуҙы (21.03 – 20.04)
Төрлө ваҡ-төйәк мәшәҡәттәр күбәйер. Был эшегеҙгә лә, өйөгөҙгә лә ҡағылыр. Шаршамбыла тормош һеҙҙе һынау тоторға мәжбүр итер. Иң тәү сиратта түҙемлек кәрәк булыр.

Буға (21.04 – 21.05)
Ҡыйынлыҡтар осрап тороуға ҡарамаҫтан, осорҙан ҡәнә­ғәт ҡалырһығыҙ, моғайын. Шаршамбы бигерәк тә көсөргәнешле көтөлә. Кесе йомала бигүк яҡшы булмаған яңылыҡтар ишетеүегеҙ ихтимал. Шулай ҙа аҙна аҙағы тыныс үтер.

Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)
Көсөргәнешле осор. Ши­шәм­бе һәм йомала көтөлмәгән ваҡиғалар алдан тө­ҙө­гән пландарығыҙҙы боҙор кеүек. Иң етди эштәрегеҙҙе күсерергә лә тура килер, бәлки. Шәмбе ыңғай яғы менән айырылып торор.

Ҡыҫала (22.06 – 23.07)
Киләһе көндәр матди ҡыйынлыҡтар менән айырылып торор һымаҡ. Бынан тыш, ниндәйҙер ҡайтарырға тейешле бурыс та эсегеҙҙе бошорор. Кесе йоманан һуң ғына хәлегеҙ еңеләйер.

Арыҫлан (24.07 – 23.08)
Аралашыуҙа ҡаршылыҡтар күбәйеүе ихтимал. Бәғзеләр етешһеҙлектәрегеҙҙе эҙләү менән мәшғүл булыр. Башҡа сара юҡ – һеҙгә түҙемлерәк булырға кәрәк. Иң өмөтлө көндәрегеҙ – шаршамбы һәм йома.

Ҡыҙ (24.08 – 23.09)
Йәштәр өсөн аҙна бик өмөтлө булмаҡсы. Осор яңы танышыуҙар, мөнәсәбәттәр булдырыу өсөн уңайлы. Уның тәүге яртыһында эш даирәһендә ҡытыршылыҡтар килеп сығыуы ихтимал. Кемдер һеҙгә баҫым яһарға тырышыр һымаҡ.

Үлсәү (24.09 – 23.10)
Бөтә көндәр ҙә тигеҙ үтер кеүек, тик шишәмбе генә кире ваҡиғаларға бай булыр. Шулай ҙа уларҙан артыҡ зыян күрмәҫһегеҙ. Йомала һатып алған әйбер бәрәкәтле булырға оҡшай.

Саян (24.10 – 22.11)
Был арала яҡшылыҡ тура­һын­да ғына уйлағыҙ, насар уйҙарҙы башығыҙ­ҙан ҡыуығыҙ. Кешеләргә биргән вәғәҙәләрҙе, ҡыйын булһа ла, үтәргә тырышығыҙ. Был бигерәк тә шаршамбыға ҡағыла.

Уҡсы (23.11 – 21.12)
Аҙналағы ваҡиғаларҙың шәхси мөнәсәбәттәрегеҙҙе ҡырҡа үҙгәртеүе ихтимал. Шар­шам­была етди һөйләшеү булыуы мөмкин. Йомалағы хәл бик үҙгәреүсән булырға оҡшай. Уларға үҙ фекерегеҙҙе белдерергә ашыҡмағыҙ.

Сығыу ваҡыты 29-01-2011, 15:36 | Ҡаранылар: 1528
|
  • Йондоҙнамә 7-13 март
  • Йондоҙнамә 7-13 февраль
  • Йондоҙнаме 17-23 ғинуар
  • Йондоҙнамә 13-19 декабрь
  • ЙОНДОҘНАМӘ 15-21 ноябрь
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Еҙем-Ҡарандарға оят!
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Ҡырау төшөүе ихтимал
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM