RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Үткән йылды барлайбыҙ

28.12.2010 Үткән йылды барлайбыҙ

Йыл һәләкәте

2010 йыл тарих­ҡа төрлө һәләкәттәргә бай булыуы менән инеп ҡаласаҡ. Ер тетрәү, һыу баҫыу, янартау атылыу, дауыл-бурандар, эҫелек һәм ҡоролоҡ – был йылда барыһы булды.
Гаити быйыл ғинуар­ҙа ҙур ҡаза күрҙе. Ундағы ер тетрәү 222 570 кешенең ғүмерен өҙгән, йәрәхәтләнгәндәр һаны 300 000-дән ашыу, 869-ы хә­бәр­һеҙ юғалған. Мат­ди юғалтыу күләме 5,6 миллиард евроға етә. Ер тетрәгән көндә илдең баш ҡалаһы Порт-о-Пренста меңәрләгән торлаҡ йорт емерелә, өс миллион самаһы кеше урамда ҡала. Ошо һәләкәт һөҙөмтәһендә илдә йоғошло сирҙәр арта. Бигерәк тә таралып киткән ваба сиренән 2,5 мең кеше донъя менән хушлаша. Дөйөм алғанда, 64 мең кеше дауаханаға һалынған.

Йыл үҫеше

ҡытай апрель – июндә эске тулайым продукт (ВВП) буйынса Японияны уҙып, икенсе урынға сыҡты. Тәүге баҫҡысты АҡШ биләй. 2010 йылдың тәүге кварталында уҡ ҡытайҙа был күрһәткес 11,5 процент тәшкил итә.
Эксперттар 11 ай йомғаҡтары буйынса иҫәпләүенсә, илдең йыллыҡ финанс килеме 8 триллион юань буласаҡ. ҡытай властары, халыҡтың йәшәү сифатын, дәүләттең ҡеүәтен күтәреүҙә ярайһы ғына стратегик үҫеш күҙаллап, уны әүҙем рәүештә бойомға ашыра. Бында аҙыҡ-түлек етештереү күләме лә ете йыл рәттән арта. Ә автомобиль етештереүселәр фаразлауынса, был тармаҡта ил быйыл донъяла иң алдынғылар рәтенә сығасаҡ: 2010 йылда 18 миллион берәмек автомобиль эшләү күҙалланған һәм уның үтәлеренә тулы ышаныс бар.

Йылдың техноген һәләкәте

Мексика ҡултығының Луизиана штатындағы (АҡШ) яр буйынан 80 км алыҫлыҡта нефть платформаһында авария була.
Был ваҡиға төбәк масштабындағы техноген һәләкәткә әүерелә, ошо биләмәнең экосистемаһына тиҫтә йылдарға етерлек кире йоғонто яһай. Океанға ағып төшкән нефть күләме яғынан хатта АҡШ тарихында иң ҙуры тип билдәләнә.

Йыл түңкәрелеше

Быйыл йәй ҡырғыҙстан гөж килде. Милли революция ялманы республиканы.
Оппозиция яҡлылар Бешкәктә телеүҙәкте баҫып ала, митингылар ойошторола, йөҙәрләгән кеше йәрәхәтләнә, ҡорбандар һаны ике тиҫтә кешегә етә. ҡырғыҙстан хөкүмәте отставкаға китә, яңыһы булдырылып, уны ваҡытлыса элекке сил ил эштәре министры Роза Отунбаева етәкләй, һәм дәүләт власында «түңкәрелеш» булып, хәл-торош ҡырҡыулаша.
Етмәһә, Ош ҡалаһында милләт-ара ыҙғыш башлана. Бында ҡырғыҙ һәм үзбәк милләтле егеттәрҙең талашы ваҡиғаларҙы үҙенсә ҡуйырта.

Йыл акцияһы

Францияла, пенсия йәшен оҙонайтыуға ҡаршы протест белдереп, дөйөм халыҡ забастовкаһы үтте.
Сара бер нисә айға һуҙылды. Хатта нефть эшкәртеү сәнәғәте ошо сара айҡанлы 230 миллион евроға торошло ҡаза күрҙе. Сөнки тармаҡ эшсәндәре октябрҙәге митингыларҙа айырыуса әүҙемлек күрһәткән һәм эште туҡтатҡан.

Йыл төҙөлөшө

Донъяла иң оҙон тимер юлы тоннеле төҙөлөшө тамамланды тиергә лә була. Ул 14 йыл буйы Швейцарияла Альп тауҙары аша һалын­ған.
57 саҡрымға һуҙыл­ған Готард тоннелен ике яҡтан соҡоғандар. Әйткәндәй, был эштең һуңғы мәлдәрен хатта Швейцарияның үҙәк телевидениеһынан тура эфирҙа күрһәткәндәр. Поездар тоннель аша 2017 йылда ғына йөрөй башлаясаҡ. Төҙөлөштөң хаҡына килгәндә, 9,8 миллиард швейцар франкыһы, йәғни 10,3 миллиард доллар тотонолған.

Йыл ыҙғышы

Йонпхендо утрауында КНДР менән Көньяҡ Корея көстәре бәрелеште. Ноябрь аҙағында Һары диңгеҙҙә Төньяҡ Корея (КНДР) Көньяҡ Кореяға ут асты.
Был һөжүмдә ике һалдат, тағы ла ике ябай граждан һәләк булған, тиҫтәнән ашыу моряк, ауыл кешеләре яраланған. Яуап артиллерия утынан башлап атыусылар яғы ла ҡаза күргән. Ошо ваҡиғанан һуң Корея ярымутрауында хәл ҡырҡыулаша һәм КНДР донъя берлеге тарафынан дөйөм тәнҡиткә эләгә. Ике Кореяның 1970 йылдан бирле үҙ-ара атышҡаны булмаған.

Алһыу ИШЕМҒОЛОВА әҙерләне.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”