RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Тәрбиәсеме, икенсе әсәйме?..

27.11.2010 Тәрбиәсеме, икенсе әсәйме?..

Тәрбиәсеме, икенсе әсәйме?..«Зыҡ ҡубып, балалар баҡсаһында Яңы йыл кисәһенә әҙерләнәбеҙ. Сабыйҙарҙың береһенә байрам кейемен кейҙерәһең, икенсеһенең сәсен рәтләйһең, өсөнсөһөн күҙ уңынан ысҡындырмайһың. Ул арала берәүһе, арттан ҡалмай, итәккә йәбешеп алған: «Минең костюмым юҡ, минең костюмым юҡ», – тип туҡтамай ҡабатлай. «Әсәйең әҙерләп ебәрмәгәс, мин ҡалайтайым һуң?» – тим уға. Иғтибарлап ҡараһам, үҙемдең Иҙелем икән» (балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе һөйләгәндән).
Их, яратам үҙҙәренең ғәҙәти генә, көндәлек хеҙмәт бурыстарын да шул тиклем онотолоп, мөкиббән китеп башҡарған, эштән дәрт-дарман алған кешеләрҙе! Йоҡлап ятҡанда ла ҡулдарынан рулен «ысҡындырмаған» водителдәр, ҡайҙа йөрөһә лә, сүп-сар күрһә, йән тыныслығын юғалтыусы йыйыштырыусылар һәм башҡалар, һәм башҡалар... Бөгөнгө геройым – балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Гөлнара Марат ҡыҙы Йыһангирова ла тап ошондай тынғыһыҙ кешеләрҙең береһе.
Баймаҡ районының Ишбирҙе ауылында тыуып үҫкән, Сибай педучилищеһында уҡытыусы һөнәренә эйә булған. Бер аҙ Ишей ауылында эшләп алғандан һуң, артабанғы тормошон Сибай ҡалаһы менән бәйләгән ул. Бына инде 24 йыл тәрбиәсе булып, шуның 13 йылын ҡаланың «Аҡбуҙат» башҡорт балалар баҡсаһында эшләй. Эш араһында, ситтән тороп юғары белемгә эйә була, юғары категорияға ирешә. Балалар өсөн шиғыр­ҙар яҙырға ла өлгөрә. Гөлнара Марат ҡыҙы үҙенең «Гөлсәсәк» исемле шиғырҙар йыйынтығы менән республика буйынса иң яҡшы хрестоматик әҙәбиәт конкурсында 3-сө урынды яулай.
Балалар баҡсаһында тиҫтәләгән баланы арбауҙан тыш, үҙ өйөндә лә күп балалы әсә ул Гөлнара апай: өлкән улы Ринат быйыл Сибай политехник колледжын ҡыҙыл дипломға тамамлап, эш башлаған. ҡыҙҙары Эльвира һәм Әлиә мәктәпкә тиклемге белем биреү факультетында (МАГУ) һәм информатика факультетында (Сибай педколледжы) белем ала. Үрҙә телгә алып кителгән, ҡырҡ ата балаһы менән бер рәттән, әсәй һөйөүенә талашып, итәккә йәбешеп йөрөгән Иҙел хәҙер инде 2-се синыфта уҡып йөрөй.
Бына шундай Кеше ул, беҙҙең Гөлнара апай!
Тәрбиәселәрен фотоға төшөрөргә йыйынғанды күргәс, төркөмдәге бөтә балалар ҙа Гөлнара Марат ҡыҙына һырылды. Хәҙер инде мәктәптә уҡып йөрөгән үҙемдең улымдың да иҫ белмәгән сағында тәрбиәсеһенә «әсәй» тип өндәшеүе иҫкә килеп төштө.

Илшат ҡАНСУРИН.
АВТОР фотоһы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”